Һөт тигәнең һөт булмаһа...02.08.2016
Магазиндан һатып алған һөт бына нисә аҙна инде әсемәй... Хәйер, уны һөт тип әйтеүе лә ҡыйын. Ә ауылға бер ҡайтҡанда әсәйемдең: “Быйыл йәй шул тиклем эҫе, хатта һыйырҙың һөтө еленендә үк әсей”, — тип зарланғанын иҫләһәм, ризыҡтың сифаты, таҙалығы тағы ла нығыраҡ уйландыра. Шулай ҙа яҡын киләсәктә был һорауҙарға ла яуап табасаҡбыҙ, тип ышандыра Рәсәй ауыл хужалығы тармағын күҙәтеү идаралығы белгестәре.
Әйтәйек, шул уҡ һөттөң составын кеҫә телефоны ярҙамында ла асыҡлап буласаҡ, ти улар. Кәрәк икән, хатта һыйырҙың нимә менән туҡланғанын да әйтеп бирәсәк ул. Бының өсөн һөт һауытындағы штрих-кодты телефонға “уҡытыу” ҙа етә. Ул иһә әлеге төр ризыҡ тураһындағы барлыҡ мәғлүмәтте экранға сығарасаҡ.
Дөрөҫ, әлегә был система тулыһынса эшләнеп бөтмәгән. Әммә ул ғәмәлгә инә ҡалһа, кеше һатып алырға йыйынған ризыҡтың ҡайҙа, кем тарафынан етештерелеүен, составында нимәләр булыуын, әҙер продукт хәленә еткәнсе ниндәй этаптар уҙыуын белә аласаҡ. Унда, әйтәйек, шул уҡ һөттөң ҡайһы ферма һыйырынан һауып алынғаны, уның нимә менән туҡланғанына ҡәҙәр күрһәтеләсәк. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, был да бик кәрәкле мәғлүмәт, сөнки бөгөн аҡһымлы мал аҙығы урынына йыш ҡына төрлө ҡушылмалар өҫтәйҙәр.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн Рәсәй халҡының 33 проценты — магазин кәштәләрендәге сырҙың, 20 проценты — емеш-еләктең, 19 проценты балыҡтың сифатынан ҡәнәғәт түгел.