Йәрмәкәйҙә бөгөн һәр ерҙәгесә мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара. Бынан тыш, күп кенә урындарҙа ураҡҡа ла төшкәндәр. Ауыл эшсәндәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен, һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Уларға ете мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культуралары уңышын йыйып алыу бурысы тора.Төбәктә иң тәүгеләрҙән булып ураҡты башлаған «Байраҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла эш көйлө бара. Хужалыҡтың 2400 гектар ере бар. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр баҫыу бында тәрбиәле, ҡый үләндәренә күмелеп ултырмайҙар.
— Ауыл кешеһенә иркенләп ял итергә лә мөмкинлек юҡ. Әле генә яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап, малдарҙы йәйләүгә оҙатҡан ине, бөгөн иһә ураҡҡа ла ваҡыт еткән, — ти йәмғиәт етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Мөҡәтдис улы Саҙриев. — Икмәк яҙмышы, табыныбыҙ муллығы нәҡ игенселәр ҡулында бит, быны улар яҡшы аңлап, тырышлыҡ күрһәтә. Шөкөр, тәбиғәт шарттарының көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, быйыл мул уңышҡа өмөт итәбеҙ.
“Байраҡ” хужалығы күп кенә күрһәткестәр буйынса районда алдынғылар иҫәбендә. Һуңғы йылдарҙа ғына яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, иҫкеләренә лә ремонт үткәрелеп, эшкә егелә.
Әле баҫыуҙарҙа иң ҡыҙыу мәл. Эш бында бер сменала ойошторолған. Йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙы ике комбайн, ҡеүәтле “КамАЗ”, “ЗиЛ” машиналары иңләй. 102 гектар майҙанда ужым культуралары уңышын йыялар, һәр гектары 20 центнерҙан ашыу уңыш бирә. Етәкселек комбайнсылар Фәнис Ихсановты, Рәзиф Шәүәлиевте, водителдәр Фәйрүз Ихсановты, Дамир Ризуановты маҡтап телгә ала. Һуғылған ашлыҡ ҡеүәтле техникаларҙа туранан-тура ырҙын табағына оҙатыла. Әйткәндәй, унда ла эш ырамлы бара. Ырҙын табағы мөдире Фердинанд Мөхәмәҙиев белдереүенсә, ураҡҡа алдан әҙерләнгәндәр, ҡорамалдар ватылып ултырмай, үҙҙәренең иген киптергестәре булғас, келәттәргә сифатлы орлоҡ оҙатыла икән.
Бынан тыш, уңған ауыл эшсәндәре 140 гектарҙа тритикале саба. Һалам төргәктәргә төрөлгәс, уны “Туймазыагрогриб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре үҙҙәре килеп ала. Ике яҡ килешеү нигеҙендә эш алып бара, түләү тотҡарлыҡһыҙ ваҡытында башҡарыла. Килгән табыш төрлө ремонтҡа, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
— Ураҡҡа ситтән техника ялламайбыҙ, үҙебеҙҙең көс менән теүәлләргә иҫәп тотабыҙ. Алдан хәстәрләгәс, яғыулыҡҡа һис кенә лә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, — ти уңған етәксе Марат Саҙриев. — Халыҡтың да кәйефе күтәренке, эш хаҡы түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫрағандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ.
“Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 250 гектарлыҡ арыш баҫыуында ла бөгөн иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр комбайн тауышы тынмай. Игенселәр мул уңыш көтә, гектар ҡеүәте лә яҡшы — 15-әр центнер ашлыҡ һуғып алалар.
— Ураҡҡа ошо көндәрҙә генә төштөк. Ауыл халҡы ла ҙур ихласлыҡ күрһәтә. Көҙ, Алла бойорһа, келәттәр буш булмаясаҡ, ырҙын табағына ылау-ылау булып орлоҡ тейәлгән машиналар ағыла башланы, — ти йәмғиәт рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәсим Зарипов.
Хужалыҡтың ике мең гектарға яҡын ере бар, шуның 1500-ө — һөрөнтө ерҙәр. Әле бында 16 кеше эш менән мәшғүл. Туҡландырыу ойошторолған, эш хаҡы тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Ихатаһында мал тотҡандарға бесән-һаламы, иген бушлай бирелә. Теләгәндәр хеҙмәт хаҡына мал ала. Техниканы ла йыл һайын яңыртып торалар икән. Былтыр, мәҫәлән, алты миллион һумлыҡ алғандар.
— Эшләргә бөтә мөмкинлектәр бар, тик белгестәрҙең булмауы ғына ҡайһы саҡ бәкәлгә һуға. Ауылдан китмәһен ине йәштәр, үҙебеҙҙә лә аҡса эшләргә була бит, — ти Вәсим Латип улы.
Уның улы Салауат иһә нефть университетын тамамлаһа ла, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә ниәт итеп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәргән. Быйыл дәүләт ярҙамы алыуға ла өлгәшкән. Тырышҡандар булдыра бит.