Киләсәге яҡты17.03.2012
Өфө приборҙар эшләү берекмәһендә предприятиеның Рәсәй Федерацияһындағы һәм Башҡортостандағы партнерҙары менән артабанғы хеҙмәттәшлек, тауар һатыу баҙарын киңәйтеү тураһында һөйләшеү булды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Хөкүмәт ағзалары ҡатнашты.
Осрашыу ваҡытында билдәләнеүенсә, предприятие өсөн авиация-йыһан йүнәлешендә эшләү өҫтөнлөклө булып ҡала. Бер ни тиклем ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, берекмә был йүнәлеште артабан да үҫтерергә тырыша. Авиация предприятиеларында һәр ваҡыт кооперация үҫешкән булғанлыҡтан, бөгөн оҡшаш йүнәлештәге ойошмалар менән бәйләнеште нығытыу һәм көстәрҙе берләштереү әүҙем бара.
Хөкүмәт ағзалары етештереү участкаларында, цехтарҙа булды, хеҙмәтте ойоштороу һәм ҡулланылған технологиялар менән танышты. Берекмәнең генераль директоры Альберт Карпов әйтеүенсә, етештереү базаһын яңынан ҡоралландырыу өсөн оборона предприятиеларына дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан аҡса бүленгән. 2020 йылға тиклем Өфө приборҙар эшләү берекмәһе 1,8 миллиард һум аҡса аласаҡ. Әле күскән аҡса иҫәбенә иһә 2011 йылда уҡ 42 берәмек яңы юғары етештереү ҡорамалы алынған. Бынан тыш, предприятиеға 300 миллион һумдан ашыу субсидия ла бүленгән, ул берекмәнең финанс хәлен яҡшыртты.
Альберт Карпов белдереүенсә, цехтарҙы техник яҡтан яңыртыу эштәре быйыл да дауам итәсәк. Федераль бюджеттан тағы ла 65 миллион һум аҡса килеүе көтөлә. Ярҙамдың әһәмиәте бик ҙур, сөнки станоктарҙың күп өлөшө иҫкергән. Яңы ҡорамалдар иһә коллективҡа яңы прогрессив технологиялар индереүгә булышлыҡ итәсәк.
— Реконструкция һәм техник яңыртыуҙан һуң, беҙ донъя кимәле талаптарына яуап биргән яңы заводҡа әйләнәсәкбеҙ. Бөгөн предприятие ышаныслы эшләй, йыл һайын заказдар күләме 30 процентҡа арта, — ти генераль директор.
Предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡында ла сағылыш тапҡан. Юғары квалификациялы станоксылар 50 мең һум ала, был һәйбәт кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Ҡунаҡтар завод музейында булды, Өфө приборҙар эшләү берекмәһенең тарихы менән танышты, оборона сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад