Майҙан уртаһында – ҙур тирмә. Эргәһендә боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары урын алған. Ҡунаҡсыл хужалар һәр кемде милли ризыҡ менән һыйлай, ҡымыҙ эсереп, һыуһынын ҡандыра...
Ошондай мөхит булдырылды күптән түгел Мәскәүҙең “Коломенск” музей-ҡурсаулығында. Халҡыбыҙҙың милли байрамы һабантуйға 160 меңдән ашыу кеше йыйылды. Ҙур майҙандың бер нисә сәхнәһе Башҡортостандың, Татарстандың һәм Мәскәүҙең йыр-моң оҫталары сығышынан гөрләп торҙо.
Байрамда беҙҙең республиканың данын Илеш һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре яҡланы. Улар майҙанда ҙур этнографик күргәҙмә ойоштороп, сара ҡунаҡтарын халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, тормош рәүеше, рухи ҡиммәттәре менән таныштырҙы, тарихи үткәненә сәйәхәт ҡылдырҙы, йыр-бейеүҙәрен күрһәтеп һоҡландырҙы. Яҡташтарыбыҙ шулай уҡ теләгәндәр өсөн башҡорт милли ризыҡтарын бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Халыҡ ҙур ихласлыҡ менән өйрәнде.
Келәм батырҙары иһә ең һыҙғанып яңы еңеүгә әҙерләнде. Ниһайәт, уларҙың көтөлгән минуттары һуҡты – көрәш башланды. Ҡанында ҡаһарманлыҡ рухы ҡайнаған халҡыбыҙ алыш майҙанын тиҙ арала уратып алып, батырҙар менән бергә сәм һәм ғәм урғылған мөхиткә сумды.
Күңелле лә, фәһемле лә булды байрам. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов та ҡатнашып, ҡунаҡтарҙы республика халҡы исеменән тәбрикләне. Башҡа илдәрҙән килгән рәсми вәкилдәр ҙә һабантуйҙағыларҙы ихлас сәләмләне, сараның мәҙәниәтте, үҙ-ара татыулыҡты, берҙәмлекте үҫтереүҙәге ҙур өлөшөн билдәләне.
Эйе, милли йолаларыбыҙҙы шулай киң даирәгә сығарыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Халыҡтар бер-береһенең тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен белһә, үҙ-ара татыулыҡҡа ынтылып йәшәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ошо байлығыңды һаҡлау, үҫтереү, донъяға танытыу мөмкинлеге арта. Әгәр милли моң-көйҙәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы Мәскәүҙә юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәшкәнбеҙ икән, майҙан киләсәктә, һис шикһеҙ, тағы ла киңәйер.