Һәр йортҡа — таҙа һыу17.03.2012
Һәр йортҡа — таҙа һыуҺәр цивилизацияның, һәр ҡаланың тарихын һыу менән тәьмин итеүҙең үҫеш дәүерҙәре сағылдыра. Салауат ҡалаһы ла ҡола яланда ҡағылған тәүге ҡаҙаҡтарҙан һәм палаткаларҙан түгел, ә үҙебеҙҙең эсәр һыу ҡоҙоғонан башланған. Тәүҙән үк ҡоҙоҡтар бер нисәү булған. Уларҙы 1948 йылда ҡаҙығандар һәм ҡул насостары менән һыу сығарғандар.
Бөгөн “Салауатводоканал” муниципаль унитар предприятиеһы — Башҡортостандың көньяҡ төбәген һыу менән тәьмин итеүсе ҙур ойошмаларҙың береһе. Ул яҡындағы алты ҡасабаға һәм Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына һыу бирә. Йөҙҙәрсә мең кешенең йәшәү кимәле, эпидемиологик именлеге һәм һаулығы предприятиеның ышаныслы эшенә бәйле.
Ярты быуатлыҡ эшмәкәрлек осоронда һыу хужалығы барлыҡҡа килә, төп бурыс үтәлә — кешеләр таҙа һыу ҡуллана башлай. Юғары сифатлы артезиан һыуы 50 метр тәрәнлектәге скважиналарҙан алына. Диспетчерлыҡ контроле, ер аҫтындағы һыу торбаларын төҙөкләндереү системаһы һөҙөмтәле эшләй. Былтыр селтәрҙе, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү ҡоролмаларын капиталь ремонтлауға 21,1 миллион һум аҡса бүленә. 48 янғын гидранты, 47 һыу алыу колонкаһы алмаштырыла һәм йүнәтелә. Һыу үткәргес селтәрҙәрҙең 8554,7 погон метрлыҡ металл торбаһы полиэтилен торбаларға алмаштырыла.
Һәр йортҡа — таҙа һыуҠыҫым аҫтында булмаған һыу бүлеү селтәрҙәренең торошо СМ 2 DR/Р100-5М робот техникаһы комплексы ярҙамында күҙәтелә. Ул электромагнит таҫмаға яҙыла.
Былтыр шулай уҡ 50,1 километр канализация селтәре йыуҙыртылған һәм таҙартылған, 230 ҡоҙоҡҡа ремонт үткәрелгән. Диаметры 200 миллиметрлыҡ һыу счетчиктарын барлау өсөн сығымдарҙы үлсәү буйынса автоматлаштырылған ҡорамалдар комплексы сафҡа индерелде. Төрлө диаметрҙағы 1505 һыу счетчигы тикшерелде. Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен теледиагностикалау, металл торба үткәргестәренең тәрәнлеген билдәләү өсөн “Сталкер 75-04” комплексы ҡулланыла. Селтәрҙәр һәм ҡоролмалар тулыһынса инвентаризацияланды.
Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү системалары эшенең һөҙөмтәлелеген, ышаныслылығын һәм тотороҡлолоғон даими арттырыу, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу — “Салауатводоканал” предприятиеһының өҫтөнлөклө бурысы.
Г. СӘХИЕВА.


Вернуться назад