Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы02.08.2016
Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем халҡыбыҙҙың онотолған шәхестәре байтаҡ ине. Мәгәр илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек сәйәсәте ғәмәлгә ашырылмаған булһа, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Муса Мортазин, Абдулҡадир Инан, Ғәлимйән Таған кеүек бөйөк шәхестәр тураһында белгән булыр инекме икән? Донъялағы иң ҡеүәтле илде тарҡатыуҙағы, КПСС-ты юҡҡа сығарыуҙағы “ҡаһарманлығын” иҫкә алмағанда, СССР-ҙың тәүге һәм һуңғы президенты Михаил Горбачевҡа бары тик ошо хеҙмәте – тарихи дөрөҫлөккә, асыҡлыҡҡа, милли мәҙәниәтте һәм туған телде үҫтереүгә юл асҡаны өсөн рәхмәт әйтергә мөмкин.


Һис шикһеҙ, үҙгәртеп ҡороу елдәре илебеҙҙә, республикабыҙҙа халыҡ хәтеренән йолҡоп алынған шәхестәрҙе асыҡларға, улар тураһында ваҡытлы матбуғатта яҙырға, радио-телевидениела һөйләргә мөмкинлек бирҙе. Шундай онотолған, дөрөҫөрәге, онотторолған аҫыл заттарҙың береһе – халыҡ сәсәне Вәлиулла Фәйзулла (Фазулла) улы Ҡоломбәтов. Ул 1881 йылдың 30 июлендә (16 августа) хәҙерге Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1981 йылда уның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы баш ҡалабыҙҙа ла, районыбыҙҙа ла бер сара ла үткәрелмәне (хәйер, был хаҡта етәкселәр бөтөнләй белмәгәндер ҙә).
Шөкөр, әлеге лә баяғы шул үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте тәьҫирендә, Вәлиулла Ҡоломбәтовтың 110 йыллығына бағышлап, 1991 йылдың 11 июнендә Ибраһим мәҙәниәт йортонда сәсәндәр бәйгеһен уҙғарырға насип булды. Шул уҡ йылдың 30 июлендә Яҡтыкүл ауылында халыҡ сәсәненең хәтер кисәһен үткәреүгә өлгәштек. “Табын” гәзите Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тормош һәм ижад юлына арналған мәҡәләләр, иҫтәлектәр һәм сәсәндең шиғырҙарын, йырҙарын баҫтырып сығарҙы. Байрамда Өфө ҡунаҡтары – күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡов, ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов, рәссам Әхмәт Бикташев, мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙриә Ғәзизова һәм башҡалар ҡатнашты. Ике сара ла юғары кимәлдә үтте, милләттәштәребеҙ үҙ сәсәне тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланы.
Башҡорт халҡының рухи-мәҙәни тормошонда ярайһы уҡ урын биләгән сәсән-шағир Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ғүмер сәхифәләренә ҡыҫҡаса байҡау яһап үтеү кәрәктер. Ярлы ғаиләлә тыуып үҫеп, йәшләй генә үҙ әсәһе тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған үҫмерҙең уҡыу-һанауға һәләтен, зирәклеген ишетеп, күрше Баҡраҡ ауылында йәшәгән бер бай уны һатыусы итеп эшкә ала. Вәлиуллаға хужаһы менән бергә йыш ҡына тирә-яҡҡа даны таралған Еҙем-Ҡаран баҙарына барып ҡайтырға тура килә. Шунда ул Мәжит (Мәжит Ғафури) һәм Бәҙри (Бәҙретдин Мәҡсүтов) исемле үҫмерҙәр менән таныша. Тиҙҙән улар, үҙ-ара һөйләшеп, Ҡыйышҡы мәҙрәсәһенә уҡырға китә. Унда, тормош өсөн һәндсә (арифметика) кәрәк, тип ошо фәнде индереүҙәрен талап итә башлайҙар. Хәлфәләргә был “динһеҙҙәр”ҙең ҡылығы оҡшамай, һөҙөмтәлә уларҙы мәҙрәсәнән ҡыуалар. Бер аҙҙан “өс таған” Троицк ҡалаһына – Зәйнулла ишандың данлыҡлы мәҙрәсәһенә юллана. Бында көнкүреш шарттары ауыр булғас, Златоустағы алтын приискына эшкә китәләр. Унан әҙме-күпме аҡса туплап ҡайтҡас, өс дуҫ Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә барып, шунда уҡыуҙарын дауам итә.
