Мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелә05.08.2016
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы Ейәнсура районында реконструкциянан һуң объекттар асылды. Сиреғол һәм Яңы Петровка ауылдарында мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелде.
Биналарҙың береһендә тәҙрәләр алмаштырылды, икенсеһендә иһә фойе төҙөкләндерелде. Мәҙәниәт усаҡтарын асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ирек Ниғмәтуллин сығыш яһаны.
— Беҙ “Реаль эштәр” программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Был етди акция кешеләргә бик кәрәк. Ул граждандарҙың ихтыярына ярашлы ғәмәлгә индерелде, — тине депутат.
Район халҡы проект буйынса өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе үҙҙәре билдәләне. Һайлап алынған 15 объектҡа етерлек аҡса бүленде. Әле иһә башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш бара.