Флүр ҒӘЛИМОВ: “Эске азатлыҡҡа өлгәштем”02.08.2016
Флүр ҒӘЛИМОВ:  “Эске азатлыҡҡа өлгәштем” Донъя – ҡуласа, килтерә лә бер баҫа... Ошо мәҡәл киң таралған халыҡ араһында. Боронғо дәүерҙәрҙән алып әллә ниндәй ҡыйралыштар кисергән, инде упҡын ситенә етеп, Мәңгелеккә сумдым тигән еренән ҡабат аяҡҡа баҫып китә алған әҙәм балалары алдында XX быуат аҙағы, XXI быуат башы йәнә ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Бер ҡараһаң, барыһы ла цивилизация талаптарына яуап бирә һымаҡ, икенсе яҡтан баҡһаң, ошомо һуң Кешелек ынтылған яҡты көндәр: ата-әсәһен танымаған йәш быуын, эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ һаҙлығына батып барған замана, эшһеҙлек, ҡатын-ҡыҙҙың власы, вәхшилек, ҡан ҡойош... Хәйер, һанай китһәң, бөгөнгөбөҙҙөң ғибрәтле күренештәре Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы геройы Салауат Байғазинды ғына тетрәндерәме икән? Уның йөҙөндә тотош бер быуындың рухи эҙләнеүҙәрен, һыҙланыуҙарын күрәбеҙ, әммә бөтәһе лә еңеп сыға алдымы һуң күңел, рухи ҡыйралыштарҙы? Кешегә һәр ваҡыт идея-инаныстар кәрәк, әммә халыҡтың рухи терәүҙәре емерелеп барғанда, борондан батырҙары, дин әһелдәре, сәсәндәре менән дан ҡаҙанған башҡорт милләтенең вариҫтарына бөгөн нисек йәшәргә? Кемдән яҡлау, таяныс эҙләргә? Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың алтынсы быуын тоҡомо булған Салауат Байғазинда ата-бабаһының ғәййәрлек рухы, замана ҡуйған ҡаршылыҡтарға яуға сығыу һәләте ярылып ята. Шуға трилогия авторы менән әңгәмәне лә төп геройҙың нәҫел ебенә ҡағылышлы һорауҙан башлайбыҙ.


– Салауат Байғазин – әҫәреңдең төп геройы – Салауат Юлаевтың алтынсы быуын нәҫеле. Ни өсөн тап азатлыҡ символына әйләнгән милли геройҙың тоҡомо итеп алырға булдың уны?
– Бынан егерме йыл самаһы элек Башҡортостан яҙыусыларының бер йыйылышында профессор Зәйтүнә Шәрипова үҙенең сығышында ошо фекерҙе әйткәйне: әҙәбиәтебеҙҙә халҡыбыҙҙың милли характеры ярылып ятҡан герой, ысын башҡорт образы һаман тыуҙырылмаған әле...
– Бөгөнгө, яңы заман башҡорто тигән мәғәнәлә әйткәндер ул?
– Бәлки, һин хаҡлылыр, Лариса... Әммә Зәйтүнә Яхъя ҡыҙының шул фекере күңелемә инеп ояланы, һәм ошо буш­лыҡты тултырыу теләге менән яна башланым. Маҡ­сатым – замандаш башҡорт­тоң образын тыуҙырыу, әҙәбиәтебеҙгә яңы геройҙар, бығаса яҡтыртылмаған темалар алып килеү ине. Әммә был мәсьәләләр бик ҡатмарлы булып сыҡты, уларҙы сисеү өсөн тәүҙә “Яңы башҡорт” романын яҙҙым. Һәм бына “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһын ижад иттем. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ бит: халҡыбыҙ тарафынын изгеләштерелгән милли батырыбыҙҙың алтынсы быуын тоҡомо беҙҙең арала йәшәп ята, хәрәкәт итә...
– Ысынлап та, ҡыҙыҡлы, уңышлы фекер килгән башыңа...
– Төп геройымды Салауат батыр тоҡомо итеп биреүемдең тағы ла етдиерәк сәбәбе бар: башҡорт борон-борондан яугир, батыр халыҡ булған. Тимәк, ысын башҡорт образын һүрәтләргә теләйем икән – ул батыр тоҡомонан булырға тейеш! Трилогиямды яҙып бөткәндән һуң Швейцария психиатры Карл Густав Юнгтың архетип – прообраздар тураһындағы яҙма­ларын уҡып хайран ҡалдым: әҫәремдең төп персонажы Салауат Байғазин, уның үткән тормош юлы, бөгөнгөһө иҫ китмәле рәүештә Герой архетибына тап килә! Юнгтың асышына ярашлы, американдарға Герой һәм Хаким, немецтарға һаҡлаусы вә Аҡыл эйәһе архетиптары яҡын булһа, башҡорт халҡына ла ғәжәйеп рәүештә Герой архетибы тап килә икән... Был тәбиғиҙер. Сөнки быуаттар дауамында “Урал батыр”, “Аҡъял батыр” героик эпос­тарын, батырҙарҙы данлаған ҡобайырҙар, әкиәттәр һәм башҡа фольклор ҡомарт­ҡылары ижад иткән вә шул әҫәрҙәр тәьҫи­рендә бихисап ҡаһармандар тәрбиәләп үҫтергән бит халҡыбыҙ. Көйөргәҙе районындағы бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылы кеүек иленә өс Советтар Союзы Геройы биргән тағы бер ауыл бармы икән Рәсәй киңлектәрендә? Ә һикһәнгә яҡын геройҙар биргән дивизия? Беҙҙең арала йәшәй Салауат, Аҡай, Кинйә, Ҡаранай, Алдар батыр вариҫтары. Беҙ лайыҡлымы үҙебеҙҙең мәртәбәле ата-бабаларыбыҙға? Бына ошо һорауға яуап эҙләү ҙә тыуҙырҙы был әҫәрҙе. Кем ул яңы заман башҡорто?