Бәләкәйҙән уҡыуға әүәҫ Вәлиулла зирәк, йор һүҙле, алдынғы ҡарашлы була. Ун йәшенән Мәжит Ғафури менән аралашып йәшәү уның ижадына ла, донъяға ҡарашына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡорҙашына бағышлап ул байтаҡ әҫәр ижад итә. Бер шиғырында шундай юлдар бар:
“Халыҡ өсөн ҡиммәте ҙур
И, шағирым, яҙғаның.
Әлдә сыҡмай бер ҙә иҫтән
Ҡырҙа алтын ҡаҙғаның”.
Вәлиулла мәҙрәсәлә бик яҡшы уҡый, тәнәфестә лә китабын ҡулынан төшөр­мәй. Хатта хәлфәләр, үҙҙәре бушама­ған­да, уға дәрес үткәрергә ҡушыр булған. 1910 йылда мәҙрәсәне уңышлы тамам­лағас, Вәлиулланы, иң яҡшы шәкерт булараҡ, алыҫ Үзбәкстанға имам-хатип итеп эшкә ебәрергә уйлайҙар. Әммә ул, мин башҡорт балаларын аң-белемле итер өсөн ғилем эстәнем, тип тәҡдимдән баш тарта. Шунан ул хәҙерге Ауырғазы районына ҡараған Үтәймулла ауылына эшкә килә. Йәш мөғәллим мәҙрәсәлә дини дәрестәрҙән тыш, донъяуи фән­дәрҙе – арифметика, рус теле, яҙыу һәм тасуири уҡыу дәрестәрен алып бара.
Ауыл ҡарттары: “Вәлиулла, дини әсбаптарҙан ситләштерәһең бит балаларҙы, үҙең һымаҡ дәһри (динһеҙ) булалар инде”, – тип шаулашҡас, ул: “Етер һуҡырлыҡ, йәштәрҙең күҙен асырға кәрәк”, – тип яуаплай. Әйткәндәй, Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ошо дәүерҙәге эшмәкәрлеге Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” романында ярайһы уҡ тулы һүрәтләнгән.
Артабан төплө белем алған, бер ни тиклем эш тәжрибәһе туплаған мөғәллим, тыуған ауылына ҡайтып, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра – башланғыс мәктәп асып ебәрә. Яңғыҙы бер юлы дүрт класта һабаҡ бирә. Әфтиәк ятлап ҡына донъя көтөп булмай, фәндәрҙе лә өйрәнергә кәрәк, тип бында ла арифметика һәм рус теле дәрестәрен индерә. Өр-яңы фәндәрҙең уҡытылыуы һөҙөмтәһендә Яҡтыкүл мәктәбенең даны алыҫҡа тарала.
1920 йылда белемле ир-атты армияға алмау, ундайҙарҙы етәксе органдарға эшкә ебәреү тураһында фарман сыға. Тиҙҙән Вәлиулланы, элекке өлкә үҙәге һаналған Стәрлетамаҡ ҡалаһына саҡыртып, ауылдарҙа мәктәп асыу, уҡытыусылар тәғәйенләү, мәктәптәрҙең эшен тикшереү, ауыл советтары булдырыу, һайлауҙар үткәреү кеүек яуаплы бурыстарҙы йөкмәтеп ҡуялар. Ошо йылдарҙа уға БАССР-ҙың Халыҡ Мәғарифы Комиссариатының Табын кантон мәғариф бүлегенә етәкселек итергә тура килә. Тимәк, Вәлиулла Ҡоломбәтов – хәҙерге Ғафури райо­нының тәүге мәғариф етәкселәренең береһе, төбәктең белем һәм тәрбиә биреү системаһына нигеҙ һалған шәхес, тип әйтергә мөмкин.
