No-till технологияһы – заман талабы17.03.2012
No-till технологияһы – заман талабыҠоролоҡ – ауыл халҡы өсөн һәр ваҡыт һынау. Метеорологтар хәбәр итеүенсә, быйылғы йәйҙә лә яуым-төшөм аҙ көтөлә. Крәҫтиән алдына тағы “Ни эшләргә?” тигән һорау баҫасаҡ. Уңайһыҙ һауа шарттары айырыуса баҫыусылыҡты ауыр хәлгә ҡуя. Әйткәндәй, урыҫ агрономы Иван Овсинский XIX быуат аҙағында уҡ был һорауға яуап бирергә маташҡан. Ул бөгөн донъяла игенселектә киң ҡулланылған No-till технологияһына нигеҙ һалған. Үҙен күп йәһәттән аҡлаған ысулға һуңғы осорҙа Башҡортостанда ла иғтибар көсәйҙе. Был технология тураһында төплөрәк мәғлүмәт алыр өсөн ошо өлкәлә шөғөлләнгән белгестәр менән осраштыҡ.

Баҫыусылыҡта отошло технология

Тәүге әңгәмәсебеҙ – Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының баҫыусылыҡ бүлеге мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Хәлил Сафин.
– Хәлил Мәсғүт улы, тамырҙары менән быуат төпкөлөнә барып тоташһа ла, No-till технологияһы күптәр өсөн яңылыҡ булып тора. Уның төп асылы нимәлә?
– No-till технологияһы – ул баҫыусылыҡтың бер ҙур системаһы. No-till һүҙе тәржемә иткәндә “һабан юҡ”ты аңлата. Төп асылы уның тупраҡтың өҫтөндәге ел һәм һыу эрозияһын кәметеүгә булышлыҡ иткән үҫемлек ҡалдығын һаҡлау, байытыуға ҡайтып ҡала. Ер көҙ ҙә, яҙ ҙа һөрөлмәй, тырматылмай, культивация үткәрелмәй. Шуның һөҙөмтәһендә уның төҙөлөшө боҙолмай, ер кипмәй, дым һаҡлана, ә һабан менән эш иткәндә тупраҡҡа ҙур зыян килә.
Донъя тәжрибәһен өйрәнеп, ер эшкәртеүҙең классик, минималь алымдарына ҡарағанда, No-till технологияһының өҫтөнлөктәре күп тип әйтә алам. Беренсенән, тупраҡтың ел һәм һыу тәьҫиренән боҙолоуы ҡырҡа кәмей. Юғиһә республикала бит 5,6 миллион гектар эрозияға дусар ителеп, йылына 3 миллион тонна cамаһы гумус юғала. Икенсенән, тупраҡтың уңдырышлылығы яҡшыра. Өсөнсөнән, һөрөүгә нигеҙләнгән ысулдар менән сағыштырғанда, яғыулыҡ-майлау материалдарына сығым 50-70 процентҡа кәмей. Әйтәйек, традицион технология буйынса 1 гектарҙы эшкәртеү өсөн сезонына 55-70 литр, минималь технология ҡулланғанда 30-40 литр яғыулыҡ тотонолһа, No-till ысулы менән эш иткәндә 20-22 литр самаһы яғыулыҡ сарыф ителә. Дүртенсенән, баҫыу эштәренә йәлеп ителгән трактор һәм ауыл хужалығы машиналарының һаны ике тапҡырға кәмей. Бишенсенән, өс йылдан һуң үҫемлекте һаҡлау саралары, минераль ашлама һәм гербицид һатып алыуға киткән сығымдар 20-30 процентҡа аҙая. Һәм иң мөһиме — продукцияның үҙҡиммәте кәмей һәм үҫемлекселектең рентабеллелеге арта.