– Бына мин һиңә үҙем күҙ алдына баҫтырған заман башҡортон һүрәт­ләйем: ул иномаркала китеп бара, “Азамат” йыры ағыла плейлистан, сәғәткә ҡарап, намаҙ ваҡыты еткәнен күрә лә, юлын бүлеп, шул ерҙә тәһәрәт алып, имани бурысын үтәй ҙә сәфәрен артабан дауам итә. Ризыҡтарын тейәп кәрәкле урынға барып етеүгә, уны хөрмәтләп ҡаршы алалар. Был мин тәҡдим иткән вариант. Ошо хаҡта ни әйтерһең? Һинең замана башҡортоң ул ниндәй? “Яңы башҡорт” романы геройымы? Әллә Салауат Байғазинмы?
– Һинең образың оҡшай миңә. Нимәһе менәндер ул бит минең китаптар герой­ҙарына тартым. Эйе, замана башҡорто – ул “Яңы башҡорт” романы геройы. Әммә шуны әйтергә кәрәк: яраҡлаша, бөгөнгөгә ҡулайлаша алмауыбыҙ арҡаһында беҙ күп нәмә юғалтабыҙ. Башҡалар яңы закондарҙы, килеп тыуған мөмкинлектәрҙе тиҙ арала үҙләштергән саҡта, мал бүлгәндә, беҙ ситтә ҡалабыҙ. Малһыҙ егет – һанһыҙ, ти бит халыҡ мәҡәле. Матди бойондороҡ­һоҙлоҡ беҙҙең рухи, эске азатлығыбыҙҙы киңәйтә.
Революцияға тиклем феодализм ҡоролошонда, унан һуң капитализмда, аҙаҡ социализмда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ. Хәҙер килеп ҡырағай капитализм халыҡты тамам шаңҡытты. Һуңғы егерме биш йыл эсендә генә дүртенсе иҡтисади көрсөк кисерәбеҙ. Үҙгәреп торған тормош шарттарына яңы заман башҡорто ҡулайлаша белергә тейеш. Шунһыҙ булмай. Әгәр баҫҡан һайын баҫылһаҡ, беҙҙең милләттән ни ҡалыр? Яраҡлаша белмәй беҙҙең халыҡ. Лайыҡлы йәшәргә өйрәнергә ваҡыт.
– “Яраҡлашыу” тигәнде нисегерәк итеп аңлатыр инең? Баш эйергәме? Нимә тәҡдим итәләр шуға ризалашырғамы?
– Улай түгел, ә яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнеү. Баш эйеү түгел, ә һине буйһо­норға мәжбүр иткән закондарҙы оҫта итеп ҡуллана белеү. Ауылдарҙа эш юҡ, тиһә­ләр, мин таң ҡалам. Нисек инде ул эш юҡ? Эш бар ул, иман юҡ. Беҙҙә бит бөтәһе лә бар: үлән үҫә, йылға аға, ағастар япраҡ яра, тәбиғәт шарттары бик яйлы. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә эсәр һыу ҙа юҡ бит, уны табыр өсөн әллә күпме көс түгәләр. Ә беҙҙә булғандың ҡәҙере юҡ. Аллаһы Тәғәлә лә сарыф иткәндә лә, исраф итмә­гәнде ярата. Сәнскеләрҙән башҡа бер ни үҫмәгән сүллектәрҙә кешеләр дөйә аҫрап көн күрә. Ә беҙҙә – сәхрәләр! Рә­хәтләнеп иген ик, урман киҫ, мал көт, баҡ­са үҫтер, хәйер, һанап китһәң, аҙмы ни беҙҙең төбәктә шөғөлләнә алырлыҡ кәсептәр.
Бына әле мин Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында йәшәп ятам. Ундағы бесән­лектәрҙе күреп, берәүҙең дә сабып алмауына йәнем көйә. Эргәлә генә Ағиҙел ағып ята. Йәшерәк булһам, 100-ләп баш эре мал аҫрар инем. Әммә беҙҙекеләрҙән берәү ҙә был эшкә тотонмай. Әле бит хөкүмәт күпләп мал аҫраусыларға йыл һайын миллион һумлап субсидия бирә, тех­ника һатып алһаң – байтаҡ өлөшөн кире ҡайтара. Әйҙә, тәүәккәллә генә! Ә элек бөтәһе лә ҡул менән атҡарылған, әммә халыҡ һис иренмәй көтөү-көтөү йылҡы тотоп, ырыу-ырыу булып йәшәгән, сөнки егәрле, сәмле булған. Ул ваҡытта иман да көслө булған, шуға халыҡ һис нәмәгә бирешмәй, бер Аллаһҡа һыйынып, уның барлығын һәм берлеген танып йәшәгән.
