Үҙ йортоңда шарттар булмаһа...29.07.2016
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты күп фатирлы йорттарҙа инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙы күҙәтәсәк. Рәсәй Президенты указдарының үтәлешенә бойондороҡһоҙ мониторинг буйынса “Халыҡ экспертизаһы” үҙәге етәксеһе Николай Николаев, Хөкүмәттең инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған торлаҡҡа ҡарата талаптар тураһындағы ҡарарына аңлатма биреп, ошо турала белдерҙе.

– Әлеге ҡарар бик мөһим. Төрлө власть органдарына, мәҙәни объекттарға ҡарағанда, үҙ йортона инеү бөгөн инвалид өсөн иң ҙур проблемаларҙың береһенә әйләнде. Ҡыуанырға иртәрәк, әлбиттә. Ҡарар ҙур эш башҡарыуҙы күҙаллай, – тине эксперт.
Өс ай эсендә инвалид йәшәгән йортто реконструкциялауҙың йәки капиталь төҙөкләндереүҙең иҡти­сади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы­лығын тикшереү ҡағиҙәләрен раҫларға кәрәк. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты был ҡағиҙәләрҙең ҡағыҙҙа ғына ҡалмауын контролдә тотасаҡ. Тикшереү һөҙөмтәләре инвалид­тарҙың талаптарын сағылдырырға тейеш.
Әйткәндәй, әле Рәсәйҙә 13 миллион самаһы мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй. Башҡортостанда ундайҙар – 300 меңдән ашыу. Былтыр Өфөлә генә 17 күп фатирлы йортта коляскалы инвалидтар өсөн пандустар ҡуйылған.
– Бындай мәсьәләләрҙә эҙмә-эҙлекле эш алып барыу, нормаларҙы үтәү шарт. Теге йәки был йортта йәшәгән һәр кеше өсөн хәүефһеҙлек, уңайлы шарттар тәьмин ителергә тейеш. Бөгөн инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу минең эшмәкәрлегемдә лә төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә, – тине 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова.
Инвалидтар өсөн барлыҡ шарттар булдырыу йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. Республикалағы ҙур мәҙәни үҙәктәрҙә, шул иҫәптән “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уңайлы мөхит булдырылды, Мишкә районында иһә ауыл ерендәге тәүге Паралимпия үҙәге асылды.

Л. ДӘҮЛИЕВА.


Ҡайҙа күпме?

Республиканың ҡала һәм райондарында III кварталға торлаҡтың квадрат метрының яңы уртаса баҙар хаҡы раҫланды. Был бойороҡто Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сығарҙы.

Өфөлә торлаҡтың бер квадрат метры 34 724 һумдан 35 210 һумға тиклем күтәрелде. Ағиҙел ҡала­һында был күрһәткес – 27 600, Күмертауҙа – 31 700, Межгорьела – 23 700, Нефтекамала, Стәрле­тамаҡта, Туймазыла һәм Октябрь­скийҙа – 33 600, Сибайҙа, Мәлә­үездә, Бәләбәйҙә – 31 000, Баймаҡта – 29 300, Белоретта – 32 500, Бөрөлә, Благовещенда – 33 000, Дүртөйлөлә, Яңауылда – 32 000, Ишембайҙа – 31 500, Учалыла 32 300 һум.
Башҡортостан райондарында торлаҡтың бер квадрат метрының минималь хаҡы 23 300 һумдан (Баймаҡ районы) 33 600 һумға тиклем (Өфө районы).
Дөйөм майҙандың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы күрһәткесе республикала теркәлгән, ошо йортта даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандар өсөн бүленгән субсидия күләмен иҫәпләү өсөн файҙаланыла. Һүҙ төҙөлөштә йәки торлаҡ алыуҙа ҡатнашыу өсөн федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә бирелгән субсидиялар хаҡында бара.

Г. БАХШИЕВА.




Вернуться назад