Ғафуриҙа шәшке үрсетмәкселәр02.08.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ғафури районына эш сәфәре барышында шәхси эшҡыуар Рөстәм Ғизәтуллиндың аҡ төлкө фермаһында булды. 2014 йылдан эшләгән ферма Үтәк ауылында урынлашҡан.
Аҡ төлкөнө йүнсел ауыл хужалығын үҫтереүҙең муниципаль программаһына ярашлы бүленгән аҡсаға һатып алған. Әле фермала 500 йәнлек, шул иҫәптән 150 инә төлкө аҫрала. Уларға аҙыҡты Өфөнән һәм Илеш районынан килтерәләр. Былтыр иһә 150-нән ашыу ҡиммәтле йәнлек тиреһе һатылған.
Республика Башлығы хужалыҡты үҫтереү планы менән ҡыҙыҡһынды. Фермер әйтеүенсә, төлкөләр һанын бер меңгә еткереү күҙаллана. Производствоны киңәйтеү өсөн ер етерлек. Киләсәктә Ғизәтуллиндар ғаиләһе шәшке үрсетергә ниәтләй.
— Беҙҙең бурыс — һеҙгә ярҙам итеү, — тине Рөстәм Хәмитов һәм республика программаларында әүҙемерәк ҡатнашыу, артабанғы үҫеш өсөн субсидия алыу зарурлығын билдәләне.