Үткән быуат башында Стәрлетамаҡта ете мең тирәһе кеше йәшәһә, ҡала тирәһендәге ауылдарҙа йөҙәрләгән мең халыҡ көн күргән. Һәр ғаиләлә кәмендә етешәр бала үҫһә лә, ат, ҡул көсө менән эшкәртелгән ер барыһын да туйындырған. Халыҡ иманлы булғас, Аллаһы Тәғәлә уларға бәрәкәт биргән. Араҡы эсеп, тәмәке тартҡандан һуң, әлбиттә, бер нәмә лә эшләп булмай. Хәмер кешенең бөтә көсөн, аҡылын ала.
– Халҡыбыҙ ихлас, мәсеттәр асыла, дини китаптар сыға, мәҙрәсәләрҙә уҡыталар, әммә... Иманлы булыр өсөн беҙҙең милләткә нимә эшләргә кәрәк?
– Эйе, ихласбыҙ. Был сифат беҙҙең милләттең ҡанында. Мәсеттәр ҙә төҙөлә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе бикле тора. Ә бит ошондай мәсеттәрҙә Аллаһҡа табыныу хоҡуғын яҡлау өсөн генә халҡыбыҙ нисәмә тапҡыр яуға күтәрелгән?.. (Көсләп суҡындырыуҙар осоронда). Бер нисә йөҙ йыл дауам иткән колониаль сәйәсәт халҡыбыҙҙы ҡанһырат­ҡан, һаман аяҡҡа баҫа алмайбыҙ.
– Намаҙ уҡыған саҡта сәждә ҡылғанда тубыҡланып торалар бит, бәлки, беҙҙә әле ошо күренештер?
– Халҡыбыҙ Аллаһҡа сәждә ҡылһа, ни әйтер инең дә бит... Милләт ғәфләт йоҡоһонан айный алмай. Рухты һындырыуы, иманды юҡ итеүе анһат, ләкин уларҙы тергеҙеүе ауыр шул. Әммә, ышанам, шул ҡәҙәрле һынауҙар үтеп тә имен ҡалған халҡыбыҙ яйлап аяҡҡа баҫыр. Хәҙер шундай заман: тәүбәгә килеп, иманға ҡайтыуҙан башҡа юлыбыҙ юҡ. Был беҙҙең милләткә генә түгел, бөтөн кешелеккә ҡағыла. Донъяны тик иман ғына ҡотҡарыр.
Бер миҫал килтерәм. Рәсәйҙә өс ауыл бар: береһе – Мордва Республикаһындағы Белозерье, икенсеһе – Пенза яғындағы Әлүзән, өсөнсөһө – Свердловск тирәһендәге Шигири. Был ауылдарҙа халыҡ ислам динен тотоп, мәсеттәргә берҙәм һәм ихлас йөрөп, Аллаһы Тәғәләгә һыйынып йәшәй, шуға күрә улар шул тиклем берҙәм булып, матур итеп донъя көтә. Һәр ғаилә икешәр ҡатлы өйҙә көн итә, яҡшы иномаркаларҙа йөрөй, барыһының да үҙ эше бар, сөнки Аллаһы Тәғәлә үҙенә ихлас табынғандарға бәрәкәт бирә. Дини китаптарҙа яҙылыуынса, на­маҙға баҫыу менән сағыштырғанда, тау хәтлем изгелектәрең дә бәләкәсерәк икән. Быларҙы нимә өсөн һөйләйем һуң? Иман кешегә матди байлыҡтан да мөһимерәк нәмә – рухи паклыҡ бирә, сөнки Аллаһы Тәғәлә үҙенә табынғандарҙы, Уны таны­ған­дарҙы ярата. Әгәр ҙә башҡорт халҡы­ның күпселеге намаҙға баҫһа, беҙгә бә­рәкәт ҡайтыр һәм иң бәхетле ҡәүемдәрҙән булырбыҙ. Барлыҡ проблемаларыбыҙ ҙа хәл ителер. Был беҙгә генә түгел, бөтөн кешелеккә ҡағыла. Халҡыбыҙҙы киләсәктә шундай итеп күрергә теләүҙән дә тыуҙы был китап. Беҙ тәүбәгә килеп, иманға ҡайтырға тейешбеҙ.
– Һинең аңлауыңса, нимә ул иман?
– Иман – ул Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм берлеген таныу, Уның тарафынан ҡушылған юлды тотоу, шул рәүешле йәшәү. Раббыбыҙ Әҙәм менән Һауаны ожмахтан ҡыуған, әммә ҡарауһыҙ ҡалдырмаған, уларға йәннәткә ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу юлдарын да өйрәткән, рухи үҫеш дәүеренең бер осоронда кешеләргә дин ебәргән: иудаизм, христианлыҡ һәм иң аҙаҡтан ислам. Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, ҡасандыр атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауа ҡыуылған ожмахҡа әйләнеп ҡайтыу – нәҡ ошо инде йәшәү мәғәнәһе. Әҙәм балалары ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн генә донъяға килә, ә бының өсөн инде Аллаһ ҡушҡанға буйһоноп, бер уға ғына табынырға, диндә булырға тейешбеҙ.
