Тантаналы ҡауышып… ыҙғышып айырылышалар27.07.2016
йәки Ике ғаиләнең береһе ниңә тарҡала?
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ведомство-ара советы ултырышында ғаилә институты, ғөмүмән, йәмғиәт үҫеше буйынса ҡот осорлоҡ статистика еткерҙе. “Республикала ике никахҡа бер айырылышыу тура килә”, – тине ул. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостанда 65 йыл элек ни бары 600 ғаилә тарҡалһа, бөгөн 18 меңдән ашыу пар айырылыша.
Белгестәр фекеренсә, илдә әлегеләй күренеш үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып үҫешә. Был хәлдең тормошҡа ҡарашыбыҙҙың аҫты-өҫкә килеүенән икәнлеген ҡат-ҡат иҫбатлап тороуҙан фәтүә юҡтыр. Киҫкен мәсьәләне нисек хәл итергә – бөгөн барыһын да шул борсой.
Әлбиттә, был тәңгәлдә тәү сиратта айырылышыуҙарҙың сәбәптәрен барлау фарыз. Ошо урында шағир Айнур Үтәевтең:
“Донъя, ай-һай, ҡыҙыҡ шул,
Аҡылдан яҙырлыҡ.
Ҡәләм алып ҡулыңа
Йөҙ китап яҙырлыҡ”, –
тигән юлдары иҫкә төшә. Ғөмүмән, сәбәп бер генә – башлыса ҙур яуаплылыҡҡа әҙер булмағанлыҡтан, “талаҡ” һүҙен әйтергә ашҡыныуҙан.
Мәҫәлән, былтыр бер танышымдың туйын гөрләтеп үткәрҙек. ЗАГС йортонан сыҡҡас, урам буйлап ҡысҡыртып барған кортежда елдергәндә үҙем кәләш алғандай ҡыуанғайным. Сағыу-сағыу шар-таҫмалар менән биҙәлгән текә-текә машиналар, ә алдан лимузин төшөп алған. Тау-тау ризыҡ теҙелеп киткән өҫтәлдәр, билдәле башҡарыусы сығышы дауам итте күңелле сараны. Тик ике ай ҙа үтмәне, күргәндәр-кисергәндәр барыһы ла мираж һымаҡ ҡалды, сөнки йәп-йәш ғаилә тарҡалды ла ҡуйҙы. ЗАГС тупһаһы янында кейәү егетен осраҡлы ғына осраттым да килеү сәбәбен төпсөндөм. Кәләше яғына ымланы ла:
– Бынау ашарға ла бешерә белмәй бит, исмаһам, – тип ярып һалды.
Һе, кем белеп тыуған икән. Хәйер, үпкәһе урынлы ла һымаҡ: “кәнфит-гөлләмә мәле” матур ҙа бит, тик ысын тормош туйҙың иртәгәһенә башлана шул. Ҙур тормошҡа алдан әҙерләнергә кәрәк. Ә кем әҙерләй? Дөрөҫ, атай-әсәй йәки улар урынына ҡалған кешеләр. Нисек кенә булмаһын, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең бер генә һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ буғай: “Һарыҡ һуйып булһа ла туй яһағыҙ”, – тигән ул. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берәүҙәр был ғәмәлде мең тапҡыр шаштырып үтәргә лә риза, тик, әйтерһең дә, Пәйғәмбәребеҙҙең башҡа һүҙҙәрен белмәйбеҙ. Ул бит ғаиләң алдындағы бурыс, тормош иптәшеңдең туғандары-яҡындарына ҡарата мөнәсәбәт хаҡында ла әйткән. Ғөмүмән, иманлы ла, сабыр ҙа, ярата ла белергә кәрәк шул. Ошо урында йәнә бер танышымдың, алтын туйҙарын билдәләгән кешенең, һүҙҙәре иҫкә төшә: “Тәү күреүҙән ярата башламайһың ул, оҡшатаһың ғына. Йылдар үткәс, ауырлыҡтарҙы бергә йыра-йыра барғанда ғына ысынлап ғашиҡ булаһың”.
...Дөйөм Башҡортостан статистикаһында ике никахҡа бер айырылышыу теркәлһә, төйәк иткән ҡаламда хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ.
– Ағымдағы йылдың алты айында 703 никах теркәлде, 575 пар айырылышты, – ти Стәрлетамаҡ ЗАГС-ы бүлеге етәксеһе Галина Кузнецова. – Айырылышҡандар сафын яңы өйләнешкән парҙар ғына тәшкил итмәй. Араларында бер нисә тиҫтә йыл бергә ғүмер кисергәндәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын, шәхсән һәр осраҡты ауыр ҡабул итәм: тантаналы итеп өйләнешәләр ҙә, аҙна ла үтмәй, ыҙғышып-талашып айырылышырға киләләр.
Ғөмүмән, уйланырға урын бар, йәмәғәт. Шул уҡ ваҡытта 10 – 15 йыл йәшәп, айырылышырға теләүселәрҙең барыһы ла ЗАГС ишеген шаҡырға ашыҡмай бит әле, балалары хаҡына, сабыйҙары аяҡҡа баҫҡансы тип, йәшәгәндәр ҙә бар. Ә бындайҙар менән статистика ниндәй күрһәткестәргә эйә һуң?
Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, ти. Никах тарҡалыуҙың артыуы, йәнә статистика белдереүенсә, иҡтисади тотороҡлолоҡтоң ҡаҡшауына ла бәйле, икенсе урында – хыянат. Һәр хәлдә, ҡалай ғына әйләндермә, ғаилә институты ныҡлы эшләргә тейешлегенә барып төртөләһең. Әсәлек капиталы, бушлай ер генә аҙ икән әле. Күмәкләп эшләргә кәрәк: дәүләт тә, йәмғиәт тә, барыбыҙ ҙа!