Таныҡлыҡтар бирелә03.08.2016
Бөгөн Рәсәй Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һәм Инорс, 19-сы Нарыш һайлау округтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса территориаль комиссияларҙа һайлаусыларға иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары бирелә башланы. Ул 6 сентябргә тиклем дауам итә.

Тауыш биреү көнөндә үҙенең һайлау участкаһына килә алма­ған граждан тейешле территориаль һайлау комиссияһында (та­уыш биреү көнөнә тиклем 45-10 көн алдан) йәки участка һай­лау комиссияһында (тауыш биреүгә тиклем туғыҙ һәм унан аҙыраҡ көн ҡалғас) иҫәптән төшөү таныҡлығын алырға һәм тә­ғә­йен көндә үҙе буласаҡ һайлау округы буйынса тауыш бирергә хоҡуҡлы.
Иҫәптән төшөү таныҡлығы тейешле һайлау комиссияһы тарафынан кешенең яҙма ғаризаһы нигеҙендә бирелә. Унда та­ныҡ­лыҡ алыуҙың сәбәбе күрһәтелергә тейеш. Документ һай­лау­сының ҡулына йәки нотариаль раҫланған ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә уның вәкиленә тапшырыла. Ышаныс ҡағыҙын шулай уҡ стационар дауалау-профилактика учреждениеһы, холоҡ төҙәтеү ойошмаһы хакимиәттәре (һайлаусы ошо учреждение­ларҙа булһа) раҫлау хоҡуғына эйә.
Участка һайлау комиссияларында иһә иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары 7—17 сентябрҙә бирелә.


Вернуться назад