Башҡортостанда барлыҡ киң мәғлүмәт саралары ла ярайһы уҡ үҫешкән. Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Рәсәй төбәктәрендә медиаөлкәнең үҫеш индексы һөҙөмтәләренә аңлатма бирҙе. “Медиастандарт” фонды илдең 85 төбәгендә киң мәғлүмәт институты кимәлен тикшерҙе. Башҡортостан мөмкин булған дүрт кимәлдең “ҡәнәғәтләнерлек” тигән икенсе “В” категорияһына эләкте. (“А” — “ыңғай”, “С” — “ҡәнәғәтләнерлек түгел” һәм “D” — “киҫкен”).
Фонд, дөйөм рейтингка ингән биш шәхси индекстың һәр береһен ентекле һүрәтләп, Башҡортостан паспортын тәҡдим итте. Шуныһы ҡыҙыҡлы: республикалағы киң мәғлүмәт саралары контентын баһалаған күрһәткестәрҙең барыһы ла тиерлек уртасанан юғарыраҡ. “Төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары тапшырған мәғлүмәттәр тулы, оператив һәм дөрөҫлөккә тап килә. Журналистар темаларҙы үҙаллы һайлай”, — тиелә рейтингка бирелгән аңлатмала.
— Телесигналға, полиграфия ҡеүәттәренә килгәндә, беҙ — Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе. Матбуғатты берәмләп таратыу йәһәтенән үҫеш ҡеүәте етерлек. Иң күп уҡыған республика булыуыбыҙ ҙа мәғлүм. TNS мәғлүмәттәре буйынса “БЮТ” иң яҡшы биш төбәк телеканалы иҫәбенә инә, ә “Башинформ” агентлығы Волга буйы федераль округында цитаталар алынған иң шәп сайттар араһында, — тине Борис Мелкоедов.