Баш ҡала матурая03.08.2016
Өфөнөң Ленин, Пушкин һәм Зәки Вәлиди урамдарында яңы скульптуралар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы “ArtTerria” халыҡ-ара симпозиумына килгән алты илдән (Рәсәй, Франция, Япония, Болгария, Көньяҡ Корея, Грузия) 13 оҫта эшләй. Сара тамамланыу алдында.

– Эштәрҙең эскизы алдан уҡ раҫланғайны, бөтә скульптуралар ҙа Мансур ятҡылығындағы граниттан эшләнәсәк, – тине “Мираҫ” галереяһының арт-директоры Ольга Ра­маҙанова. – Бөгөн улар ҡала урамдарына ҡуйыла башлаясаҡ.
Бер үк ваҡытта “Рәсәй. Евразия киңлеге: цивилизация һәм мәҙәниәт” тип аталған симпозиум ойошторолдо. Сара хәҙерге заман скульпторҙарының ижадын популярлаш­тырырға булышлыҡ итәсәк һәм ҡалала тағы ла бер туристик нөктә булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Симпозиумдың кураторҙары – Рәсәй Рәссам­дәр союзы ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты, скульптор Руслан Ниғмәтуллин, Рәсәй Рәссамдәр союзы ағзаһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған рәссамы, скульптор Владимир Лобанов һәм Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәсих Әхмәтвәлиев.
Л. АРАЛБАЕВА,
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Вернуться назад