Мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын эш менән үткәрергә тейеш. Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған ерҙә йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлек тыуҙырылған икән, әҙәм балаһына тырышып донъя көтөү фарыз. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ”, – тиелгән был йәһәттән Ҡөрьәндең “Тәүбә” сүрәһендә. Бында “ғәмәл” һүҙе дөйөм хеҙмәтте, йәғни тормош көтөүҙе, ғаилә ҡороуҙы, йорт төҙөүҙе, тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм башҡа барыһын да үҙ эсенә ала. Эшләйһең икән, бәрәкәт килер.
Хеҙмәттең кеше өсөн ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеге хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә ифрат күп әйтелгән. “Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ул үҙе бөтөн ғүмерен хеҙмәткә бағышлап, башҡаларға ҙур өлгө күрһәткән. Бер саҡ, барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, бүтәндәрҙән: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә, уны кем ашата икән һуң?” – тип һораған. “Уның кәсеп менән шөғөлләнгән туғаны бар, шул ризыҡландыра”, – тип яуаплағандар. “Был кешегә ҡарағанда туғанының тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһаған Пәйғәмбәребеҙ. Ғөмүмән, Ислам дине тик ғибәҙәт ҡылып ултырыуға ҡарағанда намаҙ уҡып та, кәсеп итеп тә йәшәүҙе хуп күрә.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм хеҙмәттең юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Ул намаҙ ҙа уҡыған, сауҙа менән дә уңышлы шөғөлләнгән, ғаиләһен дә яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була.
Ғөмүмән, барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ҙә хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм мал көткән. Ҡайһы берәүҙәр, әйтәйек, Сөләймән, Дауыт пәйғәмбәрҙәр батша ла булған. Аллаһ Тәғәләнең ҡанун-ҡағиҙәләрен еткереү менән бергә илгә етәкселек итеү өсөн күпме ғилем, зиһен кәрәк!
Ата-бабабыҙ Ислам күрһәткән юл буйынса ғүмер буйы үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, ҡул, ағас эштәре, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған.
Һөнәр өйрәнеп үҫеүҙең әһәмиәте бөгөнгө заманда айырыуса ҙур. Ҡулы эш белгән кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Ошоно күҙ уңында тотоп, балаларҙы киләсәккә әҙерләп үҫтереү зарур. Йәш быуын төплө белем алыу менән бергә төрлө һөнәр үҙләштерергә, ат егергә лә, ер һөрөргә лә белергә тейеш.
Боронғоларҙан ҡалған бер аҡылды иҫкә төшөрәйек. Батша улын ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡытыусы. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уны ҡотҡарып ҡала. “Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – тип дәғүә белдергән батша уҡытыусыға. – Кеше башҡа ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?”
“Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк” тигән һүҙҙәр ҙә хеҙмәттең тәрбиәүи әһәмиәте, үҙең табып ашағандың ҡәҙерле булыуы хаҡында һөйләй. Шәхестәребеҙ ҙә һөнәр белеүҙе, эшһөйәрлекте юғары баҫҡысҡа ҡуя. Мәҫәлән, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла бер шиғырында һәр нәмәне Хоҙайҙан көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атай, тоғро юлды эҙләп алға йүгерергә әйҙәй.