Ватан һәм милләт02.08.2016
lКүге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған Ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ.
lВатан – кешеләрҙең хөрмәте һәм һәр кем алдында ғорурла­нырлыҡ хазина. Шуға күрә Тыуған ил өсөн малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙакәрлек күрһәтмә­гән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
lАта-әсәгеҙҙе, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек һөйһәгеҙ, миллә­тегеҙҙе лә шулай яратығыҙ. Милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ. ”Милләт” һәм “Ватан” һүҙҙәрен мәсхәрәләү­селәрҙе тыңламағыҙ. Улар – шәрәф сифатынан мәхрүм ҡалған бисаралар. Уларҙың үҙҙәрен ҡыҙғанығыҙ һәм бындай түбән дәрәжәгә төшкәндәре өсөн мәрхәмәт күрһәтегеҙ.
lМилләт һәм Ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, бының өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡыл­дың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. “Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһа ла, минең алдымда улар һаман хөрмәт­ле”, – тигән ғәрәп шиғырын (ғәзизәт) уҡығыҙ һәм шулай итеп күңелегеҙҙе йыуатығыҙ.
lДин һәм белем таратыу, мәктәптәр һәм хәйриә эштәре, нисек кенә булһа ла халыҡҡа ярҙам биреү өсөн тырышлыҡ сарыф итеү иң гүзәл ғәйрәттер. Бының язаһы ла (бүләк) матур буласаҡ. Шуның өсөн изге һәм дин ҡушҡан эштәргә, милләт һәм дин файҙаһына ярҙам биреүҙе бәхет тип һанағыҙ. Күңелегеҙ менән һөйә-һөйә ярҙам бирегеҙ. Милләтегеҙгә белем һәм мәғрифәт таратығыҙ. Араларына дуҫлыҡ һәм мөхәббәт орлоҡтары сәсегеҙ. Дошманлыҡ һәм гонаһ эштәренә ярҙам итеүҙән һаҡланығыҙ. Бигерәк тә милләт зарарына бер хәреф тә һөйләмәгеҙ һәм бер нөктә лә яҙмағыҙ.
lМилләт файҙаһына хеҙмәт итеүселәрҙе үҙҙәре менән һөй­ләшмәҫтән элек, белер-белмәҫ килеш күңел тарлығы бәләһе сәбәбенән төрлө ялғандар менән ҡаралауға ынтылмағыҙ. Кеше зарарына хөкөм итергә ашыҡмағыҙ. Кешегә яла яғыу һәм ғәйепләүҙе шәм һүндереү кеүек еңел тип иҫәпләмәгеҙ. Хөкөм итеүҙән элек фекерегеҙҙең дөрөҫлөгөндә шөбһәләнһәгеҙ, аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итегеҙ. Улар­ҙың фекерен алығыҙ. Фекерегеҙҙең яңылыш булыуы ихтимал.

Аралашыу тәртибе

lАралашҡанда әҙәпле һәм һаҡ булыу, аҡса сарыф итмә­йенсә, халыҡтың ризалығын табыуҙыр. Әҙәпле аралашыу сәбәбенән иң ауыр маҡсаттар ҙа еңел табыла һәм бикле ишектәр асыла. Йомшаҡ һүҙҙәр күңелдәрҙе рәхәтләндерә. Ихлас һүҙ ҙур бүләктәрҙән артыҡ шатлыҡ килтерә. Асыҡ йөҙ һәм ябайлыҡ дуҫлыҡ һәм мөхәббәт дәлиле була. Шуның өсөн кем булһағыҙ ҙа булығыҙ, әҙәм балалары менән әҙәпле аралашығыҙ. Йомшаҡ һәм мөләйем һүҙле һәм ихлас булығыҙ.
lКүңелһеҙ йәки асыулы ваҡытта халыҡ менән һөйләшмәй, асыуығыҙҙың ҡыҙыулығы һүрелгәнсе, сабыр итегеҙ. Кешеләрҙең кәмселектәрен ғәфү итегеҙ, һәр эштә фекерле һәм иғтибарлы бу­лығыҙ. Был иһә тәрбиәле булыуҙың билдәһе.
lКешеләргә ҡатнашмай ситтә тормағыҙ, кем осраһа ла, уның менән һөйләшеп, дуҫлыҡ күрһәтегеҙ, һәр эштә ғәҙел, хөр фекерле, раҫ һүҙле, баһадир, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ.
lКешеләрҙең уҫал мөнәсәбәтенә ҡаршы яҡшылыҡ ҡылығыҙ, яҡшы мөнәсәбәтенә ҡаршы тағы ла артыҡ яҡшылыҡ итегеҙ. Башҡаларға күрһәтәсәк мөнәсәбәт, уларҙан күрергә теләгән мөнәсәбәттән тағы ла артыҡ дәрәжәлә яҡшы булырға тейеш.
lҮҙегеҙҙән кеселәрҙе түбән күрмәгеҙ. Аҡылығыҙ һәм байл­ығығыҙ менән маҡтанмағыҙ, мәртәбәгеҙҙе һәм башҡаларҙың мәртәбәһен яҡшы белеп, һәр кемгә яраҡлы аралашығыҙ, бер бөйөк заттың “Барыһы ла яҡшы, беҙ яман” тигән һүҙенән ғибрәт алығыҙ.
lХалыҡтан яҡшы мөнәсәбәт күрергә өмөт итһәгеҙ, үҙегеҙ уларға игелекле булығыҙ. Уларҙан хөрмәт көтһәгеҙ, үҙегеҙ ихтирам күрһәтегеҙ. “Халыҡтың дошман булыуына ҡайғырмайым”, – тимәйенсә, дуҫ­лыҡтарын яуларға тырышығыҙ. Аҡыл эйәләренең күңелдәрен үгеҙгә тарттырасаҡ рәүештә булығыҙ. Маҡсаттарығыҙҙы ҡатылыҡ һәм ҡурҡытыу менән түгел, мөхәббәт менән табырға тырышығыҙ. Халыҡҡа мөхәббәтле булыу сәбәбенән камиллығығыҙ юҡҡа сыҡмаҫ.
lХалыҡ тураһында яҡшы фекерле булығыҙ. Изге эштәрҙе генә һөйләгеҙ. Яман ҡылыҡтарҙы йәшерегеҙ. Үлгәндәр хаҡында изгелек­тәренән башҡа иҫкә алмағыҙ. Кешеләр менән аралашыуығыҙ шу­лай булһын. Донъяла торғанда һеҙҙе һөйһөндәр, вафат иткәндә юҡһынһындар, ҡайғырып илаһындар.
lХалыҡҡа ярҙам итеү тик зарур ваҡыттарға бәйле. Башҡа һис кемдең башҡаға һалынып тороуы дөрөҫ түгел. Шуның өсөн кешеләргә һалынмағыҙ, уларҙың малдарына ауыҙ асмағыҙ. Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе ҡарағыҙ.
lАнтығыҙға тоғро булығыҙ. Вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. Дуҫта­рығыҙға тоғро булығыҙ. Кешеләрҙең ҡайғы һәм шатлыҡтарын уртаҡлашығыҙ. Үҙегеҙ яратмаған әйберҙәрҙе уларға йөкләмәгеҙ. Әгәр аралашыуығыҙ бындай нигеҙгә ҡоролһа, арағыҙҙа яҡшылыҡ хөкөм һөрөр, дуҫлыҡ урынлашыр.
lХалыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн үткәргән ваҡытығыҙҙы юғалтыу тип иҫәпләмәгеҙ, сөнки башҡаларҙы һөйөү, уларға ярҙам биреү, уларҙың етештерә алмаған ерҙәрен етештереү бөйөклөк һәм кешелеклелек билдәһелер.

Йәмғиәт ҡағиҙәһе

lТәндең ағзалары бер-береһенә мохтаж булған кеүек, был донъяла йәшәгән осорҙа әҙәм балаһы ла тормош көтөү өсөн бер-береһенә мохтаждыр. Кешеләр бергә йәшәгәндә ихтыяждары эшләнер, хаҡтары үтәлер, нәҫелдәре сәләмәт ҡалыр. Бергә йәшәүҙең әҙәбе һәм шарттары, ҡағиҙә һәм ҡанундары була, уларға иғтибарлы булырға кәрәк. Шуның өсөн бер-берегеҙҙе һәр ваҡыт хөрмәт итегеҙ. Аралашҡанда инсафлы булығыҙ. Йәмғиәт ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙең файҙағыҙ өсөн башҡаларҙы йәберләмәгеҙ. Эштә тотанаҡлы булығыҙ.
lБергә йыйылыуҙың маҡсаты – бер кеше башҡара алмаған эштәрҙе үтәү, ярҙам итешеү һәм кәрәкле кәңәштәр бирешеү, милләт, Ватан хеҙмәттәрен уртаҡлашыу. Шуның өсөн бындай сәғәттәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе, бындай эштәргә ҡатнашыуҙы йәнегеҙ өсөн шөкөр тип белегеҙ. Әҙәм балаһы бер үҙе аҙ булһа, ҡарындаш һәм дуҫтары менән күп була. Әгәр бындай сәғәттәрҙә йәмғиәткә хеҙмәтегеҙ теймәһә, барлығығыҙға ҡарағанда юҡлығығыҙ артыҡтыр.
lШәриғәт бойорған өлөштәрҙе дин һәм милләт файҙаһы өсөн сарыф иткән кешеләр, гүйә, ахирәттә алыу шарты менән Йәнәб-и Аллаһҡа бурыс биргән кеүек булырҙар. Әгәр һеҙ ошоно иҫәпкә алып, малығыҙҙан өлөш сыҡҡан булһа, дин һәм милләт файҙаһына ҡулланығыҙ. Донъяла шөкөр һәм рәхмәт ишетерһегеҙ һәм ахирәттә тулы­һынса, бәлки, артығы менән ҡайтарып алырһығыҙ.
lМосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолмандарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡмаҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйләмәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандарҙың холоҡ-фиғелдәрен һаҡлағыҙ.



Вернуться назад