Айтуғанда малайҙар тыуырмы?29.07.2016
Айтуғанда малайҙар тыуырмы? Тормош дауам итә

Оҙаҡ эҙләгәндәрме уңдырышлы ерҙе, тиҙ генә килеп тапҡандармы – әйтеүе ҡыйын, әммә урын һайлай белгәндәр – ауылдан бер саҡрым тирәһендә генә Ағиҙел ағып ята, тирә-яҡты үләне билдән ялан-ҡырҙар уратып алған. Үҙе хазина түгелме ни ошондай ер?! Нисек кенә булмаһын, моратына ирешкән айтуғандар: аслыҡты ла еңгән, киләсәккә лә ғүмер биргән.
Тәүге сабый ауылда ХХ быуаттың 30-сы йылдарында донъяға килгән һәм ошо мәлдән Айтуғанда тормош гөрләй башлаған. Бөгөн башҡорт, татар һәм сыуаш халҡы вәкилдәрен һыйындырған ул. Милләт-ара татыулыҡ хөкөм һөрә был төбәктә.
– Заманында республикала дан­лыҡлы Мәжит Ғафури исемендәге колхоз бригадаһы булып ойошҡан айтуғандар. Ете километр алыҫлыҡта ғына Мәләүез шәкәр заводы төҙөлгәс, шунда дәррәү эшкә йөрөгәндәр, – тип барлай тарихты ауыл старостаһы Ишбулат Бирҙеев. – Тик колхоздар бөттө, шәкәр заводында эш дауам итә, әммә һүлпәнерәк. “Старт” крәҫтиән (фермер) хужалығына ихатаһындағы малына өмөт менән ҡарай ауыл халҡы башлыса.
Шуныһы тәбиғи: ауыл бер ҡасан да артыҡ ҙураймаған да, кәмемәгән дә, бер урам булып йәшәүен дауам итә. Уның ҡарауы, газ да бар, асфальт та түшәлгән, һыу ихаталағы ­ ҡоҙоҡтарҙа.
Бер яҡтан ҡараһаң, Совет заманында әйтмешләй, Айтуған “перспективаһыҙ”: балалар күрше ауылдарға йөрөп уҡырға мәжбүр, магазин юҡ, клуб-почта тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Икенсе яҡтан, ер кешеһе булараҡ үҫешер өсөн бынамын тигән шарттар – ялан-ҡырҙарҙа бесәнлек һәм көтөүлек етерлек. Өҫтәүенә хәҙер бит техника заманы – балаларҙы күрше ауылға мәктәпкә йөрөтөү ҙә ауыр түгел, магазинға ла “һә” тигәнсә елдереп барып киләһең. Шәкәр заводына тиклемге алыҫлыҡты әйттек инде, район үҙәге Мәләүезгә лә йыраҡ түгел. Һәм, әйтергә кәрәк, ауылда ҡалған, уның умыртҡа һөйәге булып торған кешеләрҙе тормошҡа нәҡ шул икенсе яҡтан ҡараусылар тип ҡабул итергә кәрәктер – ҡасан булһа ла ауыл тирәләй көслө сәнәғәт берәмеге ҡалҡырына өмөт итеүсе, малсылыҡ һәм башҡа шөғөл менән бынамын итеп йәшәргә мөмкин, тигән фекер яҡлы, һаман да шул ергә ғашиҡ улар.

Йән аҫрарлыҡ ҡына
мал аҫрамайҙар


Айтуғанда малайҙар тыуырмы?Ауыл халҡы малын көтөүгә ҡыуа. Уныһы сират буйынса булғас, ҡайһы берәүҙәргә туплау-яланда аҙналар буйына йөрөргә тура килә. Хәйер, бындай күренешкә ҡыуанырға ғына кәрәктер – күпләп мал аҫрайһың икән, йыш ҡына көтөргә лә кәрәк шул.
– Ауылда йәшәгәс, йән аҫрарлыҡ ҡына мал аҫрау килешмәй. Тотҡас, ул һине ҡарарлыҡ булһын, – ти, мәҫәлән, Айтуғандың иң уңған ғаиләләренән Кәүсәриә һәм Шамил Ғәлиевтәр.
Атап әйткәндә, уларҙың бер көтөү малы утлай. Аттары әлеге мәлдә 13 башҡа етһә, һигеҙ һыйырҙары бар. Шуныһы мәғлүм булһын: башҡалар һымаҡ һуйыр малды көҙгә тиклем аҫрамай Ғәлиевтәр. Яҙ-йәй көнө үк һуйып һатып бөтәләр. Әммә был иртә тотонолған башмаҡтарҙың ауырлығы аҙ була тигәнде аңлатмай. Үгеҙҙәр, мәҫәлән, 250 килограмға тиклем етә. Бының өсөн, әлбиттә, яҡшы ашатыу шарт.
– Быйыл 80 меңлек фураж алырға тура килде, пай ерҙәренән игенләтә табыш килә, – ти ғаилә башлығы. Башта был сумма аҙ аҡса түгел тигән уй тыуғайны ла, – Бер башмаҡ шул фураж алырға китә инде, – тип өҫтәне хужа.
Әлбиттә, фураж менән генә алға китеп булмай, бесәнде лә күпләп әҙерләргә кәрәк. Был йәһәттән дә аптырамай Ғәлиевтәр – “Т-40” тракторы менән үҙен дә, ауылдаштарын да бесәнле итә Шамил. Ер етерлек, әҙерлә лә әҙерлә тигәндәй.
Аҙыҡ мул, мал ҡараулы булғас, продукция ла ағып ҡына тора. Иттән башҡа һөттән дә ҙур табыш ала уңғандар. Кәүсәриә көн дә иртәнге сәғәт 5-тә тора ла һыйырҙарын һауып ала, шунан аҡты айыртып, һөтөн-ҡаймағын, ҡорот-майын тейәп еңел машинаһы рулендә үҙе Мәләүезгә китә. Бер нисә сәғәт эсендә таныш кешеләр менән алыш-биреш эше тамамланғас, күпмелер аҡсаны төпкө кеҫәгә күсереп һалып, күпме­һенәлер көндәлек аҙыҡ-түлек һатып алып хужабикә ҡайтыу яғына сыға – өйөндә ер кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек бурыстары көтә бит әле. Шулай эш араһында үтә Ғәлиевтәрҙең көнө, ә ғаиләләре менән өс ҡыҙҙары ҡайтып төшһә, йорт тағы ла көслөрәк күсте хәтерләтә.
Айтуғанда малайҙар тыуырмы?Тәү ҡарашҡа малдан килгән килемдең күпмелер өлөшө үҙ тамағына китеп тора, ҡалғаны көндәлек мәшәҡәткә сарыф ителә һымаҡ. Шулай ҙа, хужалар әйтеүенсә, һыйыр-ат аҫрау отошло шөғөл. Һәр хәлдә, бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләр кредитҡа батмай, бынамын тигән йорт һалып сыҡҡан, балаларына ярҙам итә – был йәһәттән һорауы ла, яуабы ла асыҡ сағыла.
Мең ҡабат телгә алған хәҡиҡәтте йәнә иҫкә төшөрөү ҙә артыҡ булмаҫ ошо урында – теләк һәм тырышлыҡ булһа, ҡалғаны үҙ яйы менән барыбер яйлана ул. Уйлай китһәк, бынан бер нисә йыл элек аварияла бер ҡулы бөтөнләй зәғифләнеп ҡалған Шамилдың бынамын итеп донъя көтөп ятыуы ҡайһы бер әзмәүерҙәй һап-һау ирҙәрҙең көпә-көндөҙ урам тултырып эсеп йөрөүе янында үҙе үк тормошто яратыу һәм батырлыҡ.
