Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуы киң таралыу алды. Уны иҫкәртеү, дауалау алымдары аныҡ ҡына билдәле түгел. Ни өсөн тигәндә, белгестәр әйтеүенсә, сирҙең килеп сығыу сәбәбе төрлөсә. Ошо уңайҙан үҙем белгән, инанған шифа тураһында яҙмаҡсымын. Бәлки, уның берәй кешегә ярҙамы тейер. Мин оҙаҡ ваҡыт халыҡ медицинаһын үҙләштерҙем. “ЗОЖ” гәзитен тиҫтәләрсә йыл алдырып, һәр һанын туплап барҙым, бихисап китап уҡыным, каталог төҙөнөм. Шулай уҡ үләндәрҙе күпләп йыйҙым, киптерҙем, уларҙан төнәтмәләр, кеүәҫтәр эшләнем. Әҙерләгәнемде үҙем дә файҙаландым, туғандарыма, дуҫ-иштәремә лә тараттым.
1998 йылда ҡулыма яман шеш тураһында яҡшы китап килеп эләкте. “Мировой опыт исцеления злокачественных опухолей” тип аталған был баҫманы халыҡ медицинаһы докторҙары – ирле-ҡатынлы Фроловтар – яҙған. Минеңсә, ошондай китаптарҙы һәр кемгә уҡырға, алдан “ҡоралланып” ҡуйырға кәрәк. Белеп булмай бит ниндәй ауырыу һағалағанын.
Беҙҙең ғалим-химик Тамара Свищева яман шештең барлыҡҡа килеү сәбәбен трихомонада микроорганизмына бәйләй. Әйтеүенсә, иммунитет көсһөҙләнгән осраҡта организмда трихомонада күбәйә. Улар ҡан юлына ла үтеп инә һәм шунда үҙҙәренә үрсеү өсөн иң уңайлы урын табып, ғаилә ҡороп, бергә йомарлана. Һөҙөмтәлә шеш барлыҡҡа килә. Уны операция ярҙамында алып, микроскоп аша ҡараһалар, эсе тулы трихомонада таяҡсалары икән. Әгәр шеш медицина булышлығына тиклем өлгөрөп, организмда шартлаһа, баяғы “йомғаҡ” өлөшсәләре ҡан тамырҙары буйлап бөтөн тәнгә тарала һәм метастазалар барлыҡҡа килә, тип белдергән ғалим. Ул саҡта инде операция ярҙам итмәй.
“Шеш ике төрлө була, – тиер ине әсәйем дә (ҡайҙан белгәндер). – Башы тышта икән, шешеп өлгөргәс, эрене сығып, тиҙ төҙәлә, ә инде башы эстә булһа, эрене тәнгә таралып, кеше үлемесле хәлгә етә”.
Китаптарҙан уҡып, “болиголов пятнистый” тигән үләндең файҙалы икәнен белгәс, иғлан буйынса Краснодарҙан орлоғон алдырып, баҡсаға сәстем. Бер аҙҙан шуны белдем: ул беҙҙең ауылдар эргәһендә, сүплектәрҙә, йылға буйҙарында тулып үҫә икән. Атамаһын бер китапта “йылан көпшәһе”, икенсеһендә “монар көпшәһе” тигәндәр. Ул – ағыулы үлән. Үҙен петрушка тип ашап ҡаза күргәндәр ҙә бар икән. Шуға күрә төнәтмәһен тамсылап ҡына эсәләр. Хатта был үлән янында оҙағыраҡ торһаң, баш ауырта башлай. Еҫе сысҡандыҡына оҡшаған, һабағында бурҙат тамғалар бар.
Был үләндең ярҙам итеүенә аныҡ миҫалдар килтереп үтәйем.
Ун-ун ике йыл элек ике әхирәтем яман шеш сиренә юлыҡты. Әҙерләгән төнәтмәне алып, береһе янына килгәндә, ул операциянан һуң өйгә ҡайтҡан ине. Ире шым ғына: “Ни эшләрбеҙ инде? Дүртенсе стадияға еткән бит...” – тип белдерҙе. Мин төнәтмә килтергәнемде, уның файҙалы икәнен аңлатып, инструкцияһын яҙып ҡалдырҙым. Ышанмай ғына баш ҡаҡтылар. Шулай ҙа, башта төрлө алымдарҙы ҡулланып ҡарағас, табиптың ризалығы менән әлеге төнәтмәгә лә иғтибар иткәндәр. Өс-дүрт курс үткәс, шылтыратып, тағы һоранылар. Ярҙам итә, ти. Шулай итеп, әхирәтем, Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫты. Әле лә, 75 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, баҡса тота, әлеге төнәтмәне эсеп-эсеп ала.
Икенсе әхирәтемдең сире ҡалҡан биҙендә ине. Өфөлә операция яһатып, химия терапияһы үтеп ҡайтты. Аҙаҡ ул да табиптың ризалығы менән бер нисә йыл әлеге төнәтмәне эсте. Иҫән-һау, йүгереп йөрөй.
Был үләнде ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән дә ҡулланалар. Ә төнәтмәне әҙерләү рецебын, ҡулланыу тәртибен китаптарҙан, Интернеттан табырға мөмкин. Ләкин шуны онотмағыҙ: иң тәүҙә табиптың рөхсәтен алырға кәрәк. Ул һеҙҙең организмдың үҙенсәлектәре менән таныш, нисек дауаланғанығыҙҙы ла белергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта һау йәшәү өсөн дә, ауырыуҙы еңеү маҡсатында ла туҡланыуҙы тәртипкә һалыу, эске ағзаларҙы таҙартып тороу, изге уйҙа ғүмер итеү, Аллаһ Тәғәләне иҫтән сығармау мөһим.