Эшһөйәрҙе һөйә Илеш03.08.2016
Эшһөйәрҙе һөйә Илеш Игенселек, малсылыҡ буйынса элек-электән алдынғылыҡты бирмәгән Илеш районында был тармаҡ эшсәндәренә һәр саҡ ҙур иғтибар бүленә. Сираттағы хәстәрлек сараһы быны тағы бер ҡат иҫбатланы: Сереккүл ауыл Советы биләмәһендәге хужалыҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн “Төньяҡ” тип аталған яңы биҫтә төҙөлә башланы.

Республика адреслы инвестиция програм­маһына ярашлы тормошҡа ашырылған про­екттың хаҡы – 175,4 миллион һум. Эште барлыҡ коммуникациялар менән берлектә 2017 йылдың аҙағында тулыһынса тамамларға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, ошо уҡ программа бу­йынса Илештә тағы ла ике газ үткәргес төҙөлә.
Сереккүл биләмәһенә ингән ауыл хужалығы предприятиеларында (Куйбышев исемендәге комплекс, “Правда”, “Илеш-агро”, “Илеш” МТС-ы йәмғиәттәре, Рамаҙанов, Хәсәнов, Шамратов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары) 260-тан ашыу кеше эшләй. Улар йыл һайын 10 мең тонна самаһы ашлыҡ, 340 тонна тирәһе ит һәм биш мең тонна һөт етештерә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында. Әйтеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәрҙән 168 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, араларында йәш ғаиләләр байтаҡ.
– “Төньяҡ” биҫтәһендә 98 ер участкаһы, – ти район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Алмас Хафизов. – Яртыһы үҙләштерелә башланы ла инде. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренән, фермерҙарҙан тыш, ер ташламалы хаҡ менән социаль өлкәлә эшләгәндәргә лә бирелә. Участкаларҙың майҙаны – 20 сутый.
Бынан тыш, Илештә “Реаль эштәр” прог­рам­маһына ярашлы 22 проект тормошҡа ашырыла. Район депутаттар Советы секретары Игорь Никифоров әйтеүенсә, мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға район бюджеты, спонсорҙар (күпселек осраҡта – ауыл хужалығы предприятиелары), урындағы халыҡ үҙ өлөшөн өҫтәй.
Һөҙөмтәлә әле Илештең туғыҙ ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһы йүнәтелә, өсөһөндә юл ремонтлана, бишеһендә – мәҙә­ниәт йорто, икеһендә һәйкәлдәр терге­ҙелә, береһендә урамдарында яҡтылыҡ мәсьә­ләһе хәл ителә, йәнә икеһендә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөлә.







Вернуться назад