– Романдың төп геройы Салауат Байғазин да хаталары аша дөрөҫ юл эҙләй. Ул хатта иманға килгәндән һуң да гонаһ ҡылыуҙан тулыһынса арына алмай. Бының менән автор йәнә бер тапҡыр кешенең пәйғәмбәр ҙә, фәрештә лә түгеллеген иҫбатларға тырыштымы?
– Һәр Әҙәм балаһы фәрештә кеүек изге генә була алмайҙыр. Булмышыбыҙҙа яҡшылыҡ та, яманлыҡ орлоҡтары ла бар. Шуға ла күңелебеҙҙәге яуызлыҡ үҫенте­ләрен сүп үләне һымаҡ даими рәүештә утап тороп, изгелекте үҫтерергә бурыс­лыбыҙ.
– Һин үҙең намаҙға баҫтыңмы?
– Аллаға шөкөр, бына инде алты йыл намаҙҙамын.
– Философия фәндәре кандидаты, ғалимә Зилә Рәхмәтуллина үҙенең “Башҡорт халҡының менталитеты” тигән фәнни эшендә: “Башҡорт халҡы яңылыҡты ауырлыҡ менән ҡабул итә”, – тип яҙа. Яҡшымы был, әллә насармы, ул хаҡта фекер йөрөтмәй, әммә күҙәтеүҙәр, аргументтар нигеҙендә шундай һығымта яһай. Һинең китабыңда “әле ҡылыс түгел, ҡағыҙ заманы” тигән әйтем бар. Был дәүерҙе башҡорттар нисек үтә?
– Халҡыбыҙ борондан яугир холоҡло, әммә хәҙерге донъяла яугирлек менән әллә ни ҡыра алмаясаҡбыҙ, эшлекле булырға өйрәнергә ваҡыт тиеүем. Ҡул көсөнән бигерәк, ҡағыҙ ярҙамында ҙур аҡсалар эшләргә мөмкин икәнлеген күрһәттем. Һигеҙ йыл элек сыҡҡан “Яңы башҡорт” романында “Иртәме-һуңмы, хөкүмәт ауыл хужалығына ҙур аҡсалар һаласаҡ, ошо тармаҡҡа тотонорға кәрәк” тип яҙғайным, бына көтөп алдыҡ, дәүләт фермерҙарға бушлай миллионлаған һумдар бирә, тырышып эшлә генә. Тик уларҙы алыр өсөн ҡағыҙҙар тултырырға кәрәк...
“Ҡағыҙ заманына” ла яраҡлашып бөтә алмайбыҙ, бушлай субсидиялар алыусылар араһында беҙҙекеләр аҙ.
– Эйе, Салауат Байғазин алғы ишек бикле булһа, артҡыһынан инә, унда юл ябылһа, тәҙрәгә килә, хатта мөрйәнән дә көтөргә була кеүек уны. Был замана башҡорто шулай булырға тейеш тигән фекерме? Әллә шулай тип иҫбатлайһыңмы?
– Маҡсат ҡуйғанһың икән, ташлама, мораҙыңа еткәнсе тырыш тигән һүҙ ул. Ғөмүмән, кеше үҙенең алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, эҙмә-эҙлекле эшләһә генә ҙур уңыштарға өлгәшә. Салауат Байғазинды ла тәүәккәл, алдына алған маҡсатына ирешеүсән зат итеп һүрәт­ләнем. Ни өсөн? Башҡаларға миҫал итеп. Хатта ҡайһы бер аҙымдарын һанап сығам. Ул танк һымаҡ, бөтә ҡаршылыҡтарҙы емереп үтә һәм барыбер еңеп сыға. Тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ күренгән ҙур эштәрҙе лә ослап ҡуя.
– Салауат Байғазин Флүр Ғәлимовтың прототибы тип уйлай алабыҙмы?
– Төп геройымдың характерын биреү, образын тулыландырыу маҡсатында үҙемдең байтаҡ тормош һабаҡтарымды ҡулландым. Әммә был шәхси тормош ваҡиғаларын бәйән итеү генә түгел. Салауат Байғазин – әҙәбиәт ҡанундарына ярашлы рәүештә типиклаштырылған образ. Уның бөтә шәхси донъяһы емерелеүҙән алда Советтар Союзы, бер нисә быуын табынып йәшәгән коммунистик идеалдар, инаныс-өмөттәр, әхлаҡ нормалары, ҡиммәттәр системаһы ҡыйрала бит әле. Һәм был рухи түңкәрелештәр бөтөн донъя проблемаларына, дөйөм кешелек цивилизацияһының глобаль кризисына алып барып бәйләп һүрәтләнә.
Йәнә тағы, әҙәбиәт тарихын ҡараһаҡ, бөтә ҙур яҙыусылар ҙа әҫәрҙәрендә үҙҙәренең тормош тәжрибәһен киң ҡулланған.
