Ил ҡеүәтен арттырыр хеҙмәт03.08.2016
Ил ҡеүәтен арттырыр хеҙмәт Салауат исемендәге колхоз аграрийҙары районда беренселәрҙән булып ужым арышын сабыуға төштө. Изге эшкә фатиха бирергә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның урынбаҫары ауыл хужалығы идаралығы
начальнигы Ринат Сәйфетдинов килде.

Үҫемлекселек буйынса алдын­ғылар исемлегендәге хужалыҡта ужым культураһы 1200 гектарҙа сәселгән, шуның 850 гектары – бойҙай, 350-һе – арыш. Һауа торошоноң ҡоро тороуы культу­раларҙың аҙна-ун көн алдан өлгөрөүенә булышлыҡ иткән, оҙаҡламай ярауайҙар ҙа сабыласаҡ.
Үрге Юлдаш ауылына яҡын баҫыуҙа Салауат исемендәге колхоздың тәжрибәле меха­низаторҙары эшләй, уларҙың уртаса хеҙмәт стажы – 15-20 йыл.
– Йылдағыса беҙ баҫыу эштәренә тулыһынса әҙер, район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хеҙмәт хәүефһеҙлеге инженеры, дәүләт техник күҙә­теүе белгестәре составында төҙөлгән комиссия ураҡ эштәренә әҙерлекте тикшереп, юғары баһа бирҙе. Кадрҙар тулыһынса туп­ланған. Бөгөн баҫыуға хужа­лыҡтың 4-се бригадаһы сыҡты, егеттәрҙең ҡулы еңел, эште сифатлы һәм тиҙ арала тамам­лауҙарына ышанабыҙ. “Акрос” комбайнында баҫыу киңлеген иңләргә Фидан Әлимбаев, Азамат Йәрмө­хәмәтов, Ирек Сәфәров төштө. Закир Алсынбаев, Рәйес Исламғолов та үҙ эшен яҡшы белә. Әхәт Ғәй­нуллин, Артур Сәйҙәшев, Рәмзил Сәйфетдинов, Руслан Ғәйнуллин, Ғәфүр Бикбулатовтар “КамАЗ”-да алтынға бәрәбәр игенде киптереү комплексына ташый.
Егеттәрҙе яланда ике тапҡыр туҡландырыу ойошторолған, Насир Бикбулатов тәғәйен ваҡытҡа ҡайнар аш килтереп еткерә.
Ужым арышының дымлылыҡ күрһәткесе нормала. Әлегә алдан иҫәпләү буйынса, гектар ҡеүәте 30-35 центнер тәшкил итәсәк.
Күрше баҫыуҙа “Челенджер” тракторында Барый Хәбибуллин һәм “МагДон” сапҡысында йәш механизатор Руслан Алсынбаев эшләй. Беҙҙә ғаилә династияһын дауам иткәндәр күп. Ҡасандыр атайҙары ябай комбайн штурвалында ултырһа, бөгөн уларҙы заманса ҡеүәтле техника менән идара иткән улдары алмаштыра. Көнөнә механизатор 10 бункер тултырырға тейеш, был 60 тонна тигән һүҙ, әммә беҙҙең аграрийҙар ошо күрһәткес менән генә сикләнмәй, – ти бригадир Илдус Игбаев.
Баш агроном Денис Макеев хужалыҡта 110 гектарҙы биләгән картуф баҫыуы менән таныш­тырҙы, бөгөн шуның 60 гектарына махсус технология буйынса һыу һибелә. Тупраҡ даими өҫтәмә ашлау талап итә, уны индереү буйынса ла хужалыҡ – алдын­ғыларҙың береһе. Ужым культуралары көҙҙән сәселгәс, үҙенә кәрәкле дымды туплап өлгөрә, шунлыҡтан ҡоролоҡҡа бирешеп бармай.
Офоҡ менән тоташҡан алтын төҫөндәге иген баҫыуында тигеҙ рәт булып эшләгән комбайндар бункерынан йөк машиналарына ҡойолған ябай бөртөктәрҙе күргәс, күңелдә ил ҡеүәтен арттырыр икмәк үҫтереүселәрҙең хеҙмәте иң юғары баһаға эйә булыуына тағы бер тапҡыр инандым. Уңыштар һеҙгә, егеттәр!








Вернуться назад