Ҡымыҙ еҫе һеңгән яландарҙа...05.08.2016
Ҡымыҙ еҫе һеңгән яландарҙа... Ҡымыҙ еҫе hеңгән яландарҙа
Ҡыңғыраулы аттар кешнәне.
Күп кәрәкме hиҫкәндерер өсөн
Ҡала шауы баҫҡан кешене.

Таңғы томан күтәрелгән саҡта
Күкшел шәлен hалды Ирәндек.
Хозур ауылдарҙа үҫhәк тә беҙ,
Күркәм ҡалаларға өйрәндек.

Ҡымыҙ еҫе һеңгән яландарҙа...Өйрәндек тә, әммә hаман күңел
Көтөп йәшәй йәйҙең етеүен.
Ялдар итәм, күрһәм сабынлыҡта
Ат өйөрө сабып үтеүен.

Ошо ерҙә әллә яралғанға,
Ер булғанға hуңғы йортобоҙ,
Бары тәбиғәттә, ауылдарҙа
Ҡайтҡан төҫлө була ҡотобоҙ.


Вернуться назад