О, спорт, һин – сәйәсәт!27.07.2016
Хәҙерге олимпия хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы барон Пьер де Кубертен “О, спорт, һин – тыныслыҡ!” тигән. Ысынлап та, Боронғо Грецияла ошо уйындар осорона хатта бер туҡтауһыҙ барған һуғыштар туҡтатылып торған. Тимәк, спорттың көсө бөйөк.

Бөйөктөр. Шуға ла бөгөн спорт сәйәсәт кимәленә күтәрелде лә инде. Ул үҙе тотош бер ҡатмарлы, серле донъяға әүерелде. Ябай көйәрмәнгә унда инеп аҙашыуы бер ни түгел.
Кеше күңеле ризыҡҡа өҫтәп тамаша ла көҫәй. Кемдер йыр-моң тыңлай, икенселәрҙе көс һынашыу кеүек күренештәр йәлеп итә. Әммә яратҡан спорт ярышын ҡарап, күңелеңә ятҡан спортсыға янып-көйөп, уның уңышына ҡыуанып, кәйефеңде күтәрермен тиһәң, һине был өлкә тирәләй барған ығы-зығы, ҡаңғырыш солғап ала. Ул спортсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә генә ҡағылһасы... Башлыса аңлашмаусылыҡҡа тотош спорт федерациялары, илдәр йәлеп ителә. Һәм был мәсьәлә сәйәсәт кимәленә күтәрелә.
Айырыуса допинг темаһы мөһим. Допинг һәм спорт төшөнсәһе һуңғы йылдарҙа бер-береһенән айырылғыһыҙға әйләнде. Юғары уңыштарға өлгәшәм тип, спортсы өҫтәмә көс һәм ғәйрәт биргән матдәләр ҡуллана. Ә был хәрәм алым һаналып, тейешле контроллек итеүсе ойошмалар тарафынан ҡаты эҙәрлекләнә. Ҡырын эштә тотолған спортсы бер нисә йылдан алып ғүмерлеккә барлыҡ ярыштарҙан ситләштерелә, яулаған миҙалдары һәм бүләк аҡсаһы тартып алына. Ғәйепленең абруйы төшә.
Улай ғына булһасы... Хәҙер килеп, бер һыйыр бөтә көтөүҙе бысрата тигәндәй, бындай хәл уның башҡа иптәштәренә лә зыян итә, ул гражданы булған дәүләттең намыҫына тап төшөрә. Һөҙөмтәлә тотош илде төрлө кимәлдәге турнирҙарҙан ситләштереү ихтималы тыуҙы. Иң аяныслыһы шул: бындай өлөш Рәсәй йыйылма командаһын да урап уҙманы. Һуңғы осорҙа беҙҙең еңел атлеттар, йөҙөүселәр, биатлонсылар һәм башҡалар күпләп тыйылған препараттар ҡулланып тотолдо. Шуныһы оят: араларында бик танылған, чемпион исемен йөрөткәндәре лә байтаҡ.
Әлбиттә, беҙҙең спорт етәкселеге допингка ҡаршы ойошманың ғәҙел эшләмәүенә ялыу итә. Был дәғүәләрҙә дөрөҫлөк бар, сөнки ни сәбәптәндер тап беҙҙең спортсылар күпләп ҡулланған дарыуҙарҙы тыйылғандар исемлегенә индерәләр, сит илдәге шундай уҡ тәьҫирлеләре ситтә ҡала килә. Ни ғәжәп, белгестәр билдәләүенсә, хатта допинг тип әйтерлеге булмаған препараттар ҙа шундай тип һанала башлай. Бындай ғәмәлдәрҙең сәбәбе сәйәсәттә ятмаймы ни?.. Шулай ҙа утһыҙ төтөн булмай. Тимәк, уйланаһы урын бар.
Етмәһә, Мәскәүҙең допингка ҡаршы лабораторияһының элекке етәксеһе Григорий Родченков ғинуарҙа Америкаға ҡасты һәм, Рәсәй спортсылары күпләп тыйылған препараттар ҡуллана, Сочиҙа ла шул рәүешле еңде, тип белдерҙе. Еңел атлет Юлия Степанова ла ошондай ғәйепләүҙәргә үҙ өлөшөн индерҙе – Рәсәй вәкилдәренә ҡара яҡҡан фильмда төштө. Беҙҙә уларҙы шунда уҡ һатлыҡ йән тип атап, “ҡара исемлек”кә индереп ҡуйҙы­лар. Илгә ҡайтһалар, уларҙы икмәк-тоҙ ме­нән ҡаршыламаясаҡтары көн кеүек асыҡ.
Әлбиттә, Көнбайыш илдәр Рәсәй спортсыларына иң ҡаты яза биреүҙе талап итте. Спорт федерацияларына баҫым яһалды. Һөҙөмтәлә илдең еңел атлетика федерацияһы һәм йыйылма командаһы дисквалификацияланды, йәғни бөтә төр ярыштарҙан ситләш­терелде. Еңел атлеттарҙың августа Бразилияла уҙасаҡ сираттағы Йәйге Олим­пиадаға барыуы ла хәүеф аҫтына ҡуйылды. Тырыша торғас, низағты ойоштороусылар быға ла өлгәште. Хатта башҡа спорт төрҙәре вәкилдәрен дә ошондай уҡ язаға тарттырырға теләнеләр әле. Судҡа биреп тә, еңел атлеттар Олимпиадаға барыуҙы тыйыуҙы юҡҡа сығара алманы. Барлыҡ өмөт Халыҡ-ара олимпия комитетына ҡалды.
“О, спорт, һин – тыныслыҡ!” тигән девиз менән йәшәгән ойошма эште ныҡ ҙурға ебәрмәҫкә булды, сөнки тотош ил йыйылма командаһын Олимпия уйындарында ҡатнаштырмауҙың тағы ла көслөрәк ыҙғыш тыуҙырыры көн кеүек асыҡ. Ә бит ике йылдан дәүләтебеҙ футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк! Шуға ла Халыҡ-ара олимпия комитеты тотош Рәсәй йыйылма коман­даһын Олимпиаданан ситләштереүгә йөрьәт итмәне. Әммә иҫкәрмәләр ҙә булдырҙы. Мәҫәлән, был мәсьәләлә төп ҡарарҙы һәр бер спорт төрө буйынса халыҡ-ара федерация ҡабул итәсәк. Еңел атлеттар барыбер бындай хоҡуҡҡа эйә була алмай, сөнки беҙҙең федерация ла, спортсылар ҙа дисквалифи­кация­ланған. Ауыр атлеттарға ла “ҡыҙыл ут” тоҡандырыуҙары ихтимал. Өҫтәп, ҡа­сандыр допинг ҡулланып тотол­ғандарға ла Бразилияға юл ябыҡ. Барлығы тиҫтәнән ашыу кеше был исемлектә. Хәйер, был тарихтың ни менән бөтөрө әлегә билдәһеҙ.
Шуныһы хаҡ: һатлыҡ йәндәрҙең бер ҡасан да абруйы булмай, уларҙы кәрәктәре бөткәнсә генә файҙаланалар. Уларға ла ҡоһор төшә. Еңел атлет Юлия Степанова язаһын әле үк алды – 2013 йылда допинг ҡулланыу сәбәпле, ул да Олимпиадаға бара алмай. Әлбиттә, Канада гражданлығын алғас, йәнә ярышҡа сығыр-сығыуын. Ләкин илеңдән яҙыуҙан да ҙурыраҡ яза юҡтыр барыбер...






Вернуться назад