Уңыш нимә һөҙөмтәһендә күтәрелә һуң? Урып-йыйыу ваҡытында һабаҡ өҫтәнерәк сабыла, комбайн артынан һалам шунда уҡ тирә-яҡҡа сәселеп бара. Шулай һаламды ҡалдырыу һөҙөмтәһендә тупраҡта микроорганизмдар, органик матдәләр арта. Нисә йылдар буйына ярлыланған тупраҡ микроорганизмдарға байый һәм уның уңдырышлылығы бермә-бер яҡшыра. Артабан беҙгә минераль ашлама әҙерәк кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, Ҡаҙағстандың Ҡостанай ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының баҫыуҙарында бөтөнләй минераль ашлама индермәйҙәр тип әйтергә мөмкин. Унда юғары уңышты микроорганизмдар ярҙамында алалар.
No-till технологияһы – заман талабыТрадицион ысулды ҡулланғанда иген уңышының 80 проценты тәбиғәткә, йәғни уңайлы һауа шарттарына, ә 20 проценты ғына кешегә бәйле. No-till технологияһын файҙаланғанда, киреһенсә, уңыштың 20 проценты тәбиғәттән, ә 80 проценты кешенән тора. Һуңғыһы буйынса бөтә операциялар бер юлы эшләнә: сәсеү, тапатыу һәм ашлама индереү.
Бөгөн Ер шарында 120 миллион гектар ерҙә ошо алым ҡулланыла. Донъя тәжрибәһен беҙ Канада, Аргентина, Австралия, Украина, Ҡаҙағстанға барып өйрәндек. Һуңғы ике илдә был тәңгәлдә әүҙем эшләй башланылар.
Был ысулды Башҡортостанда ла индереү яғында торабыҙ. Уны киң ҡулланған Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы был йәһәттән лидер булып тора. Унда биш йыл элек индерҙеләр. Киләсәктә Башҡортостандың күп райондарында ошо технологияға күсергә уйлайҙар. Шуның өсөн бөгөн техника алалар, тәжрибә өйрәнәләр, белгестәр әҙерләйҙәр, ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡһыныу арта. Мәҫәлән, Күгәрсен районының “Чапаев” , “Октябрь”, Шишмә районының “Агро-Альянс”, Стәрлетамаҡ районының “Калинин”, “Рощинский” хужалыҡтарында был технологияның ҡайһы бер элементтарын: ҡара пар урынына химик пар, туранан-тура сәсеү алымдары ҡуллана башланылар.
– No-till алымы ярҙамында гектарынан уртаса нисә центнер уңыш алырға мөмкин?
– Донъя йөҙөндә хәҙер берәү ҙә гектар ҡеүәтен һорамай, ә күпме килем алынғанлығы буйынса һүҙ йөрөтә. Сит ил фермерҙары юғары уңыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуймай, сөнки ул саҡта продукцияның үҙҡиммәте арта. Улар мөмкин тиклем аҙыраҡ сығымдар менән уртаса уңыш алыуҙы, килемдәрен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
– Ни өсөн Башҡортостанда ошо технологияға яй күсәләр, нимә ҡамасаулай быға?
– Иҫкенән, өйрәнелгән ҡалыптан баш тарта алмайҙар. Ҡартатайым һөргән, атайым һөргән, мин дә һөрәм, тип эш итә күптәр. Тағы белем һәм техника етмәй, был технологияға күсеү өсөн махсуслаштырылған сәскес булыуы мотлаҡ. Үкенескә ҡаршы, белгестәр ҙә етмәй. Әммә ынтылыш көслө. Был йәһәттән Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ла эш алып бара. Былтыр август айында Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығында семинар үткәрҙек. Унда 350 кеше ҡатнашты. No-till технологияһы буйынса тәжрибә өйрәнергә беҙгә Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән киләләр.

