Шайтан таяғы кемдәрҙе ҡотҡарған?29.07.2016
Кеше сәскәләрҙе дүрт мең йыл элек үрсетә башлаған. Берен­селәрҙән булып был эшкә Египет халҡы тотонған. Урта быуаттарҙа баҡса һәм сәскә үҫтереү абруйлы шөғөл һаналған. Был хеҙмәткә ихтирам күрһәтмәгәндәр ҡаты язаға дусар ителгән. Кеше баҡсаһын тапаған­дарҙы мәсхәрә бағана­һына бәйләгәндәр, аяҡ бармаҡтарын өткәндәр һәм хатта, бур итеп һанап, ҡулын ҡырҡҡандар. Аҙаҡ тыуған еренән мәңгегә ҡыуған­дар.

lЛәләне Голландияның символы тип беләбеҙ. Әммә был сәскә унда ни бары XVI быуатта ғына барып эләккән. Гөлдө урындағы сауҙагәрҙәр Төркиәнән алып ҡайтҡан. Тәүҙә уларҙың хаҡы аҫылташтар һәм ҡиммәтле металдарҙан да ҡыйбатыраҡ булған.
Ләлә – иң тиҙ үҫкән үҫемлек­тәрҙең береһе. Бер тәүлек эсендә ул ике сантиметрға тиклем тартыла.
lИң “ҡарт” рауза ҡыуағы Германияла, Хильдесхайм ҡорамы янында үҫә. Уның йәше мең йылдан ашҡан. Ошо ваҡыт эсендә ҡыуаҡ шул тиклем ҙурайған, хәҙер уның бейеклеге ҡорам­дыҡына тиңләшкән.
lИң күп төҫтәре булған сәскә – орхидея. Хатта ҡара һәм йәшел тажлылары ла бар, был – селек­ционерҙар тырышлығы һөҙөм­тәһе. Әммә зәңгәр төҫлөһөн һаман сығара алмай интегәләр икән.
lPuya raimondii тип аталған үҫемлек ни бары Көньяҡ Америка тауҙарында ғына осрай. 150 йәше тулғас, ул бер тапҡыр ғына сәскә ата ла шунда уҡ һулый.
lҠайһы бер сәскәләр гео­логтарға ерҙән файҙалы ҡаҙыл­малар табырға ярҙам итә. Мәҫәлән, адонис күпләп үҫкән урында эзбиз бар, ә миләүшәләр цинклы ерҙе үҙ итә.
lБал ҡорттары сәскәне еҫе генә түгел, төҫө буйынса ла айыра. Шулай ҙа бөтәһен дә түгел, ә һары, шәмәхә һәм зәңгәрҙе генә күрәләр. Ә бына ҡыҙыл сәскәгә битарафтар, сөнки был төҫтө бөтөнләй шәйләмәйҙәр.
lҮҫемлек сирләгәндә үҙен тере организм кеүек тота: тем­ператураһы күтәрелә, тын алышы йышая.
lРаузаның “яҡын туғандары” – алма, ҡурай еләге, персик, груша, миндаль, слива һәм нек­тарин.
lБоронғолар, астра япраҡта­рын яндырып, “уҫал рухтар”ҙан һаҡланған.
lЕр шарындағы иң ҙур сәскә – титан арум, йәки аморфофаллус. Бейеклеге өс һәм диаметры бер метрғаса етә. Унан бик алама үләкһә еҫе сыға, донъяла ул үләкһә-сәскә булараҡ билдәле.
lЙөҙҙәрсә йыл элек Шотландияны баҫып алырға йыйынған саҡта, викингтарға унда барып етер өсөн шайтан таяғы үләне баҫыуы аша үтергә кәрәк була. Был дошмандарҙың бик күп ваҡытын ала һәм ауырлыҡтар тыуҙыра, ошо сәбәпле шотландтар еңә. Хәҙер был үлән – Шотландияның милли символы.
lЛотос Боронғо Мысырҙың изге сәскәһе булған һәм ерләү йолаһында ҡулланылған. Үҫем­лек йылға ярында, һаҙлыҡта үҫә, әммә ҡоролоҡ осоронда йылдар буйы “йоҡлай” һәм һыу ҡайтыу менән йәнә “уяна”. Мысырҙар өсөн лотос – мәңгелек тормош һәм яңынан терелеү символы.
lПринц Чарльзға уның Сицилия ярындағы утрауын ҡуртымға алыусылар хаҡ итеп йылына бер нәркәс сәскәһе түләй.
lБиш мең самаһы шафран сәскәһенән ни бары бер унция (28,34 грамм) шафран тәмләткесе алып була.
lАвстралияның тропик урмандарында үҫкән сәскәләрҙең 80 проценты Ерҙең башҡа бер төбәгендә лә осрамай.

Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.



Вернуться назад