Ҡарайған ҡалҡандары03.08.2016
Ҡарайған ҡалҡандары ...Мәғрур Торатауҙың матурлығына ҡарап һоҡланғанда был ҡомартҡының беҙҙе ҡурсалаусы хазина икәнлегенә инанаһың. Быны уның тарихы, булмышы ишаралай, хәйер, һүҙем ул турала түгел. Уйлай китһәк, кешеләр ҙә тауҙар һымаҡ бит ул, көн артынан көн үткәргән бәғзеләрҙе әйтмәйем, уратып алған донъяға күберәк изгелек таратып ҡалырға тырышҡан, халҡына, яҡындарына, балаларына терәк-таяныс булып көн иткән әҙәми заттар хаҡында һүҙем. Нәҡ Торатау буйында йәйелгән Ҡарайған ауылында осраттым яҡындарына, ауылдаштарына ҡалҡандай булып йәшәгән кешеләрҙе.


Ауылдаштарға терәк-таяныс

Әнисә Ғайсина – сығышы менән Мәләүез районының Һәргәй ауылы ҡыҙы. Улай ғына ла түгел, бөтә ғүмере тиерлек шул төбәктә үтә – Муллағол ауылына 16 йәштә килен булып төшә һәм 50 йылдан ашыу шунда йәшәй. Бакиры гүр эйәһе булғас та, ҙур тормош башлаған тупһаны ташлап китергә баҙнат итмәй.
Тормош тигәндән, һуғыш балалары иңенә ауырлыҡтар саманан тыш күп төшкәне хаҡында китаптарҙа байтаҡ яҙылған, тарих менән мисәт һуғылған. Бөгөн инде 75 йәшен тултырған инәйҙең дә иҫ йыйған сағы – ҡәһәрле йылдарға, йәшлеге илде емереклектән тергеҙеү мәленә тура килгәнен иҫәпләп сығарыуы ауыр түгел. Шул ваҡыттағы ауыр­лыҡ­тарҙы кисергән быуын урынында үҙеңде бер мәлгә генә күҙ алдына килтерһәң дә, тән зымбырлап китә.
– Кескәй саҡтан аслы-туҡлы үҫтек. Өйҙә ни бар, шуның менән хушһындыҡ. 14 йәштән колхозға рәсми рәүештә эшкә егелдек, тик уға тиклем дә ялан-ҡырҙарҙан ҡайтманыҡ. Шәхсән үҙем һарыҡ ҡарай торғайным, йәйем дә, ҡышым да ҡуй аҙбарында үтте, – тип хәтер ебен һүтә Әнисә инәй.
Ҡарайған ҡалҡандарыҮҙе һымаҡ ябай кешегә кейәүгә сыҡҡас та бала саҡтан күнегеп үҫкән көндәлек хеҙмәтен ташламай ул. Тормош иптәше бригадир булһа, үҙе йәнә һарыҡ ҡарай, йәйен 4,5 гектар ерҙә сөгөлдөр утай. Бөгөн бәрәңгене лә баҡсаға тултырмай ултыртҡандар менән сағыштырып буламы ул саҡтағы килендәрҙе?! Хәйер, шунса баҫыуҙы яңғыҙы утамай Әнисә, һәр саҡ янында балалары ныҡлы таяныс була. Ана шулай кескәй генә саҡтарынан хеҙмәт тәмен белеп үҫә Закир, Әлфиә, Сулпан һәм Лилиә. Әйтергә кәрәк, атай-әсәйҙән өлгө итеп алған тырышлыҡ, тәрбиә уларға тормошонда ҙур үрҙәр яуларға ярҙам итә лә инде. Закир менән Әлфиә медицина өлкәһендә абруйлы табип һәм шәфҡәт туташы булһа, Сулпан – ауыл хужалығы белгесе, төпсөк Лилиә – педагогия өлкәһендә ҙур ғалимә. Иң мөһиме – ниндәй вазифала эшләмә­һендәр, балалар ата-әсәләре сәскән изгелектең ҡәҙерен белә – был айырыуса хөрмәткә лайыҡ.