Мәҫәлән, Лев Толстой “Һуғыш һәм солох” романында кенәз А. Болконскийҙың нәҫеле тарихын яҙа. Ә бит Лев Никола­евичтың әсәһе – Волконский фамилиялы кенәздәр нәҫеленән. М. Лермонтовтың “Беҙҙең заман геройы” әҫәрендәге Печорин кемдең прототибы һуң? Ә Д. Байрондың Чайльд Гарольды? Әйткәндәй, А. Пушкин үҙенең “Евгений Онегин” романын, ә Ю. Лермонтов өҫтә аталған әҫәрен нәҡ Байронға эйәреп ижад иткән.
Хатта Мигель де Сервантес 400 йыл тирәһе элек яҙған үлемһеҙ “Дон Кихот”ын­да үҙенең һуғышта, аҙаҡ тотҡонлоҡта булғандарын ҡыҫтырмай ҡалмаған...
Талха Ғиниәтуллин менән Денис Ғилманов әңгәмә ҡорҙо бит әле. Шунда ана ул нимә ти: “Уҡырға кәрәк күп итеп... Һәм артыңа әйләнмәйенсә, кем нимә әйтер икән тимәйенсә яҙырға, фекереңде еткереү мөһим. Башҡорт әҙәбиәтендә әле булһа ниндәйҙер оялыу, баҙнатһыҙлыҡ. Мәйтәм, иптәштәр, етәр ҡамыт кейеп, нимәнәндер ҡурҡып йәшәргә!..” Йәғни яҙыусының эске азатлығы булырға тейеш, шунһыҙ йүнле әҫәр тыумаясаҡ.
– Китабыңда ла әйтелә “ҡоллоҡ психологияһы” хаҡында...
– Бөгөн беҙҙең халыҡ бик баҙнатһыҙ. Ә боронғо башҡорт батыр булған. Ике быуат буйына барған ихтилалдарҙан һуң милләтебеҙҙең хәле мөшкөлләнгән шул. Ә ярлылыҡ, аслыҡ, хоҡуҡһыҙлыҡ кешене меҫкенгә әйләндерә. Колониаль сәйәсәт һөҙөмтәһендә халҡыбыҙ асылы ҙур үҙгәрештәр кисергән.
– Аллаһы Тәғәләнән кеше ҡурҡырға тейешме, әллә табынырғамы? Һинеңсә нисек?
– Ҡурҡырға, табынырға һәм яратырға.
– Башҡорт байыһа, ҡатын ала, тиҙәр. Салауат Байғазин да бындай аҙымға бара. Күп ҡатынлылыҡҡа авторҙың үҙенең мөнәсәбәте нисек?
– Урта йәштәр кризисы кисергән осоромда, йәғни ҡырҡҡа етеп барған саҡтарымда, ике ҡатын тураһында хыял иткәйнем. Үҙемсә, был теләгемде аҡларлыҡ дәлилдәрем дә бар ине: малды, аҡсаны күп табам икән, тимәк, хаҡым бар. Бөгөн был мәсьәләгә ҡарашым үҙгәрҙе: полигамия булмышыбыҙға гендар кимәлендә һалынһа ла, әле күп ҡатынлылыҡ өсөн иҡтисади ерлек юҡ. Йәғни ҡатындар хәҙер бойондороҡһоҙ, ҡайһы берҙәре ирҙәрҙән дә күберәк мал таба. Әлеге көндә, киреһенсә, донъяның ҙурыраҡ өлөшөндә матриархат хөкөм һөрә. Бына быға ҡырҡа ҡаршымын.
– Был фекерең менән мин дә килешәм. Ҡатын аҡылы менән барған донъя ҡайҙа китеп барғанын бөгөн күрәбеҙ. Ғаиләлә асылырға тейеш гүзәл зат. Нәнәйем, беләһеңме, ни тип әйтә торғайны: “Алтын сәсле ҡатындан, баҡа башлы ир яҡшы!” Заман ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай түгелме?
– Ҡатын-ҡыҙҙың иң бөйөк һәм мөҡәддәс бурысы – бала табып, уға матур тәрбиә биреү, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, иренә тейешле мөнәсәбәт күрһәтеү. Балаларың йүнлеме-йүнһеҙме, өйөң йәмлеме-шыҡһыҙмы, ир кеше бәхетлеме-юҡмы – барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан, Әсә кешенән тора. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ғаиләләрҙә атай абруйы төшкәндән-төшә бара. Әлбиттә, эскегә һабышҡан, аҡса тапмаған ир-егеттәр үҙҙәре лә быға ғәйеплелер ниндәйҙер кимәлдә. Әммә ирҙәр ни өсөн эсә? Йәмғиәт, ҡатын-ҡыҙ үҙе ғәйепле түгелме быға? Ошондай һорауҙар ҙа башҡа килә.
– Китабыңды уҡыған кешеләр үҙең хаҡында яҙғанһың, яҡындарыңдың да бар хатаһын асып һалғанһың тип әйтмәнеләрме?
– Ә Ф. Достоевский, М. Горький, Д. Лондон, Э.М. Ремарк, Э. Хэмингуэй кеүек һ.б. бөйөк яҙыусылар кем тураһында яҙған? Әҙәбиәт белгестәре фекеренсә, ХХI быуат – Достоевский быуаты, ә ХХII Горький быуаты буласаҡ. Һүҙ донъя кимәлендәге әҙәбиәт хаҡында бара. Ә үҙенең “Над пропастью во ржи” тигән ун ике баҫма табаҡҡа ла етмәгән романы менән бөтә донъя әҙәбиәте үҫешендә һынылыш маяғы ҡуйған Д. Сэлинджер: “Яҙыусы үҙенең башынан үткәндәр тураһында, үҙе яҡшы белгән нәмәләр хаҡында яҙырға тейеш, бармаҡ осонан һурып сығарып әтмәләнгән әҫәрҙәрҙә драматизм булмай”, – тигән.
