“Ил гиҙгәндәй, ваҡыттарҙы гиҙәм...”29.07.2016
“Ил гиҙгәндәй, ваҡыттарҙы гиҙәм...” Туғандашлыҡ – аҡ бүләк

Килдем әле Өфөләргә,
Булырмы шағир булып?
Өфөлә бит шағирҙарың
Йөрөй шығырым тулып.

Ҡайтып китәм Ырымбурға –
Ырымбурҙа бер үҙем.
Бер үҙем булғанға микән,
Хоҙай бирә көс, түҙем!

Бер үҙемә – Каруанһарай!
Бер үҙемә – киң дала!
Рәхәтләнәм киңлектәрҙә,
Даланан килгән бала.

Ҡыуандыра Ҡыуандығым,
Һағындыра Һарыҡташ!
Ҡыуандыҡта – туғандарым,
Һарыҡташта – һабаҡташ.

Пеләшәндә – башҡорттарым,
Дәртләндерә Туҡ-Соран.
Яҙҙар етһә, Туҡ-Сорандан
Һандуғастар осорам!

Шифаланам Тоҙтүбәлә,
Ҡулын болғай Аҡ-Булаҡ.
Ырымбурҙан Өфөләргә
Туғандашлыҡ – аҡ бүләк!

Дуҫтарыма ҡарап йәшәрәм


Ырымбурҙа – бөйөк Каруанһарай,
Һағынып-һағынып килһен дуҫтарым.
Осрашҡанға күпме ғүмер үтте,
Күрешергә ҡыҙа устарым!

Һағынмайҙар – улар бит йәш әле,
Һағынмайҙар – улар матурҙар,
“Һә” тигәнсә үткән был ғүмерҙә
Ҡартаймаҫбыҙ тиеп уйлайҙар.

Уйлаһындар – беҙ ҙә шулай инек,
Бөтә донъя ине ҡосаҡта!
Ырымбур һәм Өфө аралары
Гөрләп кенә торҙо ул саҡта!

Һағынырлыҡ кешеләрем булғас,
Ауырҙы ла еңел күтәрәм.
Йәштәремә ҡарап ҡартаям да
Дуҫтарыма ҡарап йәшәрәм!

Ышанмайым

Яҙғы ҡоштар, тиһең, ә мин иһә
Ышанмайым яҙғы ҡоштарға –
Яҙын-йәйен генә әүрәтә лә
Ташлап китә ҡарлы ҡыштарға.

Йәшлек йәрем тиһең, улар ҙа бит
Хәтерләтә яҙғы ҡоштарҙы.
Йылдар аша ғына йылыта ла
Яңғыҙ итә ҡартлыҡ-ҡыштарҙы.

Һиҫкәндермә мине
сал ҡылған...


Беләм инде нимә тиереңде,
Һиҫкәндермә мине, сал ҡылған!
Бала саҡҡа бәйләп тора торған
Ебәктәрең күптән ҡырҡылған.

Араларҙа юлдар ғына түгел,
Араларҙа йылдар яталар.
Бер саҡ йән-фарманға сабалар ҙа,
Бер саҡ һалмаҡ ҡына ағалар.

Бала сағым – ғәмһеҙ бала сағым
Умырзая үҫкән үҙәндә
Ялбыр сәсле, яланаяҡ көйө
Уйнап үтте йәшел үләндә.
Ярты быуат ғүмер йәшәһәм дә,
Шул саҡтарҙы һаман һағынам…
Алсаҡ ҡояш ал томанға байый,
Көтөү килә Кисеү яғынан…

Тормош рәсемдәре


Тормоштарҙың уңдары бар,
һулдары бар.
Рәсемдәре тигеҙ түгел –
ала, сыбар.
Мораҙыңа ирешерһең, булһаң сабыр –
Дыуамалдар бәхетен дә ташлап сабыр.
Атлау ҡыйын, аяҡ тая –
шулай кәрәк.
Яҙмышына ҡәнәғәте
үтә һирәк.
Ҡыйын булһа, бир ҡулыңды,
кил бирерәк.
Етәкләшеп барыусылар
бәхетлерәк.

Пушкин драмаһының аҙағы

Ямауына алтын сигелгән,
Керле аяғында – күн итек,
Ҡомһоҙлоҡтан күҙе аларған,
Алдашыуҙан аҡылы китек.

Ҡөрьәндәрҙе үбеп ант итә
Гонаһ шомлоғоноң әһеле,
Әүлиәлек дәғүәһен һөрә –
Баштарына төшөр ҡәһәре.

Пушкин драмаһының аҙағы –
Ҡомһоҙ тартышыуҙа ҡатышмай,
Өмөттәрҙең һаҡлап таҙаһын,
Сабыр халыҡ тағы өндәшмәй…

Башымда таж ине

Мин төшөмдә батшабикә инем,
Үҙем – сибәр сәскә бөрөһө.
Башымда таж ине – Ер йөҙөндә,
Ете мөғжизәнең береһе.

Илдәр баҫҡан көслө ғәскәрҙәрем
Ҡул аҫтыма ҡолдар ҡыуҙылар,
Бығауҙарға һалған бәһлеүәндәр
Миңә ҡарап өнһөҙ торҙолар...

Батшабикә булғас, булаһың шул:
Яуызлыҡты тағы үҫтерҙем.
Һин булмағас улар араһында,
Вәзиремдең башын киҫтерҙем...

Яңғыҙ яҙмыш – ярты алма, тиҙәр,
Батшамы һин, әллә башҡамы?
Яңғыҙ ғына булған башҡайыңды
Бәрһәң дә бит, әллә, ташҡамы...

Тәхетемде ташлап, буйһоноп,
Тик һин генә һалған тауышҡа,
Хәйерсе ҡыҙ булып килеп индем
Һин йәшәгән ярлы ҡыуышҡа.

Минән башҡа
ай ҙа тулмаһа?..

Минең ваҡыт төрлө яҡҡа йөрөй –
Тегеләй ҙә йөрөй, былай ҙа.
Сәйәхәткә сығам көн аралаш,
Йәйәүләп тә сығам, һыбай ҙа.

Ҡайһы ваҡыт яңылыш баҫҡанымда
Йәнәш донъяға ла мин сығам,
“Параллельный” тиҙәр урыҫсалап –
Төшөнмәгәндәргә аңлатам.

Тик инәйем генә хәүефләнә,
Тик әсәләр белә балаһын:
– Хыялыңа китеп олаҡтыңмы,
Аяғүрә йоҡлап ҡалаһың…

Хоҙай биргәненә риза булмай,
Аҡыл төптәреңде көрәйһең.
Ил сиктәрен гиҙгәндәрең етмәй,
Аҡыл сиген эҙләп йөрөйһөң!

Алты балам – алтыһы ла дөрөҫ,
Булманың бит бер һин ҡәнәғәт!..
– Ни эшләйем, инәй, аҡылдарым
Быуаттарҙан килгән –
Быуаттарға күсер аманат…

Минән башҡа ҡояш күтәрелмәҫ,
Минән башҡа ай ҙа тулмаһа…
Ил гиҙгәндәй, ваҡыттарҙы гиҙеп,
Йөрөйөммө, йомош булмаһа...





Вернуться назад