Ипотека тигәс, күҙ алдына ҡала тормошо килеп баҫа. Эйе, бер яҡтан эшкә бар ҙа ҡайт, кредитыңды түлә лә түлә – бер ниндәй артыҡ мәшәҡәт юҡ һымаҡ. Әммә өҫтәлгә килгән һөт-ҡаймағың, бәрәңге-итең дә бит шул эш хаҡы иҫәбенә. Ауылда, исмаһам, күп төр продукция үҙеңдеке, артып ҡалғанын һатып та була әле.
Нәҡ ошо уйҙар менән Ирина һәм Игорь Хәйбрахмановтар Айтуғанға ҡаланан күсенеп ҡайта ла инде. Әммә үҙеңдең тауарың да өҫтәлгә килеп ятҡансы күпме тир түгергә кәрәк бит әле. Хәйер, йәштәрҙе миҙалдың был яғы өркөтмәй, ҡайтып төшөү менән ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Ҡатын балалар баҡһа, ғаилә башлығы бер юлы Мәләүез шәкәр заводында эшләп йөрөй. Өс йыл эсендә ике генә һыйырҙы 10 башҡа еткерәләр, аттары ла хәҙер алты баш.
– Махсус техника алып ебәрһәк, эштәр тағы ла алға китер, – тип дәртләнә Игорь. – Әлегә бесәнде кешенән саптырабыҙ, еңел машина артына бәләкәй арба тағып ташыйбыҙ, – ти көн ҡаҙағындағы көнитмеше хаҡында.
Хәйбрахмановтар газлы-һыулы ҙур йортто әсәлек капиталы иҫәбенә һатып алған. Йәштәрҙең өс ҡыҙы бар: Яна уҡырға барһа, Аринаға биш йәш, Даша иһә алты айлыҡ ҡына әле. Шуныһы ҡыҙыҡ: ике оло ҡыҙ көнө буйы аталары янынан китмәй тиерлек, мал ҡараша, бесән өйөшә. Ауылда торғас, киләсәктә атай кешегә, бәлки, терәк булыр, Айтуғандың киләсәген билдәләр малай ҙа тыуыр әле – быныһын инде ваҡыт күрһәтер.
Һәр хәлдә, Хәйбрахмановтар бар яҡлы үҫешкә ынтыла. Малдарын тағы ла ишәйтергә иҫәп тоталар, йорттарын да йәнә матурламаҡсылар. Иң мөһиме – ҙур йортта ҙур ғаилә булып бәхетле йәшәргә хыялланалар.
Хәйбрахмановтар ҡаланан ауылға күсһә, Илшат Бирҙеев, киреһенсә, эшен ҡалала йәйелдергән – тимер бөгөү цехы асҡан. Уның ҡарауы, йүнсел ғәзиз төйәген ташлап китмәгән, йөрөп эшләй.
Мал тотоуға таянып донъя көткән һәм өй һалған тағы бер ғаилә бар ауылда – Гөлнур һәм Самат Кинйәбулатовтар ҙа элек Мәләүез ҡалаһында йәшәгән, тик бынан алты йыл элек фатирҙарын оло улдарына ҡалдырып, кинйәләрен үҙҙәре менән алып ғаилә башлығының тыуған яғында төпләнгәндәр.
80-ен тултырған Бибинур инәй ҡарт көнөндә балаларының терәк булыуына, яндарына ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай.
– Ирем йәшләй генә үлеп китте, өс бала үҫтерҙем, Аллаға шөкөр, олоғайған мәлемдә яңғыҙ түгелмен, – ти ул.
Иманым камил, инәйҙең шатлығы икеләтә, улы менән килене төпләнеп кенә ҡалмай, нигеҙ яңыртып, тауҙай йорт һалған.
– Йыл да өсәр-дүртәр башмаҡ алып һимертәбеҙ, ҡош-ҡорт тураһында әйтеп тораһы ла түгел, ирем күрше ауылда фермерға эшкә йөрөй – малға аҙыҡты шунан да хәстәрләйбеҙ, – ти хужабикә себештәрен ҡараған арала.

