Быйыл мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе Өфөлә үтәсәк. 8 августа уҡытыусылар һәм белгестәр “Дөйөм белем биреү” тигән тема буйынса фекер алышһа, 9 августа – инклюзив уҡытыу һәм тәрбиә эше, 10-ында өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләрен өйрәнәсәк. 11 август – район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтары етәкселәре көнө. Кәңәшмә 12 августа пленар ултырыш менән тамамланасаҡ. Сара барышында ҡунаҡтар Өфөләге бер нисә мәктәптең, балалар баҡсаһының, өҫтәмә белем биреү учреждениеһының эшмәкәрлеге менән дә танышасаҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ла ана шул маршрутҡа ингән мәғариф усаҡтарының береһе. Хәйер, гимназияның тәжрибә майҙансығы сифатында һайланыуы юҡҡа түгел. Уҡыу йорто белем биреү йәһәтенән дә, тәрбиә, ата-әсәләр менән эшләү, юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыу юҫығында ла күптәргә өлгө. Ҡыҙ-егеттәрҙең төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы айырыуса маҡтауға лайыҡ – был тәү сиратта белем биреүҙең ни тиклем юғары кимәлгә ҡуйылыуы хаҡында һөйләй. Әйтәйек, былтырғы уҡыу йылында X класс уҡыусыһы М. Шәрәфетдинова (етәксеһе Р.М. Тимербулатова) – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, IX класс уҡыусыһы Э.Батталова (етәксеһе Р.М. Алламоратова) тормош һабаҡтары фәне буйынса Бөтө Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған. Республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа ла гимназистарҙы күптән беләләр. Айырыуса биология, химия, физика, математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса көслөләр. Әйткәндәй, белем усағында Башҡорт дәүләт университетының Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институты менән берлектә Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса ла махсус система көйләнгән. Иң мөһиме – был программа гимназия уҡыусылары менән генә сикләнмәй, быйылдан ул республика кимәлендә дистанциялы алым булараҡ ҡулланыла башланы.
– Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, беҙ ҙә бер урында тапанмайбыҙ. Һәр ваҡыт эҙләнәбеҙ, өйрәнәбеҙ, яңы алымдарҙы үҙләштерәбеҙ. Мәғариф тармағында шунһыҙ ярамай ҙа. Бөгөн бит айырым бер теманы ғына аңлатып, шәхес тәрбиәләп булмай. XXI быуат уҡыусыһы һәр яҡлап та үҫешкән булырға тейеш. Айырыуса заман технологиялары алға киткән осорҙа был бигерәк тә мөһим. Әлбиттә, ваҡыт шауҡымына бирелеп, рухиәт, тарих, туған тел тураһында ла онотмайбыҙ. Ғөмүмән, был – беҙҙең ныҡлы ҡалҡаныбыҙ, – ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының директоры Люциә Хәмитова.
Люциә Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, гимназия юғары уҡыу йорттары менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырған. Бигерәк тә Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты менән хеҙмәттәшлек көслө. Йыл һайын нәҡ ошо вуз педагогтарының X-XI класс уҡыусыларына махсус курстар ойоштороуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
– Беҙҙең гимназияны тамамлаусыларҙың барыһы ла тиерлек белемен юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Араларында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларының вуздарында уҡығандар ҙа күп. Әйткәндәй, хәрби һөнәргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ. Был, минеңсә, гимназияла хәрби-патриотик тәрбиәнең көслө булыуына бәйле, – ти Люциә Тәлғәт ҡыҙы.
Ғөмүмән, белем усағында тәрбиәгә лә, белем биреүгә лә юғары талаптар ҡуйылған. Коллектив та бик көслө.
– Форсаттан файҙаланып, ата-әсәләргә, коллективҡа ҙур рәхмәт әйтеп үткем килә. Бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙ – берҙәмлектең, тырышлыҡтың, татыулыҡтың матур һөҙөмтәһе, – ти Люциә Хәмитова.
Әле гимназия мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Октябрҙә тағы бер яуаплы сара көтә уларҙы. Белем усағында Рәсәй төбәктәренең мәғариф министрҙары ҡатнашлығында кәңәшмә үтәсәк. Бындай ҙур сараның нәҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторолоуы ҙур мәртәбә.
– Тәжрибә майҙансығы тигән статус тәү сиратта яуаплылыҡ өҫтәй. Айырыуса кәңәшмәнең милли мәғариф тармағына ҡағылған өлөшө нәҡ беҙҙә үтеүе – оло мәртәбә. Был ышанысты тулыһынса аҡларға, киләсәктә лә хеҙмәтебеҙҙең камил өлгөһөнән ситләшмәҫкә, һайлаған юлыбыҙҙан тайпылмай эшләргә лә эшләргә маҡсат ҡуябыҙ, – ти Люциә Тәлғәт ҡыҙы.