“Ихата байрамдары” тергеҙелә03.08.2016
“Салауат ихатаһы” акцияһы әүҙемләшә. Ихата спортын тергеҙеү идеяһы Салауат ҡалаһында дүрт йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Уның төп маҡсаты — йәйге ял осоронда ҡалала ҡалған балаларҙы сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү.

Акция барышында һәр ихатала тиерлек кескәйҙәр өсөн байрам ойошторола. Уның программаһына концерт, хәрәкәтле уйындар, викториналар, аквагрим һәм башҡалар инә.
Бында һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл табасаҡ. Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – тематик майҙансыҡ, ҡала хакимиәтенең спорт комитеты физкультура йүнәлеше өсөн яуап бирһә, мәҙәниәт бүлеге ижади коллективтарҙы йәлеп итә. Ошо рәүешле йәй көндәрендә балалар ижадта һәм спортта һәләтен үҫтереү мөмкинлегенә эйә. Миҙгел аҙағында йомғаҡ яһалып, иң-иңдәргә бүләктәр тапшырыласаҡ.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад