Эш хаҡын түләмәһәләр...03.08.2016
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы яңы федераль закон проектын әҙерләй. Уға ярашлы, ойошманан хеҙмәт хаҡына ҡағылышлы бер генә ялыу булған осраҡта, ундағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ҡарата тикшереү үткәреләсәк.
Эксперттар фекеренсә, бындай закон хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын ысынлап яҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта унда тикшереү процедураһының ентекле билдәләнеүе, эш биреүселәр хоҡуҡтарының үтәлеүе шарт.
Эш хаҡы буйынса бурысҡа юл ҡуймау йәһәтенән дә өҫтәмә саралар күҙаллана. Айырым ялыу буйынса тикшереү уҙғарылғанда хеҙмәт хаҡын түләүгә ҡағылышлы етешһеҙлек асыҡланһа, “Роструд” органдарына ойошмалағы эш хаҡына бәйле хәлде тикшереү вәкәләтен йөкмәтеү ҡарала.