Диңгеҙселәр иҫтәлегенә03.08.2016
Дәүләкән ҡалаһындағы Хәрби дан скверында моряктарға иҫтәлекле стела асылды. Был ваҡиға Рәсәй Хәрби диңгеҙ флотының 320 йыллығына арналды.
Стеланы ике яҡлап якорҙар һәм “Моряктарға ышаныс һәм хәҡиҡәт, Ватанға хеҙмәт итеүҙәге батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн” тигән яҙма биҙәй. Һәйкәлде ҡала халҡы үҙ аҡсаһына ҡуйған.
Байрам көнөндә Хәрби дан скверында Рәсәй флотында хеҙмәт иткәндәр, уларҙың ғаилә ағзалары, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Стеланы Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы президиумы ағзаһы, I ранг капитаны Рәмил Биктимеров менән Дәүләкән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Мөхәмәтйәнов асты.
Байрам тантаналы концерт менән тамамланды.