Фәһемле_фекерҙәр27.07.2016
Күп төрлө замандар булғандар,
Күп төрлө шағирҙар тыуғандар,
Шағирҙар тыуғандар, булғандар
һәм барҙар.
Әнғәм Атнабаев.

Шағир ғүмере китаптағы ғүмер менән уртаҡ, бер бөтөн. Ләкин, нисек кенә булмаһын, шағир кешенең китаптарҙан да тыш ғүмере бар. Бына ошо ике ғүмер бергә үрелеп, береһе икенсеһен тултырып килгәндә, яҙыусының донъяһы күп яҡлыраҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та була.
Назар Нәжми.

Ысын шағир була алыу ул –
Тапалмаған юлдан барыу ул.
М. Хәй.

Шағирҙарҙың дошманы күп,
Дуҫтары була һирәк.
Үҙҙәре яңғыҙ ҡалһа ла,
Башҡаға улар терәк.
Рәмил Йәнбәк.

Шағирҙарҙың да бар төрлөһө:
Кем — мәңгелек, кемдер — үткенсе.
Бөйөкмөн, тип уйлау бер хәлдер,
Бөйөк булып ҡалыу – икенсе.
Фәниә Чанышева.

Ылау сыҡҡандарҙың ауыр йөгөн
Еңеләйтһә генә йырҙарым,
Мин үҙемде хаҡлы иҫәпләрмен,
Шағир тип атарға, дуҫтарым.
Ғәйнан Әмири.

Ҡаурыйының бер осонан шағирҙың
Тарих ташын тишеп үтер һүҙ тама,
Ҡаурыйының бер осонан шағирҙың
Йән түрҙәренән һуйып сыҡҡан моң тама.
Розалия Солтангәрәева.

Шағир кеше – үҙ дәүеренең ул
Саф күңелле үгәй балаһы.
Уның ҡулы яҙа шиғыр итеп
Йәшәйештең изге доғаһын.
Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов.

Шағир юлы – тойғо, хистәр аша
Мәшәҡәтле, оҙон, ауыр юл.
Үҙ тауышын үҙе тапҡан шағир –
Яңы йондоҙ тапҡан ғалим ул!
Мәҡсүд Сөндөклө.

Насар шиғыр уҡып, йән көйгәндә
Үҙемде мин шағир итеп тоям.
Һәйбәт шиғыр уҡып, таң ҡалғанда,
Юҡ, мин шағир түгелмен, тип ҡуям.
Назар Нәжми.

Шағир булып китеү мөмкин түгел,
Шағир булып кәрәк тыуырға.
Риф Мифтахов.

Шағирҙарға дифирамба йырлаусылар –
Ихласлыҡты, инсафлыҡты урлаусылар.
Рәшит Шәкүр.

Нисә йылдар бер сибәрҙе һөйҙөм,
Ялбарыуҙар ҡалды яуапһыҙ.
Рәхмәт, сибәр! Шағир иттең мине,
Шәп шиғырҙар тыумай ғазапһыҙ.
Шәрәф Әхмәмәт.

Шағир – ул тимерсе,
Һүҙҙәрен йөрәктә
Ут итеп ҡыҙҙыра,
Теләһә – илата,
Теләһә – көлдөрә.
Марат Кәримов.

Һүҙ сығыр шағирҙарҙан хикмәт менән.
Аҡмулла.

Шағирҙың ялы ла юҡ, ул пенсияға ла сыҡмай.
Рәми Ғарипов.

Шағирға бит шиғыр – тойғо менән
Тау ҡәҙәре боҙҙар иретеү;
Төндәрҙе – көн, ҡайғыларҙы шатлыҡ,
Үлеләрҙе ҡабат терелтеү;
Ут менән һыу, нәфрәт менән һөйөү
Ғазаптарын бергә йөрөтөү.
Вафа Әхмәҙиев.

Көсләп алынған шағирлыҡ мөхәббәтһеҙ йәр кеүек.
Сәйфи Ҡудаш.

Яҙмай торған шағирҙарға еткерә алмай бер кем.
Марат Кәбиров.

Заманынан башҡа шағир булмай,
Шағирынан башҡа заман юҡ.
Мөхәммәт Закиров.

Ҡатындар кешене тыуҙыра, батыр менән шағирҙы иһә милләт кенә тыуҙыра.
Мостай Кәрим.

Шағирҙы үҙе ҡалдырған әҫәрҙәре йәшәтә.
Назар Нәжми.

Шағир һүҙе – хаҡлыҡ һүҙе,
Елдәр тергеҙгән ҡуҙҙай.
Нур Хәбиров.

Ғүмер буйы шиғыр яҙып та, шағир булмай үлеү – бик ҙур фажиғә.
Рәми Ғарипов.

Бер төрлө йәшәп, икенсе төрлө һөйләгән, бер төрлө уйлап, икенсе төрлө ижад иткән, ҡәләм тибрәткән ике йөҙлөләрҙең бер ваҡытта ла ысын кеше лә, айырыуса ысын шағир ҙа булғаны юҡ һәм булмаясаҡ та.
Хәким Ғиләжев.

Шағиры юҡ икән – халыҡ та юҡ.
Тамара Ғәниева.

Һаҡла ҡыҙҙы яман күҙҙән,
хыянаттан – тоғро йәрҙе,
етемлектән – сабыйҙарҙы,
буш һүҙҙәрҙән – шағирҙарҙы.
Рауил Бикбаев.

Нуры бар тип уйла, Шағир, ғүмереңдең,
Аса алһаң һин кешегә донъя серен.
Риф Мифтахов.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.




Вернуться назад