20 – 30-сы йылдарҙа совет власы дингә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара: ауылдарҙа мәсет манаралары ауҙарыла, Ҡөрьән китаптары яндырыла, муллалар ҡулға алынып, сит яҡтарға һөрөлә. Был ҡатмарлы осорҙа зирәк аҡыллы Вәлиулла Фәйзулла улы алтын урталыҡты һаҡлап ҡалыуға өлгәшә, яңы ҡоролошҡа арнап шиғырҙар, йырҙар ижад итә (был йәһәттән, моғайын, дуҫы Мәжит Ғафуриҙың йоғонтоһо ла булғандыр). 1929 – 1930 йылдарҙа белемле һәм тәжрибәле мөғәллим колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, бер аҙ Оло Үтәш мәктәбендә хеҙмәт дәресенән уҡыта.
1937 йылдың репрессия елдәре Яҡтыкүлде урап үтә, йәғни, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, был ауылда бер кем дә золом ҡорбанына әүерелмәй. Сәбәбе ябай: халыҡтың аңына дин аша әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын һеңдергән, ғилемле, ярҙамсыл булыуы, ябайлығы менән ҙур ихтирам ҡаҙанған Вәлиулла сәсән ауылдың төп ҡалҡаны – рухи остазы була. Һәр ғаиләнең иман нурына ҡойоноп, бер-береһенә ҡарата итәғәтле мөнәсәбәттә йәшәүе, көнсөллөктөң, үҙ-ара низағтың булмауы – сәсән тәрбиәһе емештәре. Бына шуға күрә лә ауыл халҡы үҙ мөғәллимен генә түгел, башҡаларҙы ла ҡәһәрле золомдоң ел-дауылынан ҡурсалап алып ҡала. Был бик һирәк күренеш була ул аяуһыҙ осорҙа.
Заман нисек кенә һынамаһын, Вәлиулла барыбер диндән ваз кисмәй: ясин сыға, мәрхүмдәрҙе тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата, әруахтар рухына бағышлап аят уҡый. Бал ҡорто кеүек егәрле, һәр эшкә маһир сәсән 1932 йылдан колхоз умарталығында эшләй.
Рабиға менән Вәлиулла Ҡолом­бәтовтар Ғаяз исемле ейәндәрен (ҡыҙҙары Мөнирәнең улын) тәрбиәләп үҫтерә. Йәш ҡатындың ире – Яугилде ауылы егете Нәғим Әминев – 1944 йылда яу яланында батырҙарса һәләк була. Районда белемле кадрҙар етмәгән­лектән, Мөнирә Вәлиулла ҡыҙына заманында атаһы ойошторған мәғариф бүлегендә яуаплы вазифа йөкмәтеп ҡуялар. Әсә кеше алты айлыҡ сабыйын ата-инәһе тәрбиәһендә ҡалдырырға мәжбүр була. Тыңламай сара юҡ – һуғыш ҡанундары ҡаты!
Үҙ эшенә яуаплы ҡараған талапсан мәғариф хеҙмәткәрен тиҙҙән Юлыҡ урта мәктәбенә директор итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ул уҡыу йортонда белем һәм тәрбиә биреү кимәлен шаҡтай күтәреүгә өлгәшә. Артабанғы йылдарҙа Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан лейтенант Ғәни Кейекбаев менән ғаилә ҡорғас, Баймаҡ, Архангел райондарында йәшәй, мәктәптә биологиянан уҡытып, абруйлы мөғәллимә булып таныла. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп китә. Бында ла тынғыһыҙ йәмәғәтсе өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай: 90-сы йылдарҙа урындағы “Аманат” халыҡ үҙәгенең әүҙем ағзаһы булараҡ, башҡа рухташтары менән бергә ҡалала башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы һәм башҡорт театрын булдырыу өсөн ярайһы уҡ көс һала.
