Һүҙһеҙ генә аңлашыуға ни етә?!03.08.2016
– Ни өсөн кешеләр талашҡанда бер-береһенә яман итеп ҡысҡыра башлай? – тип һорай икән уҡытыусы балаларҙан.
– Тыныслыҡ юғалталар, шуғалыр, – тигән береһе.
– Һуң ул кеше эргәлә тора бит, ныҡ итеп ҡысҡырыу мотлаҡмы? – тип һораған остаз. – Шым ғына аңлашып булмаймы ни? Кәйефең юҡ саҡта ни өсөн ҡысҡырырға һуң?
Уҡыусылар был һорауға төрлө яуап ҡайтарған, әммә береһе лә остазды ҡәнәғәтләндермәгән. Ахырҙа үҙе аңлатып биргән:
– Кешеләр бер-береһенә ҡарата асыу тотҡанда, уларҙың йөрәктәре лә алыҫлаша. Ошо арауыҡты ҡаплап, янындағын ишетер өсөн ҡысҡырырға мәжбүрҙәр. Асыу көслөрәк булған һайын, кешеләр ҙә алыҫая, ҡысҡырыуҙары ла яманыраҡ төҫ ала.
– Берәү икенсегә ғашиҡ булғанда, хәл башҡасараҡ, эйеме? Улар һис тә ҡысҡырышмай, үҙ-ара ипле, мөләйем аралаша, сөнки йөрәктәре лә яҡын, бергә тибә башлай. Мөхәббәт артҡан һайын, ғашиҡтар шыбырлап һөйләшеүгә күсә. Аҙаҡ иһә бер-береһен һүҙҙәр түгел, ҡараштары аша ла тулыһынса аңлау мөмкинлегенә өлгәшә.
Дуҫың кем?
– Яҡын-тирәлә сәскәләр бармы ул? – тип һорай икән серәкәй себендән.
– Сәскәһен белмәйем, әммә консерва банкалары, тиреҫ, соҡор-саҡырҙа ҡыйҙар байтаҡ, – тип эргәләге сүп-сарҙы һанай башлаған себен.
Күрһәтелгән йүнәлеш буйынса осоп барған серәкәй бал ҡортона тап була.
– Ошо ерҙә сүплектәр бар тиҙәр ине, күрмәнеңме? – тип мөрәжәғәт итә уға.
– Ташландыҡ-бысраҡ тиһеңме? Юҡ, ундай нәмә бер ҙә генә күҙемә эләкмәне, әммә хуш еҫле, һоҡландырғыс сәскәләрҙең осо-ҡырыйы күренмәй, – тип лилиәләрҙең ҡайһы аҡланда, миләүшәләрҙең ниндәй болонда үҫеүе хаҡында тәфсирләп һөйләп бирә бал ҡорто...
Дуҫ һайлағанда ла дөрөҫ эш итеүҙең асылы ошонда сағыла ла инде.
Г. ҺИММӘТОВА әҙерләне.