Әтәс ауылынан Малик Шәрипов менән осраҡлы таныштыҡ. Ҡунаҡсыл хужалар урынына өй ихатаһында беҙҙе асыулы бал ҡорттары ҡаршы алды...Беҙ килгән көндә Малик ағай бал алырға йөрөй ине. Ҡорттарҙың һөжүменән һуң был шөғөлдө үҙләштергән уҙаман менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
Малик Зиннәт улы ун йыл инде ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ихатаһында 30-лап умартаһы бар. Ул үҙ тормошоноң мәшәҡәттәре тураһында бәйән итте. Бал ҡорттарынан тыш, һыйыр, үгеҙҙәр һәм ҡош-ҡорт аҫрай, шуға ла көндәре тиҙ үтә. Ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә танышыбыҙ сәйләндән, тимер сыбыҡтан һәм ептәрҙән картиналар эшләй.
Һөнәре буйынса Малик Зиннәт улы – биология уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Бер нисә йыл химия һәм биология дәрестәре алып барған. Әле хаҡлы ялда. Буш ваҡытында үҙенсәлекле арт-терапия менән шөғөлләнергә булған.
Ҡул эштәрен Малик Зиннәт улы туғандарына, дуҫтарына, күршеләренә бүләк итә. Картиналарының береһенә ауыл магазинында тап булғайныҡ. Авторы ҡатын-ҡыҙ түгел, ә ир-ат икәнен белгәс, ҡыҙыҡһындыҡ. Оҫта менән танышҡандан һуң уның киң күңелле кеше булыуын белдек. Ауылдаштары үҙен ихтирам итә. Ул үҙ сиратында күршеләрен ҡыуандырырға тырыша. Мәҫәлән, йәй һайын умартасы ауылдаштарын хуш еҫле, тәмле бал менән һыйлай. Күптән түгел “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығынан селбәрә һатып алған һәм балаларҙың ҡыуанысына ауыл эргәһендәге быуаға ебәргән. Улары хәҙер рәхәтләнеп балыҡ тота. Өҫтәүенә Малик Зиннәт улы – “Ғаилә ял клубы” ағзаһы ла, почта аша файҙалы әҙәбиәт яҙҙыра. Китаптарҙан ҡыҙыҡлы идеялар алып, һуңынан тормошҡа ашыра.