Өфөләр Эльбрусҡа күтәрелә02.08.2016
Өфөләр Эльбрусҡа күтәрелә 25 июлдә Эльбрус тауына юлланған Өфөнөң “Вертикаль” экспедицияһы тәғәйен ергә имен-аман барып етте һәм Терскол ҡасабаһында урынлашты. Сараны Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе, “Юл радиоһы” һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторҙо.


Экспедицияның маҡсаты — күренекле режиссер Станислав Говорухиндың “Вертикаль” фильмы төшөрөлгән урындарҙан үтеү. Әйт­кәндәй, был картинала төп ролдәр­ҙең береһен Владимир Высоцкий башҡарғайны. Быйыл фильмға — 50, уның режиссерына 80 йәш тулды. Әлеге көндә экспедицияла ҡатна­шыу­сылар юғары бейеклектәге һауа шарттарына яраҡлашыу өсөн көн һайын күнекмәләр үтә. Улар “Приэльбрусье” милли паркында 3200 метрлыҡ Терскол тауы һыр­тына күтәрелде, 2006 метр бе­йеклектәге Донгуз-орун тарлауы­ғында “Вертикаль” фильмы төшө­рөлгән урын­дарҙа булды, Ирик йылғаһы үҙәне буйлап Эльбрустың көнсығыш түбәһенә табан 15 саҡрым юл үтте.
Өфөләр Эльбрусҡа күтәреләТерскол ҡасабаһында экспеди­ция­ның кино төшөрөү төркөмө Станислав Говорухиндың “Вертикаль” һәм “Аҡ шартлау” (“Белый взрыв”) фильмдарындағы күмәк ролдәрҙе башҡарыусыларҙы эҙләп тапты, 94 йәшлек берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажиморат Исмаилович Бичекуев менән осрашты. Әйткәндәй, ул әлеге картина­ларҙың төшөрөлгәнен үҙ күҙе менән күргән, режиссер һәм Владимир Высоцкий менән шәхсән аралашҡан. Ветеран менән әңгәмә материалдары документаль фильмға ла индерелгән. Уның монтажын быйыл сентябрҙә тамамларға ниәтләйҙәр.
Эльбрус итәгендә урынлашҡан лагерҙа экспедицияла ҡатнашыусы­лар акклиматизацияның иң юғары бейеклегенә етте. Ошонда уҡ ғәҙәт­тән тыш хәлдәрҙә альпинистар кәрәк-ярағын файҙаланырға ла өйрәнде.
Кисә төркөм “11-ҙең приюты” — Пастухов ҡаялары маршруты буйынса ҡуҙғалды. Был урындарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Эльбрусты азат итеү буйынса ҡаты һуғыштар булған. Тиҙҙән экспедиция Европа менән Рәсәйҙең иң бейек түбәһе — Эльбрусҡа артыласаҡ. Һауа шарттары ҡулай булған осраҡ­та был эш 3 авгусҡа тәғәйенләнгән.
Ҙур сәфәр алдынан ял мәлендә республиканың билдәле йырсы-бардтары Рәмил Бәҙәмшин, Александр Топольников, Александр Лынник Гарабаши лагеры тамашасылары өсөн 4 мең метр бейеклектә үҙенсәлекле концерт ҡуясаҡ.







Вернуться назад