Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин: “Автомобиль маҡтаныу йә ғорурланыу сараһы түгел...”17.03.2012
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин: “Автомобиль маҡтаныу йә ғорурланыу сараһы түгел...”Көн дә урамдарыбыҙ буйлап меңәрләгән машина үтә. Ниндәйе генә юҡ, һанай башлаһаң, иҫең-аҡылың китер! Рулдә йәше лә, ҡарты ла, ир-егеттәр ҙә, йәш кенә ҡыҙҙар ҙа, хатта ил инәләре менән аҡһаҡалдар ҙа бар! Бөтәһе лә ҡайҙалыр ашыға. Ә бынан 30-40 йыл элек, кемдер ошолай булыр, тип башына килтерҙеме икән?
Өфө урамынан китеп барғаныбыҙҙа юлыбыҙға бер машина осраны. Хужаһы унан сығып ҡына килә ине. Ниндәй дәртле егет икән тип торһаҡ, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе булып сыҡты! Эйе, эйе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин! Шуға ла бындай автоһәүәҫкәрҙән машина менән дуҫлығы тураһында һорашмайынса китә алманыҡ.

Заманында шофер ҙа булдым

– Нурмөхәмәт хәҙрәт, техника менән оҙайлы дуҫлығығыҙ тураһында ишетеп ҡалдыҡ әле. Баҡтиһәң, автомобиль йөрөтәһегеҙ, кәрәк саҡта уны үҙегеҙ төҙәтәһегеҙ икән...
– Маҡтанып әйтмәйем, әммә дүрт категория буйынса ла водитель танытмам бар. Иң беренсеһен 1963 йылда алғайным. 25 һум түләп уҡып, мотоцикл йөрөтөү хоҡуғына эйә булдым. Армиянан ҡайтҡас, өсөнсө класлы водитель булыуға ирештем. Һуңынан, мәсеттә эшләгән осорҙа, танытмамдағы бөтөн бушлыҡтарҙы ла “тултырып” ҡуйҙым.
– Заманында шофер булып та эшләп алғанһығыҙ шикелле?
– Эйе, 1969 – 1971 йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ райондарын күп гиҙергә тура килде. Сибайҙа “Башмедьстрой” тресында эшләнем. Тәүҙә слесарь булдым, һуңынан йөк машинаһына ултырҙым. Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла райондарының бөтөн ауылдарын тиерлек йөрөп сығырға тура килде. Клуб, мәктәп, ферма, йорттар төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары ташыным. Ул мәлдә рәтле юлдар юҡ, күперҙәр ҙә ағастан ине. Юлда батып йә боҙолоп ҡырҙа ла ҡунырға тура килгән мәлдәр күп булды.
– Ә бөгөн һеҙҙең шәхси автомобилегеҙ бармы? Рулдә йөрөргә яратаһығыҙмы?
– Шәхси автомобилем дә, эштеке лә бар. Эшкә машина менән киләм, машина менән ҡайтам. Һәр көнөм юлда. Рулдә үҙем йөрөйөм.
– Сер булмаһа, машинағыҙҙың маркаһы ниндәй?
