Аҡсалата алырға теләһәң02.08.2016
Ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуғы булғандар — Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, блокадала булыусылар, инвалидтар, шул иҫәптән инвалид-балалар һ.б. — социаль хеҙмәтләндереү йыйылмаһынан йәки уның ниндәйҙер бер өлөшөнән баш тартыу тураһында ғариза яҙа ала.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ғаризаны урындағы Пенсия фонды идаралығына тапшырыу шарт. Күп функциялы үҙәк аша ла бирергә мөмкин. Әле айлыҡ социаль йыйылма күләме 995 һум 23 тин тәшкил итә. Шуның 766 һум 55 тине – тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 118 һум 59 тине – шифаханала дауаланыуға, 110 һум 9 тине ҡала яны тимер юл транспортында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауалау урынына бушлай барып-ҡайтыуға бүленә.
Башҡортостандың Пенсия фонды идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн республикала 338 мең кеше ташламалар менән файҙалана. Уларҙың 305 меңдән ашыуы социаль хеҙмәттәрҙән баш тартып, уны аҡсалата алыуға өҫтөнлөк бирә.