Өфөлә “Күсемһеҙ милек. Яҙ-2012” күргәҙмәһе эшләгән осорҙа халыҡ өсөн консультация үҙәге асыласаҡ. Матбуғат конференцияһында “Азимут планетаһы” күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәтенең үҫеш буйынса директоры Наил Ғиләжев ошо хаҡта хәбәр итте.
Үҙәктә дәүләт һәм муниципаль органдар, күсемһеҙ милек баҙары субъекттары вәкилдәре эшләйәсәк. Улар араһында “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы, республика буйынса Кадастр палатаһы, Техник инвентаризация бюроһы, Дәүләт торлаҡ инспекцияһы, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, башҡа ведомстволар бар.
— Үҙәк эшенә баһалаусыларҙы, страховкалаусылар, риэлторҙар һәм юристарҙы йәлеп итеү күҙаллана, — тине Наил Ғиләжев. — Улар бар йүнәлештәр буйынса граждандарға бушлай консультация үткәрәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: ХVIII “Күсемһеҙ милек. Яҙ-2012” күргәҙмәһе 22 — 24 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ. Өфөнөң һәм республиканың төп төҙөүселәре, девелоперҙары, күсемһеҙ милек агентлыҡтары — иң яҡшы проекттарын, ә банктар яңы ипотека программаларын тәҡдим итәсәк.
Р. ХӘМИҘУЛЛИН.