– Атай-әсәйебеҙ бер ауыр мәлдә лә беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманы, ҡурсалап торҙо, – ти балалар бер тауыштан.
...Тормош иптәше яҡты донъяны ҡалдырғас, нигеҙ таралмаһын тип, килен булып төшкән ауылда йәшәй бирә Әнисә. Тик, йырҙағыса, яңғыҙҙарҙы кем һуң йыуатыр, олоғайған көнөндә ҙур йортта бер үҙе генә ҡалыусылар хәлен ошондай уҡ яҙмышҡа дусар булғандар ғына аңлар. Ул бынан биш йыл элек Ҡарайғанда ауыл муллаһы, тол ир Мөнир Сөләймәнов менән йәнә тормош ҡора.
Әлбиттә, яңынан донъя ҡора тип әйтеүе генә еңел. Инде балалар түгел, ейән-бүләләр һөйөп ултырғанда, тормошто арҡыры-буй өйрәнеп бөткәндә, бер-береңә күнегеп китеүе үҙе бер һынауҙыр ул. Иртән үсегешеп, кисен ярашып, йәнә иртәгәгә ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәр дыуамал йәшлек түгел бит. Нисек кенә булмаһын, Әнисә инәй менән Мөнир олатай татыу итеп донъя көтә. Уларҙың уртаҡ яҙмышы шулай яҡынайырға, бер-береһен аңлап йәшәргә көс бирә.
Мөнир Сәлимйән улы ла ғүмер буйы колхозда ауыр эштә тир түгә, яуаплы вазифалар башҡара, хужалыҡ күрһәт­кестәрен республикала юғары кимәлдә күтәреү өсөн тырыша. Тормош иптәше Йәмилә менән Илвира исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, уларға яратҡан һөнәрен һайлауҙа, юғары белем алыуҙа терәк була, башланғыстарын хуплап тора, ғәҙеллеккә һәм тырышлыҡҡа өйрәтә.
Мөнир ағайҙың ауыл муллаһы икәнен хәтергә төшөрһәк, халыҡ менән тығыҙ аралашып йәшәүен инҡар итеп булмай. Ә бит дин әһеле аяттарҙы яттан уҡып, хәйер ҡылып ултырыусы ғына түгел. Ауылға иман таратыу, халыҡҡа кәңәш-нәсихәт биреү, йәштәрҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтеү ҙә, һис шикһеҙ, уның иңендә. Был йәһәттән ауылдаштары уны маҡтап ҡына телгә ала:
– Мөнир ағай – беҙҙең өсөн ҙур ҡалҡан, ниндәйҙер икеләнеү булһа ла, ауыр мәлдәрҙә лә уға йүгереп барабыҙ, Әнисә апай ҙа йылы һүҙһеҙ сығармай, – ти ҡарайғандар. Быға шик тыумай, юҡһа, әңгәмәселәрем менән аралашҡан мәлдә, мәҫәлән, бер егет килеп, уларҙан йорт нигеҙе ҡороу буйынса кәңәш һорап йөрөр инеме?
Бына шулай балаларына, ауылдаштарына терәк-таяныс, кәңәшсе булып көн итә Әнисә инәй менән Мөнир олатай.

Донъя ҡуласа...

