Комиссияға кемдәр дәғүә итә?02.08.2016
Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Александр Бречалов хәбәр итеүенсә, 2008 йылдың 10 июнендәге “Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм ошондай урындарҙағы кешеләргә булышлыҡ итеү тураһында”ғы 76-сы Федераль законға ярашлы, 2 августан Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү башланды.

Ошоға бәйле йәмәғәт берекмәләренә комиссия составына кандидатуралар күрһәтеүҙә ҡатнашырға һәм 60 көн эсендә Йәмәғәт палатаһы секретары исеменә тейешле ғариза, шулай уҡ Федераль законда күрһәтелгән документтар ебәрергә тәҡдим ителә.
Рәсәй төбәктәрендә йәмәғәт күҙәтеү комиссияларын ойоштороу тәртибе тураһындағы мәғлүмәт, комиссия ағзалығына кандидаттар күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр Йәмәғәт палатаһының http://www.oprf.ru сайтында урынлаштырылған.
Белешмә өсөн телефон: 8 (495) 221-83-63, өҫтәмә номер: 8029.


Вернуться назад