Затон күпере октябрҙә асыла05.08.2016
Быйыл октябрҙә Өфөлә “Платон” системаһына йыйылған аҡса иҫәбенә төҙөлгән күперҙәрҙең береһе асыла.
Әле Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙә эш 90 процентҡа тамамланған. Асфальт-бетон ҡатламы һалыуға әҙерлек бара, йәйәүлеләр өсөн юл төҙөлә, шау-шыуҙан һаҡлағыс экрандар ҡуйыла. Күперҙең оҙонлоғо 830 метрҙан ашып китәсәк. Бында өс һыҙатлы хәрәкәт ойоштороу күҙаллана.
Өфөләге Затон күпере үҙенсәлекле яһалма ҡоролмалар иҫәбенә ингән. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы бындай ҡоролмалар төҙөүгә һәм ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүгә 12 миллиард һум аҡса бүленгән. Башҡортостан иһә уның 1,5 миллиард һумын аласаҡ. Дөйөм алғанда, дәүләт ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән аҡсаға 19 төбәктәге 31 күперҙе реконструкциялау ҡарала.