Эш бит үҙең һәм яҡындарың тураһында яҙыуҙа түгел, бөтә ғиллә – тормош тәжрибәңә таянып шәп әҫәр ижад итеүҙә. Классик әҫәрҙәрҙең башҡаларҙан айырылып торған өс билдәһе була: ихласлыҡ, проблемалылыҡ һәм художестволылыҡ. Быларға тағы бер сифат өҫтәр инем: хәҙерге заман әҫәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булырға тейеш.
“Яңы башҡорт” романы ҙур резонанс тыуҙырғайны: радио, телетапшырыуҙар, интервьюлар, мәҡәләләр, хатта “Башҡортостан” гәзитендә “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде, университеттарҙа курс, диплом эштәре яҙылды. Китап сығыуға һигеҙ йыл үтһә лә, уны һаман онотмайҙар әле, бәғзеләр: “Әҫәрегеҙ өҫтәл китабыма, кәңәшсемә әйләнде”, – тип ҡыуандыра.
Ләкин ҡайһы бер яҙыусылар ул әҫәремде аңлап етмәне, улар араһында ла: “Ф. Ғәлимов үҙе тураһында яҙған”, – тиеүселәр булды. “Яңы башҡорт”та төп герой “мин” тип беренсе заттан һүҙ алып бара. Был форманы махсус рәүештә алғайным, сөнки “соцреализм” ысулының иҫкергәнен аңлап, әҙәбиәттә яңы алым – суперреализм, ә бәлки “яңы реализм” ысулы барлыҡҡа килтереү ине ниәтем. 90-сы йылдарҙа яҙған “Йүләр” тип аталған повесымда уҡ был хаҡта һүҙ ҡуҙғатып, милли реализм ысулына күсергә кәрәк, тигәйнем, ул саҡта ла мине береһе лә ишетмәне булһа кәрәк. “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы менән дә шул маҡсатҡа ынтылам: образлы итеп әйткәндә – башҡорт прозаһын соцреализм һаҙлығынан һөйрәп сығарышырға тырышам. Минән башҡа тағы бер нисә прозаик ҡырталаша уны был батҡылдан сығарырға. Ә прозаиктарыбыҙҙың 90 проценты һаман да шул үлек ысулға йән өрөргә маташа. Соцреализмдан ҡырағай капитализмға күсеүебеҙгә утыҙ йыл тулып килә лә баһа! Прозабыҙ ҙа үҙгәрергә тейештер бит? Элеккесә яҙыуыбыҙҙы ҡуйып тороп, ижадта яңы мөмкинлектәрҙе эҙләргә ваҡыт.
“Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы – Совет иле, уның яҡты коммунистик идеалдары, өмөт-инаныстары, ғөмүмән, ХХ быуат менән бәхилләшеү әҫәре ул. Әҙәбиә­тебеҙгә яңы геройҙар, бығаса күтәрелмәгән темалар индереүсе булараҡ, был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтеүем урынлылыр.
– Китап сыҡҡанға ярты йылдан ашты. Ниндәй фекерҙәр ишетелә? Ике нәҫелдең мөнәсәбәттәрен һүрәтләгәнең өсөн ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бармы?
– Эйе, китабымда өс бер туған: Бүре, Ҡытай һәм Ҡашыҡ ҡушаматлы ҡарттар, уларҙың бөгөн йәшәп ятҡан ейән-бүлә­ләре, был яҡын нәҫелдәрҙең үҙ-ара ыҙғышып-талашып, һуғышып көн күреү­ҙәре һүрәтләнә. Бүре ҡарт аҡ йөҙлө, Ҡытай – һары, ә Ҡашыҡ африкандар һымаҡ ҡап-ҡара. Әммә был бит – әҙәби алым, минең тарафтан уйлап сығарылған пародия, притча, миф! Улар Ер шарындағы өс расаның, Әҙәм менән Һауанан таралған ағай-энеләр, апай-һеңлеләр булһалар ҙа, ҡан ҡойошоп йәшәүҙәрен, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәттәренең, илдәренең глобаль ҡаршылыҡтарын, кешелек цивилизацияһының дөйөм көрсөгөн сағылдыра.
Улай ғына түгел, әҫәремдә Әҙәм менән Һауа, ожмах күренештәре, киң билдәле алмағас, уға уралған арбаусы йылан, ер йөҙөндәге һуңғы кешеләр ҙә бар. Китабымдың тышлығы ла күп нәмәләргә ишара яһай, тик ундағы йылан бәләкәсерәк итеп төшөрөлгән, саҡ күренә. Аллаһҡа буйһонмайынса, Ғазазилдың Әҙәмгә сәждә ҡылмауын, ошо арҡала Иблискә әүерелеүен Бөйөк Бәхәс тип атаным һәм бөтә донъя тарихының ошоға ҡаршы тороуҙан башланыуын вә ошо Ваҡиға тирәләй ҡайнашыуын тасуирлайым. Был ижади маҡсатҡа ирешеү өсөн төп геройым Салауат Байғазинды рәссам иттем. Ул триптих яҙа. Ошо өс картинала донъя тарихы ла сағыла.
