Журналистарға — ярыш майҙаны02.08.2016
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл 15 июлдән 15 декабргә тиклем киң мәғлүмәт сараларында етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын, дәүләт власы органдарына, урындағы үҙидара органдарына һайлауҙы һәм һайлау ҡануниәте мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға Бөтә Рәсәй конкурсын иғлан итте.
Шулай уҡ конкурс тураһындағы положение раҫланды, ижади проектҡа йомғаҡ яһау буйынса комиссия, материалдарҙы ҡарау буйынса эш төркөмө ойошторолдо. Эш төркөмөнә 25 ноябргә тиклем килгән эштәргә экспертиза үткәреү һәм конкурс комиссияһына уларҙың иң яҡшыларын һайлап алыу буйынса тәҡдимдәр индереү бурысы йөкмәтелде.
Бәйгелә ҡатнашыу шарттары хаҡындағы мәғлүмәтте Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында табырға мөмкин.