Вәлиулла сәсәндең улы Ғәфүр ҙә (моғайын, был исемде дуҫы Мәжит Ғафури хөрмәтенә ҡушҡандыр) атаһы юлын һайлай. Юғары белемле физик-математик Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә эшләй, әммә һуғышта алған ҡаты яралар арҡаһында 1957 йылда донъя ҡуя. Уның өс балаһы ла (Әнүәр, Флүрә, Фәнил), юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙҙәрен абруйлы белгестәр итеп таныта.
Вәлиулла олатаһы тәрбиәһендә буй еткергән, атаһы ла, инәһе лә һуғышҡа тиклем уҡ юғары педагогик белемгә эйә булған Ғаяз да ғаилә династияһын дауам итә. Яҡтыкүл мәктәбендә хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған Ғаяз Әминев Архангел районында һәм Өфө ҡалаһында яуаплы вазифалар башҡара, байтаҡ йылдар башҡорт теле һәм хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Ярты быуатлыҡ педагогик стажға эйә булған Ғаяз Нәғим улы ла, ҡатыны Роза Ғарифулла ҡыҙы ла – мәғариф ветерандары. Уларҙың улы Филүс – Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары. Әминев­тәрҙең ейәне Руслан байтаҡ йылдар “Тамыр” телеканалында сығыш яһаны – башҡортса шартлатып һөйләне лә, йырланы ла, бейене лә, һуңғы йылдарҙа “Семәр” тапшырыуын алып барҙы. Быйыл ул Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының VII класын тамамланы. Былар хаҡында тәфсирләп яҙыуымдың сәбәбе шунда: халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтовтың сәсәнлек һәм мөғәллимлек һәләте вариҫтарына – балаларына, ейәндәренә генә түгел, хатта бүлә-бүләсәренә лә “йоҡҡан”. Тимәк, быуындар күсәгилешлеге дауам итә.
Ғөмүмән, изге мәғрифәтселек юлын һайлаған Ҡоломбәтовтар нәҫеленең мөғәллимлек стажы яҡынса 300 йыл иҫәпләнә. Үҙ ауылында ғына түгел, башҡа тарафтарҙа ла уҡытыусы булып эшләгән был уҡымышлы тоҡомдоң юғары белемле уҡыусылары ла бихисап. Мәҫәлән, танылған дәүләт һәм хужалыҡ етәкселәре – элекке КПСС-тың Ғафури район комитетында беренсе секретарь, артабан БАССР-ҙың Арбитраж суды Рәйесе вазифаларын башҡарған Әсҡәт Әхмәт улы Шәмсетдинов, партияның район комитетында оҙаҡ йылдар Контроль комиссияһы рәйесе булып эшләгән Мөхәммәтулла Заһиҙулла улы Ҡолом­бәтов, Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, Украинаның баш ҡалаһы Киевта Ядро физикаһы институтында һәләтле ғилми хеҙмәткәр булып танылған Илдус Әхмәҙулла улы Шәм­сетдинов, партияның район комитетында, артабанғы йылдарҙа район хакимиәтендә яуаплы вазифалар башҡарған Әнүәр Әбүзәр улы һәм Фәсхетдин Фәтхетдин улы Муллағо­ловтар, аталы-уллы Миңлебай, Камил Ҡоломбәтовтар һәм башҡа бик күптәр. Үлән үҫкән ерендә үҫә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул. Билдәле шәхестәргә ғәйәт бай бәләкәй генә Яҡтыкүл менән районыбыҙҙың шундай уҡ кескәй Таш Аҫты һәм Баҡраҡ ауылдары ғына ярыша алалыр.
Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ижади эшмәкәрлеге, беҙҙеңсә, айырыуса ҙур баһаға лайыҡ. Уның күпселек шиғырҙа­рында халыҡты мәғрифәткә, ғилемгә өндәү мотивтары өҫтөнлөк итә (“Уҡымаҡ кәрәк”, “Тырышлыҡ”, “Балаларға нәсихәттәр”, “Ялҡауҙарға нәсихәт” һ.б.). Сәсән-шағирҙың күп кенә әҫәрҙәре йәш быуынға мөрәжәғәт рәүешендә яҙылған (“Батыр егеткә”, “Иптәшкә”, “Ҡыҙым Мөнирәгә” һ.б.). Автор уларҙы илгә тоғро, ҡыйыу, батыр һәм иң мөһиме – аҡыллы булырға саҡыра. Быларға өлгәшеү өсөн ололар һүҙен тыңлау һәм тырышып уҡыу кәрәклегенә баҫым яһай. Ғүмер һәм яҙмыш тураһында уйланыуға ҡоролған (“Уфтаныу”, “Бай менән фәҡир”, “Юл йөрөгәндә”) шиғырҙарында, тор­моштағы ҡатмарлы ҡаршылыҡтарҙың социаль айышына төшөнөп етә алмауы арҡаһында, төшөнкөлөккә бирелеү һәм үкенеү мотивтары ла сәсән күңелен ныҡ ҡына биләп алғаны күренә (“Һибәтулла Сәлиховҡа эйәреп”, “Һағыныу” һ.б.). “Ярап булмай”, “Етте ҡартлыҡ” кеүек шиғырҙарында үҙ ғүмеренә фәлсәфәүи баһа бирергә ынтылыш һиҙелә.
“Ғилем – изге юлдашым” тигән шиғыр сәсән-шағирҙың тормош маҡсаты һәм девизы рәүешендә ҡабул ителә:
“Ғилем – изге юлдашым –
Һәр ваҡыт бергә барыр.
Яман эште ҡылыуҙан
Мине аралап ҡалыр”.
Вәлиулла Ҡоломбәтов балалар өсөн байтаҡ ҡыҙыҡлы әкиәттәр, өлкәндәр өсөн мәғәнәле йырҙар ҙа ижад итә. “Яҙ килгәс” йыры авторҙың күтәренке кәйефен, тәбиғәттең хозур мәленә, Урал тауҙарына һоҡланыуын сағылдыра:
“Һыуыҡ ҡыштар үтеп, яҙҙар еткәс,
Йәштәр уйнар сығып урамда.
Үҙ илдәрен хуплап, яҙҙы ҡотлап,
Һандуғастар һайрар Уралда”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вәлиулла Ҡолом­бәтовтың ҡайһы бер шиғырҙарынан кер эҙләп, Совет власына ҡаршы фекерҙәре бар тип иҫбатлап, бәғзеләр шағирҙың рухын һындырырға маташа. Әммә ул бирешмәй: ғүмере буйы халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән ҡыҙыҡ­һынып йәшәй, ишеткән-күргән­дәрен яҙып бара. Төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр – ҡобайырҙар, әкиәттәр, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр, йола фольклоры, ҡыҙыҡлы тарихи һәм этнографик материалдар, Салауат Юлаев ижадына ҡағылышлы шиғырҙар, йырҙар һәм легендалар, Аҡмулла шиғырҙары, дуҫы Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәр, үҙе ижад иткән “Юлай менән Салауат” поэмаһы, бихисап шиғырҙары бөгөнгө көндә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында һаҡлана. Иң мөһиме – Вәлиулла сәсәндең тырышлығы менән ғәрәп шрифтында халыҡ ижадының байтаҡ аҫыл ынйылары тупланып ҡалған. Ошо хеҙмәте генә лә фольклор өлкәһендә уның мәртәбәһен бермә-бер үҫтерә. Был хаҡта матбуғатта Ғайса Хөсәйенов менән Әхмәт Сөләймәнов яҙып сыҡҡайны инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәсәндең байтаҡ ижад емештәре юғалған. Уның әле архивта ятҡан әҙәби мираҫы иһә үҙ тикшеренеүселәрен көтә.
