Кисә Башҡортостанда Беренсе донъя һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар. Рәсәй парламенты башланғысы менән билдәләнгән дата осраҡлы түгел: 1 август — Рәсәй Беренсе донъя һуғышына (1914—1918) ҡушылған көн. Өфө һәм Ырымбур губерналарынан 480 меңдән ашыу кеше ул осорҙа армияға ебәрелә. Улар араһында дворяндар, крәҫтиәндәр ҙә була. Фронттарҙа Башҡортостан яугирҙәренән төҙөлгән хәрби частар, шул иҫәптән 106-сы Өфө һәм 190-сы Очаков пехота полктары һуғыша. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ араһында 166-сы Ровненск пехота полкы командиры, Генераль штаб генерал-майоры Рауил Сыртланов та бар. Бәләбәй өйәҙендә тыуып үҫкән яугир ҡаты һуғышта үҙ полкын һөжүмгә күтәреп, дошман нығытмаһына беренсе булып барып еткән өсөн 1917 йылдың февралендә (үлгәндән һуң) иң почетлы һәм юғары офицер наградаһы — IV дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.
1 августа республика музейҙарында һәм художество галереяларында Беренсе донъя һуғышына арналған бик күп тематик күргәҙмәләр асылды, фәнни-ғәмәли конференциялар, олимпиадалар, иншалар конкурсы ойошторолдо.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.