Берәүҙең дә көсө берәгәй03.08.2016
Килде заман: һәр яҡты көнөбөҙ Интернеттан башлана, Интернет менән барып бөтә. Элек яңылыҡты көтөү ҡыуғанда ишетеп ҡайтһаҡ, хәҙер – күҙҙе тырнап асҡас та. Эргәңдә ятҡан телефоныңды ҡулға алыуың ғына көс...
Ысынлап та, ошо бөтә донъя мәғлүмәт селтәре тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Унһыҙ үҙеңде иң ҡәҙерле ризығыңды, иң сағыу тәтәйеңде тартып алғандар кеүек хис итәһең хатта. Интернет үтә ҡөҙрәтле көскә әүерелә бара. Төрлө илдәрҙә власть өсөн көрәшкән эреле-ваҡлы партияларың ситтә торһон – бөгөн уларҙың барыһын да “Фейсбук”, “Твиттер” кеүек селтәрҙәр аша ғына мәғлүмәт һуғышы ярҙамында “бер һелтәүҙә” юҡҡа сығарырға мөмкин. “Фейсбук”ты ҡулланыусылар Ер йөҙөндә 1,5 миллиард кеше! Ниндәй ойошма шундай “ғәскәре” менән маҡтана ала? Юҡҡамы ни шундай ҙа серле мәғлүмәттәргә эйә булған һәм уларҙы таратҡан Джулиан Ассанж йәки Эдвард Сноуденды ҡайһы бер дәүләттәр иң аяуһыҙ террорсылар менән бер рәткә ҡуйып ҡаты эҙәрлекләй. Һөҙөмтәлә Интернеттағы бер генә кеше тотош партияларҙан, армияларҙан көслөрәк һәм хәүефлерәк булып сыға. Ошо рәүешле “бәләкәй генә власҡа” эйә булған әҙәм кешелек аңына “ҙур власҡа” ҡарағанда көслөрәк йоғонто яһай. Ул ҡайҙалыр алыҫта, күҙгә лә күренмәйҙер, бәлки... Хатта бары тик фараз ғына емешелер ҙә... Ә тәьҫире!
Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа унан да, бынан да Ислам дәүләте (Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә тыйылған террорсылыҡ ойошмаһы) тигән хәүефле атама яңғырай: “Фәлән ерҙә террор акты булған. Ислам дәүләте уның өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған...” ИД беҙҙең өсөн иң ҡурҡыныс януарҙан да ҡурҡынысыраҡ. Ә бит уны күргәнебеҙ ҙә юҡ. Бына шул ИД-ны һүрәтләп бир тиһәләр, өс һүҙҙән артығын әйтә алмаясаҡбыҙ. Ниңәме? Бәй, ул башлыса киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән Интернет ярҙамында ла беҙҙең аңға һеңдерелгән образ бит. Хатта фантазия тиер инем мин, сөнки ҡайҙа ул Ислам дәүләте? Уның тәғәйен генә урыны-ере юҡ, ә уларҙың да, беҙҙең дә аңда формалашҡан виртуаль илде һынландырған һүҙбәйләнеш кенә рәүешендә. Аңлайышлыраҡ булһын өсөн шундай сағыштырыу ҙа етә: ул шул уҡ беҙгә яҡын “коммунизм” кеүек... Олатай-өләсәйҙәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ғүмере буйы “коммунизм төҙөнө”, “коммунизмға табан барҙы”. Барҙы ла ул, тик ул мираж кеүек һаман алыҫлашты ла алыҫлашты. Һәм бер көндө килеп юҡҡа сыҡты. Ә урыҫтың тапҡыр бер мәҡәле бар: “Изге урын буш тормай”...
Улайһа, “Ислам дәүләте” булмағас, кем һуң террор акттары ойоштора, Яҡын Көнсығышта һуғыш алып бара, тиерһегеҙ. Ә барлыҡ донъянан йыйып алынған мейеләре пропаганда менән томаланған психопаттар өйөрө... Шул уҡ Интернет киңлектәрендә лә шундай психологик баҫымға дусар булып, сит кеше тәьҫиренә бирешкән һәм илен-ғаиләһен ташлап ниндәйҙер идея артынан эйәреп киткән ихтыярһыҙ әҙәмдәр ғәскәре... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ һуғыш, етешһеҙ тормош арҡаһында үҙ еренән яҙған, әммә башҡа мөхиттә үҙен таба алмай һарыға һабышҡан ауырыуҙар тулҡыны...
Уйлап ҡарағыҙ әле, хәҙер бит шул “Ислам дәүләте” тигәндәре бер террорсынан тора. Ана, июль уртаһында Францияның Ницца ҡалаһында шундай сирле ҡәбәхәт йөк машинаһында йөҙгә яҡын кешене тапатып үлтерҙе, ике йөҙләбен зәғифләне. Ул хәлде шунда уҡ “террор акты” тип нарыҡланылар.
Хәйер, “Ислам дәүләте” террор ойошмаһына был уңай ғына. Әллә ысын, әллә юҡ, ул шунда уҡ ошондай вәхшилектәргә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һалып ебәрә. Үҙенең көсө менән маҡтана, бер юлы халыҡта йәнә ҡот осмалы ҡурҡыу тыуҙыра. Хәҙер инде берәй илдә ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, рәсми хәбәр итмәҫтән бөтәһе лә быны ИД ҡулы тип һанай. Интернет пропагандаһы ошоно беҙҙең мейегә күптән һеңдергән инде...
Ә бит бындай “һуғыш” өсөн күп кәрәкмәй. Шул ИД сайттарында ултырған, меңдәрсә йәш кешеләрҙең башын әйләндергән бер боевик етә. “Күренмәгән фронт” һуғышсыһы... “Бәләкәй власҡа” эйә булған әҙәм...
Шундай бөйөк көс ул Интернет. Файҙаһы ла бар, зыяны ла күп. Ә кеше аңын томалауҙа, гәзит-журнал, радио-телевидение менән сағыштырғанда, уға еткән сара юҡ шикелле. Шуға ла ул көсәйгән һайын “антивирус” та камиллаша барырға тейеш. Юғиһә мәғлүмәт быуатында кемдең мәғлүмәте нығыраҡ “шартлай”, шул еңә лә инде...