Ер күп, әммә урын юҡ

Айтуғанда малайҙар тыуырмы?Үҙендә эш урындары, социаль объекттар булмаһа ла, шуныһы ҡыуаныслы: ауыл ишле йәш ғаиләләре менән маҡтана ала. Гөлдәр һәм Ринат Ғәлиевтәрҙең, мәҫәлән, береһенән-береһе кесерәк дүрт балаһы бар. Данилға – һигеҙ, Илинаға – алты, Илвинаға өс йәш булһа, Данис әле ете айлыҡ ҡына.
– Бер бала – юҡ бала, ике бала – ярты бала, ә беҙ, Аллаға шөкөр, дүртәү итек. Улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар, – тип йылмая Гөлдәр.
Бала бала ла ул, балаларҙы бағырға ла кәрәк бит әле. Был йәһәттән ҡайғырырлыҡ урын юҡ – Ринат ялланып төҙөлөш эштәрендә йөрөй (әлеге мәлдә лә икмәк табырға киткәйне), мал аҫрайҙар. Бер түгел, ике ер участкаһы бар, уларҙың береһендә төҙөлөш башлағандар ҙа инде: мунса-гараж сафҡа ингән. Ғәлиевтәр ҙә донъяларын әсәлек капиталы ярҙамында ҡора, тик шуныһы бер аҙ күңелде ҡыра – урындар күрше ауылдарҙа.
Айтуғанда малайҙар тыуырмы?– Тыуған ауылда йәшәргә теләк бар ҙа ул, тик ер күп, урын юҡ, – тип шаярта хужабикә. Ысынлап та, ауыл ни бары бер урамдан тора, өй һалам тиһәң, мәшәҡәт юҡ һымаҡ. Тик, үкенескә ҡаршы, был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Тоттоң да теләгән ереңдән урын алдың түгел шул – һәр нәмәнең үҙ тәртибе.
– Айтуған киңәйеү буйынса генераль планда бар, әммә әлегә был ауылда төҙөлөш өсөн урындар бүленмәне. Ғәлиевтәр ер алырға дөйөм район буйынса сиратта тора ине – шуға урын башҡа ауылда бүленде, – тип аңлата килеп тыуған хәлде Мәләүез ауыл хакимиәте башлығы Мөхтәр Йосопов. Эйе, тыуған ауылыңда тамыр нығытыу теләгенә лә бюрократия кәртә булып тора шул ҡайһы берҙә...
Власть хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуныһын да әйтеү зарур. Халыҡ менән берҙәм эшләй-йәшәй ауыл биләмәһе.
– “Урындағы башланғыстар­ҙы бо­йомға ашырырға ярҙам итеү програм­маһы”на таянып һәм башҡа мөмкинлек­тәрҙе файҙаланып, киләһе йылдарҙа ауылды төҙөкләндереү буйынса эштәр атҡарырға торабыҙ, – ти Мөхтәр Заһиҙулла улы. – Пландарҙың тормош ашырына шик юҡ, сөнки айтуғандарҙы тырыш, берҙәм һәм, иң мөһиме, ғәҙел халыҡ булараҡ беләм.
Ауыл менән танышҡанда быға инанылды ла инде...


Белешмә:

Ауылда барлығы 39 йорт-хужалыҡ иҫәпләнә.
Халыҡ һаны – 93, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге балалар – 17, хеҙмәткә яраҡлылар – 46, хаҡлы ялдағылар – 30.
Айтуғанда 30-ҙан ашыу һыйыр малы һәм шунса уҡ ат аҫрайҙар. Ике трактор һәм 10 еңел машиналары бар.






Вернуться назад