Ҡалҡып баҫырға көс тап29.07.2016
– Тормошомда бер-бер артлы ауырлыҡ килеп тик тора. Ә башҡалар еңел генә йәшәй кеүек. Ниңә шул ҡәҙәр һынауҙарға дусар ителәм икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Ә. ИХСАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рах­мәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, был хаҡта элекке вәғәздәремдә лә әйткәнем булды: Аллаһ Тәғәлә биргән һәр көнөбөҙ имтихандарҙан хасил. Һынау йортонда йәшәгән кеүекбеҙ. Һәр кемдең алдында ике юл тора: Раббыбыҙҙың, йәғни иман ҡанундары буйынса йәшәү йә иһә, шайтанға эйәреп, хаҡ тәрбиәнән ситкә китеү.
“Ҡөрьән Кәрим”дә тормоштоң имтихан урыны булыуы хаҡында күп әйтелә. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа хәүеф, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, — тиелә, мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Кемдеңдер ғаиләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, үҫтергән емеш-еләге, ҡорған донъяһы зыян күрә — быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә кешегә имтихан тотоу өсөн ебәрә. Ул ауырлыҡ тыуһа, юғалып ҡалмаҫмы? Хаҡ юлға тоғро ҡалырмы? Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөрмө? Дөрөҫ йәшәмәгән булһа, төҙәлерме?
Тағы ла шуныһы бар, хөрмәтле ҡәрҙәштәр: иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел. Бындай йөк Аллаһ Тәғәләнең иманын, тәрбиәһен, бойороғон еткереп тороу бурысын йөкмәгәндәргә генә һалына. Ҡорамалдарҙа ла бит механизмдың эшендә төп ғәмәлде үтәгән деталдәр айырым сыныҡтырыла, уларға ныҡлы тикшереү уҙғарыла.
Бөйөк Аҡмулланың нәсихәттәрендә әйтелгәнсә, барыһына ла шөкөр итеп йәшәргә тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Был тойғо – шайтандан. Ауырлыҡтар йыға һуҡҡанда ла ҡалҡынырға көс таба белеү мөһим. Ҡайғы-хәсрәтте күтәрә, сыҙай алмайһың икән, улар тәнеңә ауырыу булып һеңә. “Барыбыҙ ҙа — Аллаһ Тәғәләгә ҡайтыусы” тип доға ҡылһаҡ, сабыр итһәң, Раббыбыҙ рәхмәтен насип итер, иншаллаһ.
Мәғлүм ки, тормош ауырлыҡтан ғына тормай. Ҡайғы-хәсрәт, бәлә артынан еңеллек тә килә. Тәбиғәттә лә шулай бит. Әйтәйек, эҫе йәйҙә тырышлыҡ, сыҙамлыҡ менән мал аҙығы әҙерләһәң, ҡышты тыныс, еңел үткәрәһең. Әгәр ҙә ки йылы миҙгелдә күңел асыуға ҙур урын бирһәң, аҙаҡ ыҙалаясаҡһың.
Ауырлыҡты сабыр үткәреү тик ултырыу тигәнде аңлатмай. Унан сығыу юлын эҙләр кәрәк. Миҫал өсөн, йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төштө, ти. Һүҙ юҡ, батыуы ихтимал. Әгәр ҙә инде баҙап ҡалмаһа, хәрәкәт итһә, йәшәү өсөн тырышһа, һис шикһеҙ, ярға килеп сығасаҡ.
Күсер ҡоштар ҙа – сыҙамлыҡ, тырышлыҡ өлгөһө: тормошто дауам иттереү, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә улар! Ҡаялар араһына ҡыҫылып, тамырын ҡоротмайынса үҫкән ағастар, ташты, асфальтты тишеп сыҡҡан үлән-сәскәләр, яр ашалһа ла, ҡоламай үргә ынтылған талдар... Тәбиғәт беҙгә ошондай үрнәк күрһәтеп, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Эйе, йәшәү көсө күңелебеҙҙә булырға тейеш. Бормалы тормош юлын ныҡышмаллыҡ, сабырлыҡ, тырышлыҡ менән, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ҡыйын саҡтарҙа ярҙам күрһәтешеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып үтәйек. Бирешмәйенсә алға барайыҡ, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.






Вернуться назад