Йәш спецназсыларға ял юҡ27.07.2016
Тауһеңер ауылы эргәһендәге аҡланда “Йәш спецназсы” йәйге спорт-сәләмәтләндереү үҙәге эшләй. Уны быйыл да район хакимиәте Өфөләге “Герой” скаут лагеры менән берлектә ойошторҙо.


Бында 8 – 16 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙар ҡыҙыҡлы программа буйынса шөғөлләнә. Һикһәндән ашыу баланың яртыһынан күбеһе Өфөнән булһа, башҡалары – райондан. Улар урман шарттарында йәшәп, “Һуңғы герой” проектына ярашлы физик көсөн һынап ҡарай. Уйын буйынса һәр көндөң үҙ батыры һайлана. Ярыш туризмға, медицинаға һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы эш төрҙәре буйынса уҙғарыла. Балаларға белгестәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Мәҫәлән, кинологтар ҙа килеп, һыуҙа һәм урманда кешеләрҙе ҡотҡарыу ысулдарын өйрәтә.
Саф һауа, ҡоштар моңо, ҡояшты ҡаршылау, оҙатыу, усаҡ янындағы йырҙар... Спорттан тыш, ошондай мөхит тә ылыҡ­тыра йәш быуынды. Өҫтәүенә көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған, мунса ла бар. Ғөмүмән, йәйге каникулын ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла үткәрә балалар. Етәкселәр бының өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
– “Йәш спецназсы” лагерының төп маҡсаты – балаларға физик яҡтан нығыныу өсөн мөмкинлек тыуҙырыу, – ти улар. – Шуға ла программаның төп өлөшө спорт менән шөғөлләнеүгә, туристик оҫталыҡты арттырыуға, хәрәкәткә нигеҙләнгән уйындарға бүленә. Йәш быуынды рухи яҡтан үҫтереү ҙә тәү маҡсат булып тора.






Вернуться назад