Кәңәштәренә таянырҙай быуын, әйтергә кәрәк, йәш ҡарайғандарҙың ҙур бәхете, сөнки инәй-олатайҙар һаҡлаған тәжрибә, тарихи сығанаҡ үҙе үк ҙур хазина бит. Миңсара менән Фуат Вәлиевтәр ҙә шулай уҡ ауылдаштарының хөрмәтенә ҡойоноп йәшәй. Улар ҙа йәштәргә йылы һүҙҙәре менән дәрт өҫтәй, ышаныс тыуҙыра.
Был ғаилә йәшлек йылдарын ситтә үткәрһә лә, ҡарт көнөндә барыбер Фуат Ишмөхәмәт улының кендек ҡаны тамған ергә ҡайтып төпләнә.
– Торатау буйы һәр саҡ тартып торҙо, – ти ғаилә башлығы. Әммә ҡайһы бер хаҡлы ялдағылар һымаҡ әҙер өй һатып алып, шунда ваҡ донъя мәшәҡәте менән генә булышып көн үткәрмәй Вәлиевтәр. Ҡайтып төшөү менән ең һыҙғанып, яңы йорт һалып инәләр, бер үк ваҡытта Фуат ағай төплө итеп ауыл тарихын өйрәнергә тотона.
Береһе – Ишембай бөркөтө, икенсеһе – Учалы һылыуы. Был ғаиләне йүнәлтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы районына эшкә ебәрәләр. Йәш педагогтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Фуат менән Миңсара тәүге дәрестәренән үк балаларҙы ылыҡтыра, ҡыҙыҡһындыра ала һәм ғүмер буйы нисәмә быуын уҡыусыға төплө белем бирә. Ғаилә башлығы мәктәп директоры вазифаһына тиклем үрләһә, ҡатын кеше иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы булараҡ дан ҡаҙана.
Әммә баланы шәхес итеп үҫтереүҙә белем биреү генә аҙ икәнлеген яҡшы аңлай Вәлиевтәр, шуға тәрбиә эшенә айырыуса иғтибар бирәләр. Уҡыусы­ларында ғәҙеллек, талапсанлыҡ һәм яуаплылыҡ төшөнсәһен һеңдерергә ынтыла улар һәр саҡ. Кәрәк саҡта балаларҙы ҡалҡандай ҡурсалайҙар ҙа. Нисек кенә булмаһын, күпме егет-ҡыҙҙы кеше иткән был шәхестәр. Үҙҙәре күптән ҙур тормошта йөҙһәләр ҙә, уҡыусылары остаздарын онотмай, хәл белешә, биргән һабаҡтары өсөн рәхмәт әйтә. Ошонан да ҙур абруй бармы һуң педагог өсөн?
Уҡытыусы тигәндән, Вәлиевтәрҙең уртансы улдары Нурмөхәмәт тә атай-әсәй юлын һайлай, шулай уҡ уҡытыусы, юғары уҡыу йортонда белем бирә. Иң өлкәндәре Фирҙәт иһә юстиция өлкәһендә эшләп, инде хаҡлы ялда, төпсөктәре Илһам юрист һөнәрен һайлай. Һәммәһенең үҙ ғаиләһе бар, матур итеп донъя көтәләр.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн Миңсара Ғәлиулла ҡыҙы түшәктә генә ятырға мәжбүр, уны ҡаты сир күптән түгел аяҡтан йыҡҡан. Әммә был бәләне Вәлиевтәр сираттағы һынау булараҡ ҡабул итә, бирешмәй, берҙәм булып йәшәргә тырыша.
– Яңғыҙым булһам, ни эшләр инем икән? Әлдә бабайым, уңған улдарым бар. Бигерәк тә килендәремә рәхмәт, үҙ әсәйҙәреләй ҡарайҙар, – тип күҙ йәштәрен һөртә Миңсара инәй.
Донъя ҡуласа, кеше балаларын тәрбиәләгәндә киләсәгенә орлоҡ һалып ҡуйғанына инанаһың Вәлиевтәр миҫалында. Иң мөһиме – дөрөҫ итеп үҫтерә лә белергә кәрәктер шытымды, юҡһа йүнһеҙ балалар миҫалын да аҙ белмәй кешелек тарихы. Бөгөн һин – балаңа, яҡындарыңа, яҡташтарыңа ҡалҡан, иртәгә үҙең уларҙың ҡулына ҡалыуың ихтимал.







Вернуться назад