Әҙерлек бара29.07.2016
Ағымдағы йылдың 18 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарҙың тәүге этабы тамамланды — кандидаттар билдәләнде, исемлек төҙөлдө. Дөйөм алғанда, алты округ буйынса 63 кандидат дәғүә итә. Уларҙың 11-е үҙ-үҙен тәҡдим итһә, ҡалғандарын сәйәси партиялар күрһәткән. Әйткәндәй, партияларҙың әүҙемлеге был юлы ла тигеҙ түгел. Булһа бүреләй, булмаһа сүреләй тигәндәй, ҡайһы берҙәре һәр округ буйынса үҙ кандидатын тәҡдим итеп ҡалырға тырышһа, араларында берәү-икәү менән генә сикләнгәндәре лә бар.
— Артабан, партиялар күрһәткән кандидаттарҙан айырмалы, үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр алдында ҡултамға йыйыу бурысы тора. Имзаларҙың 14 мең тирәһе булыуы шарт. Партия вәкилдәренә бындай талап ҡуйылмай, сөнки уларҙың барыһы ла имза йыйыуҙан азат ителгән партияларҙан, — тине республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Бынан тыш, бер мандатлы округ буйынса ла теркәү дауам итә. Был этап 3 августа тамамланасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ ике бюллетень буйынса тауыш бирәсәк: партия исемлеге өсөн һәм бер мандатлы округтағы айырым кандидат өсөн.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһына һайлауҙарға ла әҙерлек әүҙем бара — әлеге көндә һигеҙ кандидаттың теркәлеүе билдәле. Шуныһы мөһим: ошо көндәрҙә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса сараларҙың календарь планына ярашлы, иҫәптән төшөү таныҡлыҡтарын алды һәм уларҙы округ комиссияларына тапшырҙы. Таныҡлыҡтарҙы һайлаусыларға 3 августан бирә башлаясаҡтар.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙарға килгәндә, кандидаттар ике округ — 2-се Инорс һәм 19-сы Нарыш һайлау округтары буйынса күрһәтелгән. Әлеге көндә был округтар буйынса 10 кандидат тәҡдим ителгән, шуларҙың икәүһе теркәү үткән. Артабан — 20 августан — агитация саралары башланасаҡ.