– “Волга” менән “Фольксваген Пассат”. Һуңғыһында күберәк абыстайығыҙ йөрөй. Ғаиләлә бөтәбеҙҙең дә водитель танытмаһы бар. Мәҫәлән, кинйә ҡыҙыбыҙ водитель танытмаһына университетта ғилем эстәгәндә эйә булды. 1980 йылда Сүриәгә уҡырға барғанымда әбейҙәрҙең дә, йәш ҡыҙҙарҙың да машина йөрөткәнен күреп аптырағайным. Йәйәүлеләр юҡ тиерлек. Ул осорҙа беҙҙә Америка юлдарындағы тығындар тураһында ишетеп аптырай инеләр. Беҙгә лә ошо көндәр килеп етте. Шоферлыҡҡа уҡыған саҡта төркөмдә бер генә ҡыҙ булды. Ә абыстайығыҙ һөйләүенсә, ул уҡығанда, төркөмдәрендә ике-өс кенә егет булған!
– Ә ниндәй автомобилгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ: сит ил маркаһынамы, әллә үҙебеҙҙең Рәсәйҙекенәме?
– Бөгөн Рәсәй автосәнәғәте етештергән автомобилдәр ҡалманы, тип әйтерлек. Бөтәһе лә сит илдән килгән. Ә ни өсөн шулай һуң? Минеңсә, конструкторҙарыбыҙ, беҙҙең автомобилдәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур, ә талап бәләкәй булыр һәм ниндәй итеп сығарһаҡ та, халыҡ һайланып тормай һатып алыр, тип уйланы, ахыры. Ләкин бер көн, ил сиге асылғандан һуң, беҙгә сит ил машиналары килеп керҙе. Халыҡ уларҙың уңайлылығын, хәүефһеҙлеген, мөмкинлеген (круиз һәм климат контроль, АВS, хәүефһеҙлек мендәре һәм башҡалар) күргәндән һуң, беҙҙең машиналарҙың бәҫе төштө лә ҡуйҙы. Нимә менән сағыштырайым икән? Бына ниндәй генә шәп үгеҙ булмаһын, уны егеп кәләш алып ҡайтһаң, һин мине үгеҙ менән алып ҡайттың, тип ул ғүмер буйы игәйәсәк. Әгәр ҙә ниндәй генә алаша ат булмаһын, уның менән барһаң, кәләшең, ат менән килеп алды, тип ҡыуанасаҡ! (көлә).
– Шуға ла күптәр бер-береһе менән ярыша-ярыша машина алмаштыралыр...
– Һәр ҡулланған ҡорамалың – һинеке. Боронғолар ҙа, ир маҡтана – ҡорамал эшләй, тигән бит. Ниндәй генә оҫта булмаһын, ҡулында ҡорамалы булмайынса, ул бер ни атҡара алмай. Шуға күрә автомобиль дә маҡтаныу йә ғорурланыу түгел, ә юл йөрөү сараһы. Һинең атың ул. Йәнә, ир ҡанаты – ат, тиҙәр бит. Берәй насар ғына атҡа ултырып йөрөп ҡара ла яҡшы атҡа күсеп ултыр. Насары тиҙ ялҡытасаҡ, яҡшыһында ярты көн һыбай үтһәң дә арымаясаҡһың. Күңелең дә күтәреләсәк. Машиналар ҙа шулай. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә, менгән атының яҡшы булыуы – әҙәм балаһының бәхетенән, тигән. Шуның өсөн бөгөн беҙ машинабыҙҙың хәүефһеҙлеген дә, уңайлы булыуын да, башҡа мөмкинлектәрен дә күҙ уңында тоторға тейешбеҙ.

Юл йөрөүселәр бер-береһенә ихтирамлы булһын ине

– Ысынлап та, күптәр хәҙер техникаһын ана шул ат – тере йән эйәһе кеүек күрә башланы бит әле: уның менән һөйләшә, кәрәк саҡта әрләп тә ала, хатта исем дә ҡуша! Был турала ни уйлайһығыҙ?
– Ул һинең юлдашың, һин машинаға ултырып йөҙәрләгән саҡрым юл үтәһең. Әгәр ҙә “тимер ат”ыңды таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоп: “Әйҙә, бисмилла итеп юлға сығайыҡ, Аллаһы Тәғәлә юлдарыбыҙҙы хәйерле итһен, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтайыҡ”, – тиһең икән, был үҙеңдең күңелеңә лә тыныслыҡ һәм шатлыҡ ҡына өҫтәйәсәк бит. Шуға ла зыяны юҡ, тип уйлайым.
– Ҡайһы берәүҙәр машиналарының тәҙрәләренә “Аллаһ һаҡлаһын” тип яҙа, бетеү, тәсбих элә. Дин күҙлегенән былай яраймы?
– Нишләп ярамаһын? Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, тигән боронғолар. Мосолман икән, машинала эленгән тәсбих уның иманын нығытып ҡына торасаҡ, тура юлдан яҙҙырмаясаҡ. Башҡалар ҙа күреп, иманлы кеше китеп бара, тип уйлаясаҡ. Юл бир, тип ҡаршы сыҡмаясаҡ, алдыңдан ҡыйып йәмһеҙләмәйәсәк. Машинала тәсбих эленеп торһа, был үҙебеҙҙең мосолман ҡәрҙәш, тәре эленеп торғанда, был христиан ҡәрҙәш, тип үтеп китәһең бит. Тәсбих эленгән берәү туҡтап торһа, һис ҡурҡмайынса ярҙам кәрәкмәйме, тип белешәһең. Ә инде башҡа һыймаҫ ҡурҡыныс-ҡурҡыныс һүрәттәр эленеп торһа, ул мәлдә газға нығыраҡ баҫыу яғын ҡарайһың (көлә).
Әммә бөтәһендә лә сама булырға тейеш. Улар юлды күҙәтеүгә зыян килтерергә, башҡаларға хәүеф менән янарға тейеш түгел. Әйтәйек, Сүриәлә машиналарҙы шыршы кеүек биҙәп бөтәләр ине. Тәҙрәләрҙән һәр әйбер саҡ-саҡ күренә.
– Йылдан-йыл штрафтарҙы, яуаплылыҡты нисек кенә арттырһаҡ та, юл фажиғәләре кәмемәй. Һеҙҙеңсә, бының сәбәбе ниҙә?
– Сәбәбе – юл ҡағиҙәләрен үтәмәүҙә. Һәр ҡағиҙәнең асылында уны яҙҙырырға мәжбүр иткән меңдәрсә ҡорбан ята. Юғарыла әйтеп китеүемсә, мин водителгә беренсе тапҡыр 1963 йылда уҡыным. Шул мәлдәге юл йөрөү ҡағиҙәләре менән бөгөнгөһө араһында айырма – ер менән күк араһы. Бынан тыш, водителдәр бер-береһенә ихтирамлы, ярҙамсыл булырға тейеш. Бөгөн ошо юҡ. 60-сы йылдарҙа машина боҙолһа, һис ҡурҡмай юлда ҡалдырып китә инек. Бер нисә көндән барып алабыҙ, бер кем дә бер нәмәгә теймәй. 80-се йылдарҙан бирле машинаңды ҡалдырһаң, аккумулятор кеүек тегенеһен-быныһын ысҡындырып ала башланылар, ә бер аҙнанан барһаң, һөлдәһе генә ҡала.
– Был нимәнән килә һуң?
– Халыҡтың бер-береһенән ситләшеүенән һәм динһеҙлегенән. Юлда кеше ҡул күтәреп торһа, һис уйламай ултырта инек. Ә хәҙер ултыртмайҙар, сөнки хәүефле, ниндәй кеше икәнен белмәйһең. Күпме кешенең башына етәләр бөгөн! Ни өсөн йорттарға тимер ишек ҡуйып бөттөләр? Кешенең бер-береһенә ышанысы, мәрхәмәте юҡ. Ишеттегеҙме, яңыраҡ бер биҫтәлә ҡатын балалары менән һыуыҡта туңып үлгән? Ни өсөн улай булған? Сөнки берәү ҙә уларҙы индермәгән, ҡурҡҡандар. Ә элек фатирға кереткән өсөн аҡса ла һорамай торғайнылар. Бына шул була ул иманһыҙлыҡ, динһеҙлек, кешенең кешегә шәфҡәте, мәрхәмәте юҡлығы...
– Иманлы водитель юлда үҙен нисек тоторға тейеш?
– Иң тәүҙә иманлы водителдең машинаһы һәр яҡлап төҙөк булырға тейеш. Ултырғанда бисмилла тип доғаһын уҡырға һәм юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәргә бурыслы. Башҡаларға зыян килтермәҫкә, рәхмәтле булырға тейеш. Юл уныҡы ғына түгел, юл – бөтә йәмғиәттеке. Мосолман бер ҡасан да башҡаға зыян килтерергә тейеш түгел. Мосолман – мосолмандың ҡәрҙәше, башҡалар уның теленән дә, ҡулынан да зыян күрмәҫкә тейеш.
– Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нурмөхәмәт хәҙрәт! Аҡ юлдар һеҙгә!
Рәшит Зәйнуллин


Вернуться назад