Вәлиулла Фәйзулла улы – тел оҫтаһы, шағир ғына түгел, һоҡланғыс рәссам да. Ул төшөргән Салауат Юлаев портретына һоҡланмау мөмкин түгел. Алтын ҡуллы сәсән рәсем менән генә сикләнеп ҡалмаған, ағастан сынъяһау мебель дә эшләгән. Яҡын-тирәләге ауылдарҙың халҡы өҫтәл, ултырғыс, шкаф кеүек өй йыһаздарын унан ғына яһатып алыр булған. Эйе, талантлы кеше һәр йәһәттән дә һәләтле, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
Сәсән-мөғәллим үҙ ауылы, башҡорт ерҙәре өсөн йән атып йәшәй. Ләкин Октябрь революцияһына тиклем булған бер хәл ғүмере буйы уның йөрәген әрнетә. Эш шунда: Вәлиулла мәҙрәсәлә уҡып йөрөгәндә, бер-ике кеше, халыҡ менән кәңәш-төңәш итеп тормайынса, үҙ белдеге менән ауылға терәлеп ятҡан яландарҙы Архангел урыҫтарына юҡ ҡына хаҡҡа һатып ебәрә. Һөҙөмтәлә ауыл зыяраты күршеләр ерендә тороп ҡала. Бөгөнгәсә Яҡтыкүл халҡы мәрхүмдәрҙе икенсе район биләмәһенә алып барып ерләй. Был шаҡ ҡатырғыс ғәҙелһеҙлек оҙаҡ йылдар Вәлиулла Ҡоломбәтовтың йәнен әсетә: ул төрлө органдарға, хатта судҡа ла мөрәжәғәт итеп ҡарай, ләкин нәфсеһен тыя алмаған кешеләрҙең хатаһын төҙәтеүҙе кәрәк тип тапмайҙар.
Ғүмер буйы уҡып, үҙен ғилемле шәхес итеп танытҡан сәсән янына Өфөнән дә, башҡа тарафтарҙан да кеше күп килер булған. Жәлил Кейекбаев, Ғайса Хөсәйенов, Фәрит Иҫәнғолов кеүек әҙиптәр һәм башҡа зыялылар уның менән ихлас әңгәмәләшеп, аҡыл эйәһенең уй-фекерҙәрен, кәңәштәрен тыңлап, бай тәьҫораттар менән ҡайтып киткән. Ысын мәғәнәһендә ил ағаһы булған халыҡ сәсәне!
Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов 1964 йылдың 4 мартында 83 йәшендә вафат була. Ҡатыны Рабиға иһә 1978 йылдың 29 мартында донъя ҡуя.
Олуғ мәғрифәтсе, һүҙ оҫтаһы сәскән рухиәт, изгелек орлоҡтары киләсәктә лә шытым бирер әле. Бының өсөн бөгөн, Вәлиулла Ҡоломбәтовтың рухын шатландырып, районда сәсәнлекте үҫтереү йәһәтенән эш алып барырға кәрәк. Сибай ҡалаһында һәм Бөрйән районында асылған сәсәндәр мәктәбе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, ғалим-төркиәтсе Жәлил Кейекбаев һәм халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтовтарҙы үҫтергән бәрәкәтле Табын ырыуы ерендә лә мотлаҡ булыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Быуаттар ауазын, ата-бабаларҙың тәрән аҡылын, уй-хыялын һәм васыятын йәш быуынға еткергән, эскелекте, ялҡаулыҡты, боҙоҡлоҡто фашлаған, халыҡты төплө белемгә, яҡшылыҡҡа, изгелеккә, иманға, сафлыҡҡа әйҙәгән сәсәндәр мәктәбенә йәмғиәтебеҙ бик тә мохтаж. Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы: ул тулы булһа, ил ҡаҙнаһы ла, рух ҡаҙнаһы ла тулы булыр.




Вернуться назад