“Имен ҡала” нисек эшләй?29.07.2016
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Имен ҡала” системаһының эшмәкәрлеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда юлдарҙағы һәм транспорттағы, йәмәғәт урындарындағы хәлде контролдә тотоу, тәбиғи һәм техноген ваҡиғаларҙы ваҡытында иғтибарға алыу, экологик хәлгә даими мониторинг үткәреү мөмкинлеген биргән хәүефһеҙлек системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

— Бөгөн тикшереләсәк эштәрҙе тормошҡа ашырғандан һуң халҡыбыҙҙың йәшәү сифаты яҡшырыр, именлеге артыр тип ышанам, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов журналистың Өфөләге монарға бәйле һорауына ла яуап бирҙе.
— Әлегә тиклем бер ҙә күҙәтелмәгән төтөндөң сығанағын асыҡларға кәрәк. Заводтарыбыҙҙа барыһы ла тәртиптә. “Башнефть” предприятиеһы — “Өфөнефтехим” заводында булған шартлау менән янғындан һуң хәлде ҙур комиссия тикшерә, —тине ул.
Республика Башлығы әйтеүенсә, ул күрше төбәктәрҙең етәкселәре менән аралашҡан — хәл бөтә ерҙә лә беҙҙәге кеүек. Ханты-Манси округындағы янғынға килгәндә, унда ҙур ут усағы юҡ, Ямал-Ненец автономиялы округында, Красноярск крайында урмандар яна.



Вернуться назад