Өйрәнгәнең үҙеңә29.07.2016
11 – 14 августа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында “Өфө-форум” Йәштәр мағариф сараһы үтәсәк. Унда Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләү, һөнәри һәм кешелек сифаттарын үҫтереү өҫтәмә белем – лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тренингтар, спорт бәйгеләре, медиа белгестәре менән осрашыуҙар, мәғариф программаларын һәм проекттарын презентациялау аша башҡарыласаҡ. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында мәҙәни сара ла планлаштырылған.
Бындай ҙур форум тәүге тапҡыр үткәрелә, уның маҡсаты – йәштәр мөхитендә уҡытыуҙың алдынғы ысулдарын ҡулланып, республикалағы кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү. Артабан сараны йыл һайын ойоштороу күҙаллана.
– Йыйын тәжрибә уртаҡлашыу, фекерҙәштәр менән аралашыу өсөн бик файҙалы булмаҡсы. Бынан тыш, ил һәм республика кимәлендә танылған фән, мәҙәниәт, сәйәсәт белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, киң мәғлүмәт саралары, дәүләт власы вәкилдәре менән күрешеү мөмкинлеге лә буласаҡ. Йәштәргә ораторлыҡ оҫталығы, финанс ғилеме буйынса ла мәғлүмәт биреләсәк, – ти ойоштороусыларҙың береһе, Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре союзы ағзаһы Әлфир Илбаҡтин.





Вернуться назад