Баҡсаһы булған бөлмәҫ27.07.2016
Баҡсаһы булған бөлмәҫ Күршем көн аша Өфөгә һатыуға йөрөй. Биҙрә-биҙрә ҡурай еләге, ҡарағат, йәшелсә алып китә ул. Хаҡлы ялдағы Әлиә инәй мул уңышынан үҙенең ғаиләһенә лә етерлек ҡайнатма, компот эшләп ҡуя, артып ҡалғанын баҙарға ла сығарырға өлгөрә.


– Баҡса беҙҙе туйындыра. Ҡыш буйы үҙебеҙҙең йәшелсә-емештән әҙерләмәләрҙе ашайбыҙ, магазиндан һатып алғаныбыҙ юҡ, – ти ул. – Бынан тыш, пенсияға әҙерәк өҫтәмә булһын тип тә баҙарға сығам. Иртә яҙҙан һатыу итә башлайым. Һәр килемемде, һәр сығымды яҙып барам. Әле 60 мең һум аҡса эшләгәнмен баҡсамдан. Ҡурай еләге мул уңыш бирҙе. Килоһын 200 һумдан һата башлағайным, һуңынан 150-нән ебәрҙем. Баҡса еләген стаканлап һатһаң отошлораҡ. Стаканын 100 һумдан һаттым. Ҡарағат 150 һумдан төшмәне. Ҡыҙыл ҡарағат менән крыжовникты ла стаканға йыйып һаттым. Түккән хеҙмәтеңдән мул уңыш алһаң, йәшәүе лә күңелле инде. Килемде фатирға түләү өсөн тотонабыҙ. Шәкәрҙе ошо аҡсаға ғына алырға һөйләшеп ҡуйылған бабай менән.
Әлиә апайҙың баҡсаһы 12 сутый. Һәр сантиметр ерен файҙаланып ҡалырға тырыша ул. Баҙарға сыҡһаң, күршем ише инәйҙәр күп. Таҙа ғына итеп йыйылған емеш-еләк күҙҙең яуын алып тора. Быйыл сейә, ҡарағат, еләк һәйбәт уңыш бирҙе. Баҙар рәттәре буйлап үткәндә 14 йәштәрҙәге ҡыҙҙың еләк һатып торғанын күреп ҡалдым.
– Беҙҙә еләк ҡороп бөттө инде. Бындай эреһен ҡайҙан таптың? Ҡайһы районда йыйҙың был матурлыҡты?
– Урман араһында бар әле беҙҙең яҡта. Бүздәктән мин. Көн аша Өфөгә килеп һатырға тырышабыҙ. Әсәйем арыраҡ тора. Утыҙҙан ашыу биҙрә йыйып һаттыҡ инде быйыл. Ғаиләлә өс бала. Мин һәм ике ҡустым. Ҡустым Ғаяз да һатыша. Ул бөгөн борсаҡ йыйып алып килде. Атайыбыҙ былтыр вафат булды. Шуға әсәйгә беҙҙе яңғыҙына күтәреүе ауыр. Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ.
60 йәштәрҙәге ир йәш картуф һата. Һатып алыусылар сират торған. Эреһенең килоһын – 50 һумға, вағырағын осһоҙораҡҡа осора. Эргәһендә ҡатыны йомортҡа тәҡдим итә. Бер тиҫтәһе – 70 һум. Уның эргәһенән дә кеше өҙөлмәй. Фатима менән Ислам Мозафаровтар Өфө эргәһендә шәхси йортта йәшәй.
– Баҙар юлын беҙ ҙә көн аша тапайбыҙ. Бер көн әҙерләнһәк, икенсе көн иртә менән бында килеп баҫабыҙ. Етмеш тауығыбыҙ бар. Иртә яҙҙан картуф ултыртабыҙ. Был баҙарҙа аҙыҡ-түлек һатып алған кешеләр күптән танып, белеп бөткән инде. Хатта алдан заказ биреп ҡуйыусылар ҙа бар. Төшкә тиклем алып килгән әйберҙәрҙе һатып та бөтәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, ер биргән муллыҡты файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Юҡҡа ғына йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тип әйтмәгәндәр бит.
Үҙен Әминә тип таныштырған апай помидорҙар һата. Килоһын 100 һумға тәҡдим итә. Ике кәрзин йәшел­сәне йәһәт кенә һатып бөттө лә:
– Быйыл яҙ Өфөгә килгәнемдә “Уңдырышлы түтәл” акцияһы барған саҡҡа эләктем. Бер пакет орлоҡ алып ҡыуанып ҡайттым. Ошо орлоҡтар араһындағы помидорҙың уңышы ул. Ташҡабаҡ, ҡыяр, шалҡан да уңды. Уңышың мул булһа, кәйеф тә шәп була, – тине ул.
Баҡсасылар уңыштарын уңайлы шарттарҙа һата алмағанға ғына зар­ланды. Элек “Үҙәк баҙар”ҙа махсус павильон була торғайны, әле баҙар эргәһенә барырлыҡ түгел. Ҡыуалар. Ә халыҡтың иң күп йөрөгән ере тап ошонда. Автобус маршрут­тарының барыһы ла баҙар аша үтә, тип фекерҙәрен нығытып ҡуя улар.
Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр, урамда һатыу итеүселәрҙән аҙыҡ-түлек алыуы хәүефле, тип тә иҫбат итергә маташа. Әммә үҙебеҙҙә үҫтерелгән, үҙебеҙҙә етештерелгәнгә иғтибар арттырған мәлдә баҡсасыларға уңышын һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу көн талабы түгелме?





Вернуться назад