Аяғыбыҙҙа ныҡ баҫып торабыҙ

No-till технологияһын индереү өсөн төп шарт – ябай булмаған сәсеү агрегатының булыуы. Бөгөн баҙарҙа уларҙы табырға мөмкин, ләкин сит илдә етештерелгәне күберәк, ә улар арзан түгел. Өфө “ПодшипникМаш” сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығарған “Берегиня” сәсеү комплексы хаҡы, сифаты йәһәтенән һатып алыусылар өсөн иң уңайлыһы булып тора хәҙерге көндә. Артабанғы әңгәмәбеҙ предприятие директоры, кисәге фермер Раян Хәсәнов менән.
– Раян Рәвил улы, үҙегеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
– 2011 йылға тиклем ауыл хужалығы продукцияһы һатыу менән шөғөлләндек. No-till технологияһына йәлеп ителгән техникаға һорауҙы өйрәнеп, сәскесте үҙебеҙҙә етештерергә тигән һығымтаға килдек. Сөнки күп яҡтан отошло икәнен иҫәпләп сығарҙыҡ. Бер генә миҫал. 10 сәскес һатҡайныҡ, ә уның менән эш итергә өйрәтеү, тәжрибә өйрәнеү өсөн белгестәрҙе Краснодар крайына алып барырға тура килде, был ҙур сығымлы сәфәр булды. Беҙ етештергән сәскестең хаҡы сит илдекенә ҡарағанда күпкә арзаныраҡ. Сәсеү агрегаты менән эшләй белер өсөн агрономдарҙы, механизаторҙарҙы уҡытабыҙ. Улар ҡорамалдың төҙөлөшөн, көйләү, файҙаланыу ҡағиҙәләрен өйрәнә. Продукция етештерәбеҙ икән, уның сифаты, ныҡлығы өсөн яуап тотабыҙ, бөтә техник хеҙмәтләндереүҙе лә үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ.
Беҙҙең предприятие Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан. Штат 12 кешенән тора, шуларҙың 9-ы — юғары техник белемле. Барыһы ла агрегатты төплө өйрәнде, әле һүҙ алып барған технологияның нескәлектәрен дә беләләр. Беҙ бөгөн республикала шундай штаты булған берҙән-бер предприятие. Яҡын киләсәктә белгестәребеҙҙе хужалыҡтарға ебәреп, үҙебеҙҙең сәскестәрҙе уларҙың күҙәтеүендә баҫыуға төшөрөү уйы ла бар. Ҡулланыусыға уңайлы икән, беҙгә лә уңайлы буласаҡ. Әле предприятиела конструктор бүлеге бар, сәсеү комплексын камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Агрессив средаға (минераль ашлама, ағыулы химикат) бирешеп бармаһын өсөн юғары технологик сифатҡа эйә булған буяуҙар ҡулланабыҙ.
2011 йылда беҙгә ошо технология буйынса аралыҡлы культуралар өсөн сәскестәр етештергән Бразилия белгестәре килде. Улар быйыл май айында тағы киләсәк. Килешеү төҙөлгәс, агрегатты үҙебеҙҙә эшләй башларға планлаштырабыҙ.
Беҙҙә ике тиҫтәнән ашыу хужалыҡ етәкселәре булып китте. Күптәре сәскес һатып алыуға килешеү төҙөнө. Үкенескә ҡаршы, әйләнештә аҡса етмәү сәбәпле һәм банк яғынан финанс аҙ булыу арҡаһында “Берегиня” сәсеү комплексына булған ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ.
Беҙ сәскес етештереп һатыу менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. 2, 3, 5 класлы тракторҙар, комбайндар, мал әҙерләү техникаһын, ҡорамалдарын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы техник хеҙмәтләндерәбеҙ ҙә. Киләсәктә һиптергес аппараттары сығарырға уйлайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, технологияһы буйынса кәрәкле бөтә техниканы, машиналарҙы етештерергә иҫәп тотабыҙ, – тип һөйләй Раян Рәвил улы. – Ҡулланыусылар менән “Россельхозбанк”, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы, шулай уҡ лизинг аша эшләйбеҙ. Продукцияның төрөн мөмкин тиклем арттырырға бурыс ҡуйылды коллектив алдына. Ҡулланыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булыу уларҙың дәғүәләренә һәм тәҡдимдәренә тиҙ арала иғтибар итергә, кәмселектәрҙе бөтөрөргә, продукциябыҙҙы камиллаштырырға, сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Бөгөнгә республика буйынса 17 сәскес һатылды. Сит өлкәнән һораусылар бар, ләкин әлегә уларға ыңғай яуап бирмәнек, сөнки үҙебеҙҙә лә сәскескә ихтыяж ҙур. Тәү сиратта беҙ Башҡортостан игенселәрен тәьмин итергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Республика етәкселеге, Хөкүмәте яғынан эшҡыуарлыҡҡа яҡшы мөнәсәбәт, предприятиеның юғары интеллектуаль потенциалы булғанда беҙгә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел, хатта Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ла. Продукциябыҙҙың үҙҡиммәтен кәметеү өҫтөндә ныҡлап эшләйбеҙ. Әлбиттә, алып-һатыу менән шөғөлләнһәң, етештереп һатыуға ҡарағанда еңелерәк, сөнки һуңғыһы мәшәҡәтле эш.
– Предприятие эшселәренә уңайлы эш шарттары булдырылған, яҡшы хеҙмәт хаҡы алалар. Улар киләсәккә ышаныслы ҡарай. Беҙ үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрәбеҙ. Дәүләттән теләнселәмәйбеҙ. Былтыр йыл аҙағында бөтә төр һалымдар буйынса ҡаҙнаға 6 миллион һумдан ашыу иғәнә түләнек. Һәр ваҡыт күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ, республика семинарҙарын үткәрәбеҙ. Беҙ аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып торабыҙ һәм алдағы көнгә ышаныс, оптимизм менән ҡарайбыҙ. No-till технологияһы – заман талабы. Ул ҡоролоҡ йылдарында уңыш юғалтыуға юл ҡуймаҫка, аҙ сығымдар менән килем алырға ярҙам итә. Сит ил компанияларына булышлыҡ итергә кәрәкмәй – улар былай ҙа насар йәшәмәй, үҙебеҙҙең тауар етештереүселәребеҙгә ярҙам кәрәк. Шул саҡта ватан продукцияһы сит илдекенән бер ҙә ҡайтыш булмаҫ.


Вернуться назад