Эйе, ҡолас етмәҫлекте ҡосаҡла­ғанһың, тип әҫәремә һоҡланыусылар күп, улар араһында яҙыусылар ҙа байтаҡ. Һигеҙ ай элек сыҡҡан китабыма арнап “Башҡортостан”, “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” радиолары ун бишкә яҡын тапшырыу ишеттерҙе, БЮТ каналы ике телетапшырыу төшөрҙө, республика гәзит-журналдарында тиҫтәгә яҡын мәҡәлә донъя күрҙе, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала исем туйы үтте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһендә трилогиямдың төп геройы Салауат Байғазинды “Яңы заман геройы” тип ҙурланы (2016 йыл, 30 март).
– Китабыңда, тәүбә-әстәғәфирулла, ул һүҙҙе беҙҙең халыҡ әйтергә ярамай тип иҫәпләгән, бөгөнгө заман кәсеп­селәре – сихырсылар хаҡында ла тасуирлана. Улар хәҙер шул тиклем күбәйҙе, хатта матбуғат баҫмаларында иғландар биреп, кешене алдайҙар. Улар яҡшы ғәмәл ҡыла аламы икән, бел­мәйем, әммә насарлыҡты булдыра­ларҙыр. Уларға яу иғлан иткән кеүек әйтелгән фекерҙәрең бар. Ҡурҡма­ныңмы яманлыҡтарынан?
– Китабымдың башында уҡ “Аллаһы Тәғәләнән генә ҡурҡырға хаҡым бар” тип эпиграф яҙып ҡуйҙым. Хоҙайҙан башҡа тағы кемдәндер ҡурҡыу – оло гонаһ ул. Эйе, был әҫәрем менән сихырсыларға, күрәҙәселәргә, төрлө экстрасенстарға ҡаршы күтәрелдем, уларҙың ысын йөҙөн астым.
Сихырсылар, күрәҙәселәр, төрлө экстрасенстар – Иблис ҡолдары ул. Барлыҡ эзотерика, оккультизм, магия, ялған рәүештә изге китаптарға һылтанған йөҙәрләгән, миллионлаған дана тиражлы брошюралар, “Битва экстрасенсов” телетапшырыуҙары, “хеллауин”дар, бәләкәйҙән үк балаларыбыҙҙың аңына төрлө магтарҙың “яҡшылығын” һеңдергән Гарри Поттэр тураһындағы киносериалдар – быларҙың барыһы ла яңы мәжүсилек. Улар кешелек аңына ябырылып, емергес рәүештә тәьҫир итә, һәр йән өсөн барған аяуһыҙ көрәштә мөмкин тиклем күберәк әҙәм балаларын харап итергә тырыша. Уларҙың эштәре шул. Күптәребеҙҙең рухи иммунитеты юҡ. Дини яҡтан бик наҙанбыҙ, шуға күрә хатта ҙур етәкселәр, билдәле кешеләр экстрасенстарға, күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итә. Ә уларға барырға, ярҙам һорарға ярамай, был – оло гонаһ. Әҙәм балаһын ул күрәҙәселәр бәләнән ҡотҡара алмай, ә хаҡ юлдан яҙлыҡтыра, аҙаштыра. Әгәр йәнеңә тыныслыҡ тапмайһың икән, мәсеткә бар, уҡымышлы муллалар менән кәңәшләш, намаҙға баҫ. Нәҡ ошо “Йән дауаһы” инде (трилогиямдың өсөнсө китабының исеме).
– Салауат Байғазин – талантлы рәссам. Ул йәшәү мәғәнәһен картиналары аша ла эҙләй?
– Ижадҡа, матурлыҡҡа ынтылыу – кешенең асылында. Төп герой тән һәм йән ғазаптары, шулай уҡ үҙенең картиналары аша ла таҙарыныу, хаҡ юлға баҫыу этабын үтә. Йәшәү асылын эҙләү кешенең тормошон мәғәнәле итә.
Минең геройым ғүмере буйы йәшәү мәғәнәһен эҙләй. Тәүҙә уны ижадта, йәғни үҙ-үҙеңде табыуҙа, һуңыраҡ мөхәббәттә тип уйлай. Шунан һуң изгелектәр ҡылып йәшәүҙә тигән фекергә лә килә. Аңлы йән эйәһе булараҡ, кеше Аллаһы Тәғәләне “эҙләй”, был төшөнсә урыҫса “богоискательство” тип атала. Нәфис әҙәбиәт, сәнғәт тормошто раҫларға, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте тарафынан әҙәм балалары күңеленә һалынған өмөт тигән бөйөк тойғоно нығытырға бурыслы. Был хаҡта китабымда ла әйтәм. Кешеләрҙең күҙен асырлыҡ әҫәр яҙырға тейеш яҙыусы.
– “Ирҙәренә атланып алған ҡатын-ҡыҙ заты донъя тәгәрмәсен Ҡиәмәткә табан ашыҡтырмаймы икән?” – тип фекер йөрөтә төп герой. Ошо юлдар мине тетрәндерҙе.
