Ҡәнәғәт булмаһаң – белдер…02.08.2016
Хәйер, ҡәнәғәт булһаң да әйт. Мотлаҡ фекереңде белдер, сөнки йыл аҙағынаса Рәсәй Федерацияһының барлыҡ полик­линикалары һәм дауаханалары пациенттарҙың бойондороҡһоҙ тауыш биреү һөҙөмтәһенән сығып тейешле баһаһын аласаҡ. Был интерактив һорау алыу граждандарға “Ашығыс ярҙам”ды беренсе шылтыратҡанда уҡ саҡырта алдығыҙмы?”, “Һеҙҙе хеҙмәтләндергән персоналдың эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтһегеҙме?” тигәнерәк медицина өлкәһендә йыш борсоған һорауҙарға яуап биреү мөмкинлеген бирә.


Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тауыш биреү анкеталарын халыҡ күҙлегенән сығып төҙөүҙе дөрөҫ тип тапҡан. Был дауахана, поликлиника менән кешеләр араһындағы бәйләнештең асыҡлығын, сараның ғәҙел үтеүен тәьмин итәсәк. Ә иһә пациентты хеҙмәтләндергән медицина ойошмаһы тураһындағы мәғлүмәт­тең ҡулланыу өсөн асыҡ һәм аңла­йышлы булыуы, хеҙмәтләндереүҙең уңайлыҡтары, сират көтөү ваҡыты, табиптарҙың пациентҡа мөнәсәбәте, дауалауға төплө ҡараштары һәм ауырыуҙы рухи ҡәнәғәтләндереү кеүек нигеҙле борсолоуҙар тауыш биреүҙең төп маҡсаты булып тора ла инде.
– Әлбиттә, табиптың профессионал кимәлен һәр кем баһалай алмай, әммә үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген йә ыңғай баһаһын һәр кеше әйтергә хоҡуҡлы, – ти Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Яковлева. Тик миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле. Рәсәй кимәлендә был сара, бәлки, юғары кимәлдә өйрәнелер ҙә ти, әммә беҙҙең төбәктә был мәсьәләгә нисегерәк ҡарарҙар? Ни тиһәң дә, баш ҡала­быҙҙың үҙәк дауаханаларында, поликлиникаларында сират, табиптарҙың пациентҡа мөнәсәбәте әле булһа асыҡ ҡала. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта дауала­ныу ойошмаларына индерелгән яңылыҡ республика халҡының көнитмешенә ярайһы уҡ баш бәләһе өҫтәне – табипҡа күренеү өсөн ойошманың теркәлеү бүлегендә түгел, ә мобиль телефондан шылтыратып яҙылыуҙы хуп күрәләр. Тик бөгөн бөтәһе лә кеҫә телефоны ҡуллана тип әйтеп булмай, бигерәк тә ауыл ерендә. Ярар, шылтыратты ла ти, тик был осраҡта тел “барьеры”н да инҡар итергә ярамай. Айырыуса урыҫ телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән оло йәштәгеләргә ҡыйын. Унан бит теркәлеү үткәргән белгестең дә һине дөрөҫ аңлауы шарт. Ә инде ошо “мәшәҡәттән” ҡасып, элеккесә дауаханаларҙың теркәлеү бүлегенә генә барып яҙылырға теләгән граждандарға урындағы белгестәрҙең мөнәсәбәте нәҡ бөгөнгө күтәргән темабыҙға тура килә лә инде.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа медицина өлкәһенең үҫешкәнен, юғары уҡыу йорттары студенттарының ал­дынғы заман технологияларын өйрәне­үен ғорурланып һөйләйбеҙ. Тик шунда уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер уяна – баш ҡаланан ситтәге район-ҡа­ла­лар­ҙағы дауахана-поликлиникаларҙа ни өсөн дауалау ысулдары камиллыҡтан йыраҡ, халыҡ та табиптарҙан йыш зар­лана?
Әле яңыраҡ ҡына шундай закон сыҡты. Уға ярашлы “Ашығыс ярҙам”ды Рәсәй халҡы (ҡайһы бер категория­лар­ҙан тыш) бушлай йылына дүрт тапҡыр ғына саҡырта ала. Әгәр ихтыяжың артып китә икән, медицина ярҙамы алған өсөн йә түләйһең, йә... Һәр хәлдә, был йәһәттән Интернет киңлектәрендә әүҙем фекер алышыу бара. Шуға ла бөгөнгө интерактив һорау алыу бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Ә инде беҙ йәшәгән төбәктең медицина тармағы ниндәй кимәлдә булыуын йыл аҙағында тауыш биреү һөҙөмтәләренән күрербеҙ.









Вернуться назад