Өмөт — йәштәрҙә03.08.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев федераль һәм төбәк кимәлендәге проекттарҙа уңышлы сығыш яһаған Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларына наградалар тапшырҙы. Уларға йәштәр парламентаризмын үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерелде.

Республика парламенты спикеры әйтеүенсә, Йәштәр йәмәғәт палатаһы — хәҙерге йәмғиәттең мөһим институты. Ул әүҙем йәштәргә һәләттәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә, төбәктә тормошҡа ашырылған дәүләт йәштәр сәйәсәтенә ыңғай йоғонто яһай.
Даян Солтанғужин 2017 йылда Башҡортостанда “Урал мира­ҫы” милләт-ара этнофорумын үткәреүгә 200 мең һум алғайны. Арсен Зиннәтуллин күптән түгел “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе штабы етәксеһе итеп һайланды. Вито Сабиров Баш­ҡортостандағы йәш ғалимдарҙың иң яҡшы фәнни эш конкурсында еңеп сыҡты. Таһир Ғиззәтуллин иһә төрлө йылдарҙа “Өфөнөң иң яҡшы табибы” бәйгеһендә еңеп сыҡҡан, “Аванта”, “Баш ҡала ҡаҙанышы”, генерал-лейтенант В.И. Кокин исемендәге пре­мияларға эйә булған. Ә Елена Арямнова — Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй проекттар конкурсында еңеүгә өлгәшкән “Башҡортостан Республикаһының йәш журналист мәктәбе” проекты авторы. Зарина Ғәзизова Өфөнөң Ленин районында үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында, Шанхай ойошмаһы инновациялы форумының “Аҡыллы баш — Башҡортостан” программаһында еңеп сыҡҡан.
— Йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырмаған мәсьәлә юҡтыр. Парла­мен­тарийҙар булараҡ, һеҙ закон сығарыу эшмәкәрлегендә лә, мөһим һәм файҙалы башланғыстар тәҡдим итеүҙә лә ҡатнаша алаһығыҙ. Һеҙҙең бурыс — граждандар күтәргән көнүҙәк мәсьәләләрҙең үҙәгендә булыу, — тине Константин Толкачев.


Вернуться назад