– “Кешелекте бөтөнләй аҙаштырыр өсөн Иблис йәнә ҡатын-ҡыҙҙы ҡулла­нырға булған, ахыры...” тигән фараз да бар китабымда. Ул бит тәүҙә Һауаны алдаштырып теге алманы тәмләткән. Аҙаҡ Һауа Әҙәмгә һонған тыйылған емеште. Шуның арҡаһында ожмахтан ҡыуыл­ғандар.
Уйлап ҡараһаҡ, йөҙ йылдар тирәһе элек барлыҡҡа килгән феминизм яйлап ҡына донъяның күпселек өлөшөндә матри­архатҡа әүерелде. Ошоноң арҡаһында ғаилә институты емерелмәйме? Ғаилә­ләрҙең ҡыйралыуы бөтөн донъяның аҫтын-өҫкә килтереп бармаймы?
СССР-ҙа ир менән ҡатын тиң хоҡуҡлы булырға тейеш тигән ҡанун индерҙеләр. Ә асылда ирҙәрҙең хоҡуҡтарын тартып алып, ҡатындарға бирҙеләр. Сәбәбе – гүзәл заттарҙы эш атына әйләндереү ине, сөнки бик йылдам үҫешкән СССР-ҙа эшсе ҡулдар етешмәгән.
Яйлап ҡына ирҙәренең башына менеп ултырҙы ҡатындар. Аҡса, власть, ғаилә үҫеше – барыһы ла ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Гүзәл зат иртән тороп эшкә китә. Ауыр пакеттар күтәреп ҡайтҡас, ашарға бешерә, өй йыйыштыра, кер йыуа. Ул барыһы өсөн дә яуаплы. Әлбиттә, был тиклем йөк уларҙы йонсота, нервыларын, сәләмәт­леген ҡаҡшата. Шуның арҡаһында иренә лә, балаларына ла йылылыҡ, наҙ етмәй.
Был бит дөрөҫ түгел. Ирҙең – үҙ урыны, ҡатындың – үҙенеке. Был хаҡта изге китаптарҙа ап-асыҡ яҙылған. Тәбиғи ҡанун боҙолоу сәбәпле, күпме әҙәм балаһы яфалана.
– Академик Ғайса Хөсәйенов: “Яҙыусының биографияһы бай булырға тейеш”, – ти. Флүр Ғәлимовты ла, белеүемсә, тормош елле һынаған?
– Бөйөк, ҙур яҙыусыларҙың яҙмыштары быны асыҡ иҫбатлай. Урыҫ әҙәбиәтенең алтын быуатын күҙаллайыҡ. Бер түгел, алты даһи замандаштар булған: Пушкин, Лермонтов, Гоголь, Достоевский, Толстой, Грибоедов. 1860 йылда – бөйөк Чехов, 1870 Бунин тыуа. Ә был гиганттарҙың замандаштары һуң: шәп тәнҡитселәр Белинский, Добролюбов, Писарев, Майковтар, Тургенев, Гончаров, Куприн, Салтыков-Щедрин, Некрасов, Островский, Чернышевский, Герцен ише классиктар... Аҙағыраҡ йәнә генийҙар тыуа: Горький, Набоков, Блок, Есенин, Маяковский.
Башҡорт генийҙары Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Рәшит Назаров, татарҙың Ғабдулла Туҡайы... Был бөйөк яҙыусы һәм шағирҙарҙың тормошо еңел булғанмы? Шул ҡәҙәр һынауҙар, ғазаптар үтмәһәләр, йөрәктәрендә оло һыҙланыу йөрөтмәһәләр, улар ҙур ижадсы юғарылығына күтәрелә алыр инеме икән... Әлегә ҡәҙәр минең дә биографиям бик бай булды.
– Урыҫ әҙәбиәтендә “алтын”, “көмөш”, “тимер” быуаттары булған, әле ниндәй быуат һинеңсә?
– Таш быуат.
– Ә башҡорт әҙәбиәтендә?
– Быны билдәләү – тәнҡитселәр эше.
– Китапта бик күп проблемалар күтәрелә. Улар һибелеп киткән кеүек түгелме? Әллә автор махсус рәүештә шулай эшләнеме?
– Эйе, дөрөҫ аңлағанһың, махсус рәүештә шулай эшләнем. Донъя башлан­ғандан алып бөгөнгә тиклемге ваҡиғалар солғанышын сағылдырып, мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләнем һәм таптым.
– Бына ошо китапты уҡып сыҡҡас, миндә шундай фекер тыуҙы: Флүр Ғәлимов шәхси кисерештәре нигеҙендә яҙған быны. Психоанализ. Һиңә еңел булып ҡалдымы?
– Үҙемдең, дәүеремдең, замандаш­тарымдың күргән-кисергәндәрен ҡағыҙға төшөргәндән һуң үҙемдән риза булдым. Кәмһенеү комплексынан, ҡоллоҡ психологияһынан арындым, яҙыусының эске азатлығына өлгәштем. Яҙмай ҡалһам, шул ҡәҙәрле бай тормош материалы юҡҡа сығыр ине. Ризамын.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Вернуться назад